Тихонравов Михаил Клавдиевич

Михаи́л Кла́вдиевич Тихонра́вов (29 июль 1900 йыл, Владимир, Рәсәй империяһы — 4 март 1974, Мәскәү, СССР) — совет инженеры, космос һәм ракета техникаһы конструкторы, С. П. Королевтың фекерҙәше.

Техник фәндәр докторы, профессор, Ленин премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Артиллерия фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.

Биографияһы

undefined
undefined
Plaque to MK Tikhonravov.jpg

Тихонравов Михаил Клавдьевич 1900 йылдың 29 июлендә Владимир ҡалаһында тыуған. Атаһы, Клавдий Михайлович, Владимир ҡалаһының почетлы гражданы, Санкт-Петербург Император университетының юридик факультетын тамамлай. Әсәһе, Александра Николаевна, Санкт-Петербург юғары Бестужев курстарында, сәнғәт һәм сәнәғәт мәктәптәре уҡытыусылары әҙерләүсе А. Л. Штиглиц исемендәге рәсем техникумында белем ала.

Михаилға йәш ярым тулғас, ата-әсәһе Санкт-Петербургҡа күсеп килә һәм унда 3-сө классик гимназияны тамамлай. Туғыҙ йәшендә Миша Тихонравов, авиация тамашаһында булып, ғүмер буйына Йыһан менән ҡыҙыҡһына, һауала осоу теорияһы буйынса китаптар уҡый башлай. Михаил Тихонравов латин телен камил белә һәм антик авторҙарҙың әҫәрҙәрен төп нөсхәлә уҡый, француз телендә аралашҡан.

1919 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә. Шул уҡ йылда Рәсәй йәштәр союзының Переславль комитеты рәйесенең ярҙамсыһы булып эшләй[1].

1920 йылда Ҡыҙыл һауа флоты инженерҙары институтына (хәҙер Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһы) уҡырға инә. Институттың уҡыу оҫтаханаларында һуңынан билдәле авиация инженер-конструкторы Владимир Сергеевич Вахмистров менән бергә «Змей Горыныч» тип аталған планерҙы проектлай һәм төҙөй. 1925 йылда Германияла үткән халыҡ-ара ярыштарҙа совет планеризмы менән таныштыра һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә: 265 метр бейеклеккә күтәрелә һәм 11 километрға оса. 1925 йылда уҡыуын тамамлағас, Михаил Тихонравов бер нисә авиация предприятиеһында эшләй. Бер нисә планер конструкторы: АВФ-1 «Арап» (1923), АВФ-22 «Змей Горынич» (1925, В. С. Вахмистров менән берлектә), «Жар-Птица» (1927, А. А. Дубровин, «Гамаюн», «Скиф» (икеһе лә 1928), «Комсомольская Правда» («Жар-Птица-2», 1929), «Скиф-2» (1931; бөтәһе лә В. С. Вахмистров һәм А. А. Дубровин менән берлектә).

Тихонравов Сергей Павлович Королев менән ОСОАВИАХИМ-дың планер секцияһында таныша, һәм уларҙың танышлығы тығыҙ хеҙмәттәшлеккә әйләнә. Королевтың тәҡдиме буйынса ул шыйыҡ яғыулыҡ менән эшләгән баллистик ракеталар төҙөү буйынса эште етәкләй, был эштәр уңышлы осоштар менән тамамлана[2].

1932 йылда реактив хәрәкәтте өйрәнеү төркөмөндә бригада начальнигы була, беренсе совет ике баҫҡыслы ракета двигателе эшләнә. 1933 йылда гибрид яғыулыҡ двигателле беренсе совет ракетаһын төҙөү менән етәкселек итә. 1934 йылдан Реактив институтының бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә.

1938 йылдан Михаил Тихонравов шыйыҡ ракета двигателдәрен тикшереү, атмосфераның өҫкө ҡатламдарын өйрәнеү өсөн ракеталар эшләү менән шөғөлләнә. Әммә утыҙынсы йылдар аҙағында шыйыҡ баллистик ракеталар эшләү буйынса эштәр туҡтатыла һәм Тихонравов «Катюша» өсөн снарядтар эшләүгә күсә[2]. 1940—1943 йылдарҙа 302 эксперименталь истребителдәрен (А. Г. Костиковтың дөйөм етәкселегендә) проектлау төркөмөн етәкләй.

Тихонравов төркөмөнөң ойошторолошо һәм эшмәкәрлеге

undefined

1940-сы йылдар уртаһында (1945—1946) М. К. Тихонравов Реактив ғилми-тикшеренеү институтында бер баҫҡыслы ракета (R-1 тибы) тарафынан вертикаль рәүештә 200 км-ға тиклем бейеклеккә (ВР-190 проекты) ебәрелгән маневрлы транспорт проектын эшләү өсөн хеҙмәткәрҙәр төркөмөн ойоштора[3].

М. К. Тихонравовтың фәнни һәм инженерлыҡ өлкәләрендәге артабанғы ҡаҙаныштарын ул етәкләгән төркөм эшмәкәрлегенән айырып ҡарап булмай. Уның составы ваҡыты-ваҡыты менән үҙгәрә, әммә бер-береһен тулыландырыусы юғары класлы белгестәр берләшмәһе булып ҡала.

1946 йылда ВР-190 проекты өҫтөндә эштәр Рәсәй Фәндәр һәм тикшеренеүҙәр институтынан Артиллерия фәндәре академияһының яңы ойошторолған 4-се ҒТИ-на тапшырыла. Шуға ярашлы, бер төркөм хеҙмәткәрҙәр менән бергә М. К. Тихонравов та күсерелә, ул Ғилми-тикшеренеү 4-се институты начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ул ваҡытта уның составына Н. Г. Чернышов, П. И. Иванов, В. Н. Гальковский, Г. М. Москаленко һәм башҡалар инә[4].

Тәүҙә М. К. Тихонравов ВР-190 проекты буйынса эштәр менән туранан-тура етәкселек итә, әммә 1947 йылда был эштәр төркөмөнөң бер өлөшө менән бергә 4-се ғилми-тикшеренеү институтының икенсе подразделениеһына тапшырыла.

1947 йылда 4-се ғилми-тикшеренеү институтына йәш талантлы хәрби геодезист И. М. Яцунский ҙа төркөмгә индерелә һәм тиҙ арала Михаил Клавдиевичтың беренсе ярҙамсыһы булып китә. Михаил Клавдьевич яйлап уларҙан ситләшә һәм П. И. Иванов етәкселегендә яңы бүлек булдыра. ВР-190 проекты, билдәле булыуынса, тормошҡа ашырылмай.

Михаил Клавдьевич К. Е. Циолковскийҙың эштәрен яҡшы белә[5], башҡа эштәр менән бер рәттән составлы ракеталар буйынса тикшеренеүҙәр тәҡдим итә. Бүлектә пакет схемаһындағы составлы ракеталарҙың осоу траекторияһын иҫәпләүҙең, ракеталарҙың оптималь конструктив-баллистик параметрҙарын табыуҙың яраҡлы ысулдары эшләнә башлай һәм тикшеренеүҙәр үткәрелә[6].

Бындай ысулдарҙы уйлап табыу кәрәк була, сөнки ул ваҡытта иҫәпләүҙәрҙе ҡул механик машиналарында (арифмометрҙарҙа) алып барырға тура килә.

Бер баҫҡыслы ракеталар өлкәһендә билдәләнгән йүнәлештәрҙә төп тикшеренеүҙәрҙе И. М. Яцунский эшләй. Эштәр ярайһы уҡ тиҙ бара һәм 1948 йыл башында уҡ яҡын киләсәктә составлы ракеталар булдырыу мөмкинлеген раҫлаған бер нисә һөҙөмтә алына. Михаил Клавдиевич был хаҡта С. П. Королевҡа хәбәр, уның менән даими бәйләнештә була.

Был һөҙөмтәләргә ҙур әһәмиәт биргән Тихонравов институттың Ғилми советы ултырышында «Алыҫ араға атыуҙы тормошҡа ашырыу юлдары» доклады менән сығыш яһарға ҡарар итә һәм был доклад менән 1948 йылдың йәй башында башҡа учреждениеларҙың белгестәре һәм ғалимдары ҡатнашлығында сығыш яһай.

Был ваҡытҡа С. П. Королевтың ОКБ-һында яҡынса 300 км араға оса ала торған Р-1 ракетаһы булдырыла (немецтарҙың Фау-2 ракетаһы нигеҙендә), яҡынса 600 км алыҫлыҡҡа етә алған яңы Р-2 ракетаһы эшләнә, яҡынса 1000 км араға ракета әҙерләнә. Ул ваҡытта, айырыуса хәрби белгестәр араһында, тағы ла ҙурыраҡ алыҫлыҡҡа өлгәшеү мөмкинлеген практик яҡтан бер кем дә танымай. Шуға күрә Михаил Клавдиевичтың ОКБ-1 "меңлек ракеталар пакеты"ның осоуҙың теләһә ниндәй алыҫлығына етергә һәләтле булыуы, хатта Ерҙең яһалма юлдаштарын (ИСЗ) орбитаға сығарыу тураһында хәбәр итеүе залды хайран ҡалдыра, кире сығыштар тулҡынын тыуҙыра.

М. К. Тихонравов хәбәр иткән һөҙөмтәләрҙең фундаменталь ҡиммәтен бик аҙ белгестәр аңлай һәм уның идеяларын яҡлай. Улар — С. П. Королев, Фәндәр академияһы президенты А. А. Благонравов, шулай уҡ ҒТИ-4 башлығы генерал А. И. Нестеренко ла докладты аңлауын белдерә. Был күренекле ғалимдарҙың ҡыҙыҡһыныуҙары арҡаһында М. К. Тихонравовтың доклады 1948 йылдың 14 июлендә артиллерия фәндәре академияһының йыллыҡ ултырышында ҡабатлана һәм ҙур иғтибар менән тыңлана, әммә ултырышта ҡатнашыусыларҙың ҡарашы, нигеҙҙә, Ғилми-тикшеренеү институты-4 ғилми советы ағзаларыменән тап килә[7].

И. М. Яцунский Михаил Клавдиевич ҡарата әйтелгән күп һанлы тәнҡитле һәм хатта мыҫҡыллы сығыштары тураһында һөйләй. М. К. Тихонравовтың фундаменталь идеяларын яҡлаусылар бик аҙ була. М. К. Тихонравовтың был докладтарының эҙемтәләренең береһе булып юғары етәкселектең П. И. Ивановтың ҒТИ-4 бүлексәһен бөтөрөүе тора. Михаил Клавдиевичтың ныҡышмалы үтенесе буйынса составлы ракеталарҙы тикшереүҙе дауам итеү өсөн И. М. Яцунскийҙы ғына ҡалдырырға рөхсәт ителә. Ә үҙе институттың ғилми консультанты вазифаһына күсерелә. М. К. Тихонравовтың С. П. Королев һәм А. А. Благонравовтың әүҙем ярҙамы менән доклады «Доклады Академии артиллерийских наук» (Москва, 1949, 6-сы сығарылыш), «Ракета техникаһы» журналдарында баҫылып сыға[8] ә һуңғараҡ (1995 йылда уҡ) авиация һәм космонавтика тарихы мәҡәләләре йыйынтығында[9].

С. П. Королев, П. И. Иванов бүлегенең бөтөрөлөүе тураһында ишеткәс, М. К. Тихонравовҡа ярҙам йөҙөнән ҒТИ-4-кә составлы ракеталарҙы артабан тикшереү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәрен башҡарыуға рәсми заказ бирә[7]. Шул ваҡыттан алып был төркөмдөң яңы эш этабы башлана.

Хәрби инженер берләшмәһенең күпселеге М. К. Тихонравовтың 1948 йылдағы докладтарында яҙылған положениеларҙы ысынбарлыҡҡа тап килмәгән нәфис әҙәбиәт тип ҡабул итеүенә ҡарамаҫтан, улар идеяларҙың яңылығы менән ғилми-инженерлыҡ фекерен ҡуҙғата һәм составлы ракеталар төҙөү проблемаларын киң һәм ентекле өйрәнергә мәжбүр итә.

1949 йыл аҙағында М. К. Тихонравов, тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн төркөм составын киңәйтеү кәрәклеген нигеҙләп (С. П. Королевтың рәсми заказы буйынса), уға йәш инженерҙар Г. Я. Максимовты, Л. Н. Солдатованы, Я. И. Колтуновты һәм А. В. Брыковты индереүгә өлгәшә. Тәүге өсәүһе Мәскәү авиация институтын (Ю. И. Колтунов төҙөгән стратосфера студенттар түңәрәгенең бөтә ағзалары), ә А. В. Брыков Мәскәү юғары техник университетын тамамлай.

Г. Ю. Максимов, Л. Н. Солдатова һәм А. В. Брыковтар төркөм булғандың аҙағына тиклем бергә эшләй, ә 1951 йылда Я. И. Колтунов институттың башҡа бүлексәһенә күсә, атап әйткәндә, ракеталар осороу өсөн осоу ҡоролмаларын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Ул был йүнәлештә ул бик уңышлы эшләйй (был йүнәлештәге өлөшө өсөн С. П. Королев тәҡдиме буйынса «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнә (1960)[6].

1950 йылда Г. М. Москаленко М. К. Тихонравов төркөмөнә ҡабаттан эшкә йәлеп ителә, шулай уҡ Б. С. Разумихин да килә. Г. М. Москаленко төркөм эшендә 1953 йылға, ә Б. С. Разумихин 1952 йылға тиклем ҡатнаша.1950 йылда төркөмгә диплом проекттарын әҙерләү һәм артабанғы эш өсөн О. В. Гурко һәм И. К. Бажиндар, улар унда төркөм эшенең аҙағына тиклем эшләй, ә В. Н. Гальковский, 1953 йылда кире килә.

1950 йылдың мартында ҒТИ-4-тә ракета техникаһы буйынса фәнни-техник конференция үтергә тейеш була. М. К. Тихонравов С. П. Королевтың әүҙем ярҙамы менән конференция программаһы өсөн үҙенең «Ракета пакеттары һәм уларҙы үҫтереү перспективалары» докладын тәҡдим итә. Унда Михаил Клавдиевич үҙенең элегерәк әйтеп киткән идеяларын яңы һөҙөмтәләр менән тулыландырып үҫтерә һәм беренсе тапҡыр Ерҙең яһалма юлдаштарын булдырыуҙың яҡын киләсәк перспективалары тураһында, хатта уларға кеше осоштары тураһында туранан-тура һөйләй[6].

С. П. Королевтың техник задание буйынса төркөмдә өс Р-3 ракетаһынан торған ике баҫҡыслы «пакет» ҡарала, уларҙың һәр береһе 3 тонна ауырлыҡтағы хәрби өлөшөн 3000 км алыҫлыҡҡа алып барырға тейеш була. «Пакет» ауыр хәрби өлөштө теләһә ниндәй алыҫлыҡҡа күсереүҙе генә түгел, ә юлдашты орбитаға сығарыуҙы ла тәьмин итә алыуы күрһәтелә. Уның массаһы кеше унда осорға етерлек булыуы ихтимал. Конференцияла С. П. Королев үҙенең бер урынбаҫары менән ҡатнаша. Доклад иғтибар менән тыңлана, әммә элеккесә ышанмайҙар һәм мыҫҡыллы сығыштар өҫтөнлөк итә.

1953 йылға С. П. Королев Р-7 континент-ара баллистик ракетаһын проектлау буйынса төп ҡарарҙар ҡабул итә. һәм ОКБ-1-ҙә тейешле киң тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре киң йәйелдерә. 1954 йылда ошо уңайҙан хөкүмәт ҡарары ҡабул ителә, уға ярашлы, эшкә аралаш предприятиеларҙың киң кооперацияһы йәлеп ителә.

1953 йылға Ҡораллы көстәрҙең һәм хәрби-сәнәғәт комплексы етәкселәренең күбеһендә хәрби баллистик составлы ракеталарҙың ҙур әһәмиәтен һәм Ерҙең яһалма юлдаштарын булдырыу һәм ҡулланыу перспективаһын аңлау барлыҡҡа килә. Шуға күрә М. К. Тихонравовтың 4-се ғилми-тикшеренеү институтында был мәсьәлә буйынса махсус ғилми-тикшеренеү үҙәге асыу ҡарары командование тарафынан ҡабул ителә. Эштәрҙең ғилми етәксеһе итеп М. К. Тихонравов, яуаплы башҡарыусы И. М. Яцунский тәғәйенләнә. Төркөмдә булыусыларҙың барыһы ла теманың төрлө бүлектәре өсөн яуаплы була. Уны раҫлау М. К. Тихонравовтың һәм уның төркөмөнөң тырышлыҡтарының идеяларын һәм емештәрен таныуҙың туранан-тура дәлиле булып тора.

1954 йылда уҡ М. К. Тихонравов һәм уның хеҙмәткәрҙәре йыһан киңлеген үҙләштереү буйынса үҙ программаһын тәҡдим итә. Программа үҙ эсенә беренсе спутникты осороуҙан алып, пилотлы караптар һәм станциялар булдырыуҙан алып, Айға төшөүгә тиклем идеяларҙы ала[2].

1956 йылда М. К. Тихонравов төркөмөнөң Оборона министрлығының 4-се ғилми-тикшеренеү институтында эше тамамлана. Уның административ яҡтан бер ҡасан да үҙ аллы подразделениеға бүленмәүен билдәләргә кәрәк. Тәүҙә төркөм П. И. Иванов (төркөм темаһы менән бәйле булмаған башҡа эштәре лә йөкмәтелә), һуңынан Н. Д. Найда, Н. В. Эгиазаров, С. Г. Гриншпун һ. б. бүлексәһенә индерелә. Әммә Михаил Клавдьевичтың фәнни һәм тематик йәһәттән ҙур абруйы арҡаһында төркөм бойондороҡһоҙ була. С. П. Королевтың тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһында ИСЗ өҫтөндә эштәр йәйелдереү менән бәйле (юғарыла күрһәтелгән ҡарарға ярашлы) 1956 йылда тәүҙә Л. Н. Солдатова, һуңынан Г. Ю. Максимов 1-се ОКБ-ға эшкә күсә.

1956 йылда 1-се ОКБ-ға Сергей Павловичҡа М. К. Тихонравов үҙе лә күсә һәм унда данлыҡлы 9-сы бүлек булдыра. Был ваҡытҡа ҒТИ-4-тә И. М. Яцунский, А В. Брыков, О. В. Гурко, В. Н. Галковский һәм И. К. Бажинов ҡына ҡала (төркөмдөң ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәренә, хәрбиҙәр булараҡ, үҙҙәренең етәксеһенән һуң башҡа учреждениеға күсергә рөхсәт ителмәй). Ҡалған төркөм нигеҙендә 14-се яңы лаборатория булдырыла, яңы хеҙмәткәрҙәр ҙә алалар. Уның етәксеһе итеп П. Э. Элиасберг тәғәйенләнә.

1956 йылда Михаил Клавдиевич ОКБ-1-гә эшкә күсә, Ерҙең төрлө яһалма юлдаштарын, пилотлы караптарҙы, Айҙы һәм Ҡояш системаһының ҡайһы бер планеталарын тикшереү өсөн йыһан аппараттарын проектлау бүлеге начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә. «Спутник-1» һәм бортында тере йән эйәһе булған спутникты уңышлы осороуы өсөн, Тихонравов 1957 йылда Ленин премияһы лауреаты исеменә лайыҡ була[2].

1957 йылдың 31 декабрендә Кремлдә Р-7 ракетаһын булдырыуға һәм Ерҙең беренсе яһалма юлдашын уңышлы осороуға бәйле ғалимдар һәм инженерҙарҙың ҙур төркөмөнә Ленин премияһы тапшырыла. Улар араһында төркөм ағзалары М. К. Тихонравов, И. М. Яцунский, И. К. Бажинов һәм А. В. Брыков була. Г. Ю. Максимовҡа Ленин премияһы бер аҙ һуңыраҡ — беренсе автоматик ай аппараттарын эшләүҙә ҡатнашҡаны өсөн бирелә. И. К. Бажинов үҙенең мемуарҙарында былай тип яҙа: «С. П. Королев, Г. Я. Максимовты наградаға тәҡдим итеп, һис шикһеҙ, уның М. К. Тихонравов төркөмөнә индергән ҙур өлөшөн иҫәпкә алған»[10].

М. К. Тихонравов беренсе пилотлы йыһан карабын осороу буйынса эштәрҙә әүҙем ҡатнаша, шуның өсөн уға 1961 йылдың 17 июнендә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә (указ баҫылып сыҡмай)[2].

Артабан төркөм Михаил Клавдьевич етәкселегендә Марсҡа осоу өсөн булдырылған ауыр планета-ара йыһан аппаратын эшләүҙә ҡатнаша[11].

Уҡытыусылыҡ хеҙмәте

1931 йылдан Михаил Клавдиевич Мәскәү авиация институтында «Мотор ҡоролмалары» курсы аолып бара. Институтта өҙөклөктәр менән уҡыта (1930—1931 йылдарҙа һәм 1960—1974 йылдарҙа) (1962 йылдан профессор). М. К. Тихонравов төркөмөнөң бер нисә ағзаһы (Я. И. Колтунов һәм ул ойошторған студенттар түңәрәге ағзалары И. К. Бажинов, О. В. Гурко һ. б.) уның менән МАИ-ла уҡыған сағында уҡ таныша. Һуңынан уларҙың бер өлөшөн төркөмгә ҡушылырға саҡыралар.

1944—1947 йылдарҙа — Ф. Э. Дзержинский исемендәге артиллерия академияһында уҡый.

1948—1950 йылдарҙа Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһының Юғары инженер курстарында уҡыта.

1950 йылдан 1953 йылға тиклем ҒТИ-4-тә эш кәмеү сәбәпле, Оборона сәнәғәте академияһында кафедра етәкләй[12].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

М. К. Тихонравов Новодевичье зыяратында ерләнә, уның ҡәберенә бюст ҡуйылған.

Уның исеме йөрөтәләр: — Королев ҡалаһында Тихонравов урамы. — Владимир ҡалаһында Тихонравов урамы. — Марс кратеры — Тихонравов.

Хеҙмәттәре

  • Авиационные баки. — М.: Госмашметиздат, 1934
  • Ракетная техника. — М., 1935.
  • Тихонравов М. К. Полёт птиц и машины с машущими крыльями. М.-Л., 1937. 128 с.
    • Полёт птиц и машины с машущими крыльями, 2-е изд., с доп. — М., 1949.
  • Технические и физические проблемы космонавтики. — М.: Моск. авиац. ин-т им. Серго Орджоникидзе, 1971.
  • Основы теории полёта и элементы проектирования искусственных спутников Земли / М. К. Тихонравов [и др.]; под ред. М. К. Тихонравова. — М. : Машиностроение, 1967. — 295 с. : ил. — К 50-летию Великой Октябрьской социалистической революции. — Библиогр.: с. 291—293 (46 назв.).
    • Основы теории полёта и элементы проектирования искусственных спутников Земли / М. К. Тихонравов, и др.; Под ред. М. К. Тихонравова. — 2-е изд., перераб. и доп. — М. : Машиностроение, 1974. — 331 с. : ил. — Библиогр.:с.325-328(84 назв.).
М. К. Тихонравов редакцияһында
  • Циолковский К. Э. Исследование мировых пространств реактивными приборами : Труды по космонавтике / К. Э. Циолковский; Под ред. М. К. Тихонравова. — М. : Машиностроение, 1967. — 375 с. : ил. — (К 50-летию Великой Октябрьской революции). — На обл.: К. Э. Циолковский. Труды по космонавтике.

Иҫкәрмәләр

  1. Юров А. Переславская комсомольская // Коммунар. — 1978. — 14 октября, 17 октября, 20 октября, 21 октября.
  2. 1 2 3 4 5 Военная энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2010. Архивировано 6 октябрь 2010 года.
  3. Бажинов И. К., д.т. н. О работах группы М. К. Тихонравова в НИИ-4 Министерства обороны СССР Архивная копия от 28 сентябрь 2012 на Wayback Machine // «Космонавтика и ракетостроение» 2002 № 1, с.159-175.
  4. Галковский В. Н., Москаленко Г. М. Проект ВР-190 — шаг па пути к созданию космических кораблей AН СССР. — В сб. ст.: Из истории авиации и космонавтики, М.: АН СССР. Советское национальное объединение историков естествознания и техники. 1980, вып. 42.
  5. Циолковский К. Э. Труды по ракетной технике. Под редакцией М. К. Тихонравова. М.: Оборонгиз, 1947.
  6. 1 2 3 Яцунский И. М. О деятельности М. К. Тихонравова в период с 1947 г. по 1953 г. по обоснованию возможности создания составных ракет. — В сб. ст.: Из истории авиации и космонавтики, М.: АН СССР. Советское национальное объединение историков естествознания и техники. 1980, вып. 42.
  7. 1 2 Яцунский И. М. Обоснование М. К. Тихонравовым идеи многоступенчатой ракеты пакетной схемы (к 30-летию доклада М. К. Тихонравова). — В сб. ст.: Из истории авиации и космонавтики. М.: РАН. Национальный комитет по истории и философии науки и техники, 1995, вып. 26, с. 185—188.
  8. Тихонравов М. К. Пути осуществления больших дальностей стрельбы ракетами. — Ракетная техника, 1949, № 3. С.10-16.
  9. Тихонравов М. К. Пути осуществления больших дальностей стрельбы ракетами (доклад в Академии артиллерийских наук 14.07. 1948 г.). — В сб. ст.: Из истории авиации и космонавтики. М.: РАН Национальный комитет по истории и философии науки и техники, 1995, вып. 67.
  10. Бажинов И. К. О работах группы М. К. Тихонравова в НИИ-4 Министерства обороны СССР Архивная копия от 28 сентябрь 2012 на Wayback Machine // «Космонавтика и ракетостроение» 2002 № 1, с.159-175.
  11. Игорь Афанасьев. Пилотируемый полёт на Марс... четверть века назад. "Космический Мир". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2010. Архивировано 3 март 2011 года.
  12. Тихонравов Михаил Клавдиевич Архивная копия от 5 декабрь 2013 на Wayback Machine (о нём, а также членах Группы Тихонравова) на странице «Космический мемориал».

Документалистика

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Төшөп ҡалған йәки бикләнгән һылтанмалар (күсермәләр менән веб-архивтарҙа танышырға мөмкин)
М. К. Тихонравовтың һәм уның хеҙмәттәштәренең фәнни-техник өлөшө тураһында фильмдар

Тема буйынса өҫтәмә