Кинйәбулатов Азат Уран улы
Азат Уран улы Кинйәбулатов рус. Азат Уранович Киньябулатов; 1963 йылдың, Өфө — табип-нейрохирург-ғалим, яҙыусы, журналист, спортсы. Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы (2001), Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). Бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастерлығына кандидат (1984), Бөтә төр Тэквон-до Федерациялары ағзаһы (ИТФ, ГТФ, АТФ).
Биографияһы
Кинйәбулатов Азат Уран улы 1963 йылда Өфөлә билдәле башҡорт шағиры Уран Кинйәбулатов ғаиләһендә тыуған. Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.
Башҡорт дәүләт медицина институты (университеты) тарихы буйынса хеҙмәттәр авторы.