Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы
Сәлмән Шакирйән улы Ярмуллин (рус. Ярмуллин Сальман Шакирянович; 1969 йылдың 24 сентябре, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы) — журналист, 1991 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. 2006 йылдан «Аманат» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) һәм мәғариф отличнигы (2009). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005) лауреаты.
Биографияһы
Сәлмән Шакирйән улы Ярмуллин 1969 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған. Азат Ярмуллиндың ағаһы.
- 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
- 1989—1990 йылдарҙа Йылайыр районының «За коммунизм» гәзите хеҙмәткәре.
- 1991 йылдан «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, 1999 йылдан — гәзиттең бүлек мөдире.
- 2000 йылдан — «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире.
- 2006 йылдан — «Аманат» балалар һәм үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире[1].
Тарих һәм этнография буйынса мәҡәләләр серияһы авторы. «Ахыры заман — аяҡ аҫтында» (2005) публицистик очерктар китабында ислам, башҡорт халыҡ тарихы, башҡорт теле, Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси хәлдәре мәсьәләләре сағылдырыла.
2018 йылдың майында Сәлмән Ярмуллинға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[2].
Китаптары
- Ахыры заман — аяҡ аҫтында: Публицистик очерктар. — Өфө: Китап, 2005. — бит.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай Почёт грамотаһы (2020)[3]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018)
- Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009)
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998)
- Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2005).
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Аманат» хаҡында 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
- ↑ Владимир Путин наградил редактора журнала «Аманат» и директора «Шульган-Таша». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 2 июнь
- ↑ Сальман Ярмуллин был награждён Почетной грамотой Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан за значительный вклад в развитие средств массовой информации и активную общественную деятельность. Избиратель - Депутат (17 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Ярмуллин Сальман Шакирянович. Башкирская энциклопедия: в 7 тт. (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025.