Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы
Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 29 апрель 1971 (54 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ураҙбай ауылы |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | журналист, матбуғат хеҙмәткәре, йәмәғәтсе |
Наградалары һәм премиялары |
Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы (рус. Исхаков Вадут Гайфуллович; 29 апрель 1971 йыл, Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ураҙбай ауылы) — педагог, журналист, матбуғат хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2018 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире. 2020 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022)
Биографияһы
Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов 1971 йылдың 29 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ураҙбай ауылында тыуған.
1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1993 йылдың авгусынан 1999 йылдың сентябренә тиклем Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.[1]
1999 йылдың сентябренән 2000 йылдың ғинуарына тиклем — Ишембай ҡала уҡытыу-производство комбинаты директоры.
2000 йылдың ғинуарынан 2006 йылдың ғинуарына тиклем — «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.
2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлай.
2006 йылдың ғинуарынан 2015 йылдың апреленә тиклем — Ишембай ҡалаһы һәм районының «Торатау» гәзитенең баш мөхәррире.
2015 йылдың апреленән 2018 йылғаса — Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» ДУП нәшриәт йорто филиалы — Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры, «Торатау» гәзите баш мөхәррире.
2018 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре (2022)
- Башҡортостан Республикаһы Башлығының журналистика өлкәһендәге «Достоверность. Ответственность. Мужество» премияһы лауреаты (2024)[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Исхаков Вадут Гайфуллович 2021 йылдың 12 ноябрь көнөндә архивланған.
- На должность главного редактора газеты «Башкортостан» утвержден Вадут Исхаков