Ярмуллин Азат Шакирйән улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ярмуллин Азат Шакирйән улы
Тыуған көнө: 4 ноябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (48 йәш)
Тыуған урыны: Башҡорт АССР-ы Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылы
Гражданлығы: СССРРәсәй флагы
Эшмәкәрлеге: журналист
Әҫәрҙәре яҙылған тел: башҡорт
Премиялары: Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2010)

Ярмуллин Азат Шакирйән улы (4 ноябрь 1975 йыл) — журналист, тарихсы, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек начальнигы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет һәм Башҡарма комитеттың Совет ағзаһы (2016). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азат Шакирйән улы Ярмуллин 1975 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған. Журналист Сәлмән Ярмуллиндың ҡустыһы.

  • 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
  • 1999 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһында программа алып барыусы, 2000 йылдан студия мөхәррире; 2001 йылдан телевидение студияһы мөхәррире.
  • 2002 йылдың апреленән «Тамаша» журналы; ноябренән «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе.
  • 2006 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетының баш белгесе.
  • 2007 йылдан «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми баҫмаһының бүлек мөхәррире, 2012 йылдан — генераль директор урынбаҫары, 2014 йылдан — энциклопедик баҫмаларҙың баш мөхәррире урынбаҫары.
  • 2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһы директоры[1].
  • 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе.

Хәрби-тарихи темаға фәнни-публицистик мәҡәләләр һәм китаптар авторы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2010).

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәр хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө. — 2009. — 222 бит[[2].

Матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Первый опыт договорных отношений. На пути к созданию республики существовало множество преград. (К 90-ЛЕТИЮ СО ДНЯ ПРОВОЗГЛАШЕНИЯ СОВЕТСКОЙ АВТОНОМИИ БАШКОРТОСТАНА). «Республика Башкортостан» гәзите, № 49, 2009, 13 март[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]