Башҡортостан (гәзит)

«Башҡортостан» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт телендә Өфө ҡалаһында нәшер ителә[1].

Гәзитте ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте[1].

Гәзит «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем менән 1917 йылдың 14 июнендә сыға башлаған[1].

Баҫма республиканың район һәм ҡалаларындағы көндәлек ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте буйынса, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәренән төрлө характерҙағы материалдарҙы даими биреп бара. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр һәр һан да тиерлек донъя күрә. Бынан тыш гәзиттә көнитмештең төрлө яҡтарына ҡағылған һәм сәнәғәт, иҡтисад, хоҡуҡ, әхлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, тирә-яҡ мөхит, спорт өлкәләрен яҡтыртҡан һәм башҡа темаларға ла, уҡыусылар хаттарына ла күпләп урын бирелә.

ХХ быуаттың һуңғы һәм ХХI быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында гәзит аҙнаһына биш мәртәбә, һуңғы йылдарҙа аҙнаға өс тапҡыр — шишәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә сыға, һуңынан аҙнаһына ике тапҡыр: шишәмбе (8A2 форматында), йома (24А3 форматында) нәшер ителә. Йома һаны «Башҡортостан» — «Йома» исеме менән донъя күрә[1].

Тарихы

Махсус биттәр

Рубрикалар

  • Мәғлүмәттәр
  • Йәмғиәт
  • Шәхестәр
  • Башҡортостан Республикаһының норматив-хоҡуҡи акттары
  • Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
  • Иҡтисад
  • Социаль мәсьәлә
  • Рухиәт
  • Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
  • Спорт һәм туризм
  • Экология
  • Ҡырағай мөхит

Гәзиттең төрлө йылдарҙағы баш мөхәррирҙәре

Тиражы

Гәзит тиражы
Йылдар 1923 1928 1930 1941 1951 1959 1966 1975 1979 2003 2011
Тираж, мең дана 0,9 5,35 9,9 20,1 16,0 23,2 51,0 67,6 79,7 60,0 23,0

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Республика кимәлендә ойошторған саралары

Галерея

Тема буйынса өҫтәмә