Ивановский Олег Генрихович
Олег Генрихович Ивановский | |
---|---|
О. Г. Ивановский в 1965 г. О. Г. Ивановский в 1965 г. | |
Тыуған көнө | 18 ғинуар 1922 |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | 18 сентябрь 2014 (92 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | Ракета техникаһы, космонавтика |
Эшләгән урыны |
ОКБ-1 НИИ-88, С. А. Лавочкин исемендәге ғилми-тикшеренеү ойошмаһы |
Альма-матер | Мәскәү энергетика институты (1954) |
Ғилми етәксеһе | С. П. Королёв, Г. Н. Бабакин |
Ниндәй өлкәлә танылған | ракета-космос техникаһы һәм планета-ара станциялар конструкторы |
Награда һәм премиялары | |
Автограф |
![]() |
Оле́г Ге́нрихович Ивано́вский (18 ғинуар 1922, Мәскәү — 18 сентябрь 2014, Мәскәү) — совет инженеры, ракета-йыһан техникаһы конструкторы. Беренсе һәм икенсе яһалма ер юлдаштарының әйҙәүсе конструкторы урынбаҫары, беренсе «Восток» йыһан карабының әйҙәүсе конструкторы, автоматик планета-ара станциялар төҙөүсе. С. А. Лавочкин исемендәге ғилми-тикшеренеү ойошмаһының ай тематикаһы буйынса баш конструкторы. (1965—1976). Ленин (1960) һәм СССР Дәүләт премияһы (1977) лауреаты. 1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү Парадында ҡатнашыусы[1]. Отставкалағы полковник[2]. Циолковский исемендәге Рәсәй космонавтика академияһының почетлы ағзаһы.
Бала һәм үҫмер сағы
Хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Генрих Аниолович Ивановский, урыҫлашҡан поляктарҙан, әсәһе — Маргарита Густавовна (ҡыҙ фамилияһы Густавсон) — рус-фин сығышлы. О. Г. Ивановскийҙың бала сағы һәм йәшлек йылдары Мәскәү өлкәһе Мытищи янындағы Тайнинка ауылында үтә[3]. 1940 йылда Мәскәүҙә Радищев исемендәге 336-сы урта мәктәбте тамамлай. Мәктәп йылдарында радиотехника менән мауыға, үҙ мәктәбе бинаһында (Радио урамы) урынлашҡан Үҙәк авиация моделле лабораторияһында авиамоделизм менән шөғөлләнә. 1939 йылда — «Мытищи» аэроклубы курсанты[4].
Хәрби хеҙмәт
1940 йылда О. Г. Ивановский Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Сик буйы ғәскәрҙәрендә совет-герман сигенең көнбайыш украин участкаһында хеҙмәт итә башлай. Был саҡта Польша немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупацияланған була[4]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армия һалдаты, сержант, гвардия өлкән лейтенанты, 11-се С. И. Морозов исемендәге 7-се кавалерия дивизияһы 250-се Кубань-Ҡара диңгеҙ казак кавалерия полкының контрразведка оперативнигы була[5].
1943 йылда Смоленск өлкәһендә һәм Белоруссияла һуғыштарҙа була. 1943 йылдың 19 ғинуарында Валуйки (Белгород өлкәһе)[6], Ровно, (Украина, 1944 йылдың 2 февралендә), Дубно (Ровно өлкәһе (1944 йылдың 26 июлендә) Янув (Польша) ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.
1944 йылдың көҙөндә Румынияла походта була. Һуңынан Венгрияла һәм Чехословакияла һуғыша. Һуғышты 1945 йылдың 14 майында Прага янында, Морозов исемендәге 8-се гвардия кавалерия Ровно дивизияһы составында тамамлай[7].
1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында һәм 1945 йылдың 7 ноябрендә Ҡыҙыл майҙанда парадта ҡатнаша. 1946 йылда инвалидлыҡ буйынса демобилизациялана (1943 йылдың 19 ғинуарында Валуйкиҙы азат иткәндә ауыр яралана). Медицина һығымтаһында: «Ауыр физик һәм психик көсөргәнеш талап итмәгән, эш ваҡыты ҡыҫҡа булған граждандар учреждениеларында эшкә яраҡлы», — тиелә[8].
1946—1947 йылдарҙа Мытищиҙағы Ҡыҙыл Армия элемтә ғилми-тикшеренеү институтында (хәҙер А. И. Белов исемендәге Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Үҙәк ғилми-тикшеренеү һәм һынау элемтә институты) лаборатор-ассистент булып эшләй[4].
Йыһан техникаһын булдырыу
С. П. Королёвтың конструктор бюроһында эш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1947 йылдан 1954 йылға тиклем О. Г. Ивановский Мәскәү өлкәһенең Калининград ҡалаһында (хәҙерге Королев) СССР Ҡораллы көстәре министрлығының ҒТИ-88-ҙә техник, һуңынан өлкән технигы булып эшләй. Дәүләт үҙәк полигонында (Капустин Яр, Әстерхан өлкәһе) тәүге баллистик ракеталарҙы, ғилми тәғәйенләнештәге ракеталарҙы осороуҙа ҡатнаша. 1952 йылда О. Г. Ивановский Мәскәү энергетика институтына уҡырға инә һәм уны тамамлап, 1954 йылда инженер-радиотехник һөнәрен ала.
Беренсе осоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1954 йылдан 1961 йылға тиклем Оборона технологиялары буйынса дәүләт комитетының ОКБ-1-ҙә эшләй (баш конструкторы — С. П. Королев). Ерҙең тәүге өс яһалма юлдашын булдырыуҙа ҡатнаша. 1957 йылдан Ерҙең беренсе яһалма юлдашы төп конструкторы Михаил Степанович Хомяковтың урынбаҫары була[9], донъяла беренсе яһалма юлдашты (Ер тирәләй орбитаға 1957 йылдың 4 октябрендә сығарыла) әҙерләү һәм һынауҙар үткәреү өсөн яуаплы була. 1958 йыл башынан С. П. Королев конструкторлыҡ бюроһында эшләнгән бөтә йыһан аппараттарының төп конструкторы итеп тәғәйенләнә[10]. 1957—1959 йылдарҙа — икенсе юлдаштың әйҙәүсе конструкторы урынбаҫары, беренсе ай юлдаштарының — «Луна-1», «Луна-2» һәм «Луна-3»-төң төп конструкторы[11]. 1959 йылда Луна-2 донъяла беренсе булып икенсе йыһан есеменә планета-ара осош яһай, ә «Луна-3» Айҙың Ерҙән күренмәгән алыҫ яғын фотоға төшөрә.
Беренсе пилотлы «Восток» карабы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() | |
---|---|
![]() |
Ю. А. Гагарин һәм О. Г. Ивановский «Восток» космос карабына күтәрелә. 1961 йылдың 12 апреле, Байконур космодромы |
![]() | |
---|---|
![]() |
О. Г. Ивановский, Ю. А. Гагарин, Ф. А. Востоков йыһан аппаратына ултырыр алдынан. 1961 йылдың 12 апреле, Байконур космодромы |
1959 йылда «Восток» беренсе пилотлы космос карабының төп конструкторы итеп тәғәйенләнә. 1960 йыл башына О. Г. Ивановский етәкселегендәге бер төркөм конструкторҙар ОКБ-1-ҙә бер урынлы космос аппараттарының прототибын төҙөй[12]. Ивановский ракета йөрөтөүсе һәм «Восток» космос карабын осоу һынауҙарының төп етәкселәренең береһе булараҡ беренсе пилотлы космос осошона әҙерлектә ҡатнаша[13]. Байконур космодромынан беренсе «Восток» карабын осороу буйынса инженер-һынау бригадаһының хәрби расчеты составына инә.
1961 йылдың 12 апрелендә, иртәнге сәғәт 8-ҙә, космонавтар килеүгә тиклем бер сәғәт ҡалғас, О. Г. Ивановский һәм космонавтар әҙерләү начальнигы генерал-лейтенант Н. П. Каманин ракета башына лифтта күтәрелә һәм космонавтың ҡул менән идара итеүгә күсә торған логик йоҙаҡ кодын тикшерәләр. Йоҙаҡтың ғәҙәти режимда эшләүе асыҡлана. Һуңынан йыһан костюмдары конструкторы Фёдор Анатольевич Востоков менән бергә (1920—2010)[14] Юрий Гагаринды лифтта «Восток» космос карабына оҙата, космонавҡа карапҡа инергә һәм креслоға урынлашырға ярҙам итә, люкты ябыуҙа ҡатнаша. Старт алдынан Гагариндың ҡулын ҡыҫҡан һуңғы кеше — Ивановский[15].
1961 йылдан 1965 йылға тиклем О. Г. Ивановский СССР Министрҙар Советының хәрби-сәнәғәт мәсьәләләре буйынса Дәүләт комиссияһының космос бүлеге мөдире була (хәрби-сәнәғәт комиссияһы); уның кабинеты Кремлдә урынлаша[15][16].
С. А. Лавочкин исендәге ғилми берекмәлә эшләүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ай һәм планеталар өсөн автоматик станциялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1965 йылдың декабренән 1976 йылға тиклем С. А. Лавочкин исемендәге машиналар эшләү заводының Ай һәм планета йүнәлеше буйынса баш конструктор урынбаҫары (1971 йылдан — С. А. Лавочкин исемендәге ғилми-етештереү берекмәһе) (Химки, Мәскәү өлкәһе). 1976 йылдан 1983 йылға тиклем берекмәлә Ай автоматик станцияларын эшләү буйынса баш конструктор була[17]. «Луна» һәм «Венера» сериялы автоматик станциялар һынауҙарының техник директоры булып эшләй[15]. Баш конструктор Г. Н. Бабакин етәкселегендә донъяла тәүге автоматик — «Луноход-1» һәм «Луноход-2» төҙөүҙә ҡатнаша, улар Ай өҫтөнән 50 километрҙан ашыу үтеп, уның өҫтөндәге үҙенсәлектәрен һәм геологик төҙөлөшөн тикшерә. Айҙың тәүге яһалма юлдаштары («Луна-10», «Луна-11», «Луна-12») буйынса эштәрҙә ҡатнаша өҫтөндә эшләй. Айҙа быраулау эштәрен башҡарған һәм Айҙың көнсығыш ярымшарының өс районынан («Луна-16», «Луна-18», «Луна-24») Ергә Ай тупрағы өлгөләрен алып килгән автоматик ай станциялары буйынса эштәрҙе етәкләй.
Автоматик орбита станциялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1976 йылда совет автоматик станцияларының ай темаһы буйынса осоштары тамамланғандан һуң (1977 йылға билдәләнгән Луноход-3 осошо туҡтатыла), О. Г. Ивановский «Прогноз» серияһының универсаль юлдаштарын төҙөү буйынса эш башлай. Улар Ҡояш әүҙемлеген, уның Ерҙең магнитосфераһына йоғонтоһон һ.б. өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән. Был юлдаштар пилотлы йыһан комплекстарының радиация хәүефһеҙлеге хеҙмәте өсөн бай материал бирә. 1972 йылдан алып 1996 йылға тиклем 12 хәүефһеҙ старт яһала; бөтә «Прогноз» юлдаштары ҡаралған программаларҙы үтәй һәм гарантиялы хеҙмәтләндереү мөҙҙәтен арттырып үтәй. Аппараттар ике тапҡыр яңыртыла; төрлө комплектлы ғилми аппаратураны, Ерҙә ҡабаттан һынауҙар үткәрмәйенсә (статик, вибрацион, йылылыҡ һәм башҡа), урынлаштырырға мөмкинлек биргән универсаль спутник булдырыла, был сығымдарҙы байтаҡҡа кәметә. Тәүге тапҡыр космодромға аппараттар ебәреүгә тулыһынса әҙер килеш килтерелә башлай[18].
1980—1983 йылдарҙа юғары аныҡлыҡтағы астрофизик күҙәтеүҙәр өсөн беренсе совет йыһан аппараты буйынса эштәр алып бара. «Астрон» орбиталь астрофизик обсерваторияһы ул ваҡыттағы иң ҙур ультрафиолет телескобы һәм рентген спектрометрҙары комплексы менән йыһазландырыла, 1983 йылда сафҡа индерелә һәм планлаштырылған йыл урынына 6 йыл уңышлы эшләй.
Һайланма ғилми баҫмалары
(О. Г. Иванов псевдонимы аҫтында)
Анисов К. С., Мастаков В. И., Иванов О. Г. и др. Общее устройство и компоновка станции «Луна-17» // Передвижная лаборатория на Луне – Луноход-1 : Сб. — М.: Наука, 1971. — Т. 1. — С. 7—20.
Пучков В. П., ... , Иванов О. Г. и др. Радиокомплекс, системы управления и электропитания // Передвижная лаборатория на Луне – Луноход-1 : Сб. — М.: Наука, 1971. — Т. 1. — С. 21—29.
Александров А. А., ... , Иванов О. Г. и др. Управление и результаты выполнения программы // Передвижная лаборатория на Луне – Луноход-1 : Сб. — М.: Наука, 1971. — Т. 1. — С. 34—54.
Кочаров Г. Е., ... , Иванов О. Г. и др. Лунная автоматическая спектрометрическая аппаратура РИФМА // Передвижная лаборатория на Луне – Луноход-1 : Сб. — М.: Наука, 1971. — Т. 1. — С. 89—95.
Иванов О. Г., Рывкина В. А., Непоклонов Б. В. Работа «Лунохода-1» на Луне в феврале – сентябре 1971 года: 1. Функционирование «Лунохода-1» на Луне // Передвижная лаборатория на Луне – Луноход-1 : Сб. — М.: Наука, 1978. — Т. 2. — С. 7—19.
Леонович А. К., Иванов О. Г., Павлов П. С. и др. Особенности работы самоходного аппарата в лунных условиях: 1. Самоходное шасси «Лунохода-1» как инструмент для исследования лунной поверхности // Передвижная лаборатория на Луне – Луноход-1 : Сб. — М.: Наука, 1978. — Т. 2. — С. 25—42.
Александров А. К., Иванов О. Г., Бабков Ф. И. и др. Особенности работы самоходного аппарата в лунных условиях: 2. Исследования подвижности «Лунохода-1» при дистанционном управлении // Передвижная лаборатория на Луне – Луноход-1 : Сб. — М.: Наука, 1978. — Т. 2. — С. 43—46.
Музей, архив эшмәкәрлеге
1983 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, О. Г. Ивановский, йыһанды өйрәнеү өлкәһендәге ҡаҙаныштары тураһында хәтерҙе һаҡлау маҡсатында С. А. Лавочкин исемендәге ғилми етештереү берекмәһе музейында[19] эш алып бара. Егерме йылдан ашыу музей директоры, аҙаҡ һуңғы көндәренә тиклем ғилми консультант булып эшләй[20]. Ватан йыһан техникаһы күргәҙмәләре менән АҠШ-та, Португалияла, Малайзияла була[15].
О. Г. Ивановскийҙың «Восток» космос карабын төҙөү, беренсе космос осошона әҙерлек, Юрий Гагарин, 1961 йылдың 12 апрелендә «Восток» йыһан карабын осороу тураһындағы хәтирәләре, улар нигеҙендә яҙҙырылған аудиояҙмалар Рәсәй фәнни-техник документация дәүләт архивында (RGANTD) — ф. 99, ф. 384, 855 (1984, 1990) һаҡлана[21]. 2005 йылда О. Г. Ивановский 1942—2004 йылдарға ҡараған күп һанлы шәхси документтарын даими һаҡлау өсөн РГАНТД-ға тапшыра. Улар РГАНТД-ның 289-сы фондын тәшкил итә[22]. Улар араһында — ижади документтар (китаптарға эш материалдары, докладтар, мәҡәләләр), көндәлектәр (1944—1948), биографик документтар (анкеталар, белешмәләр, сығарылыштар, пропускылар, дипломдар һ. б.), хаттар (1943—1990), китаптарына коллегаларының рецензиялары, фотоһүрәттәр.
Ҡыҙыҡлы факттар
— 1959 йылдың 31 декабрендә «Луна-3» автоматик станцияһының әйҙәүсе конструкторы О. Г. Ивановскийҙы ОКБ-1 етәксеһе С. П. Королев саҡыртып ала. «Ә был һиңә Яңы йыл өҫтәленә!» тигән һүҙҙәр менән ул ғәжәпләнгән коллегаһына йомшаҡ ҡағыҙға төрөлгән ике шешә шарап тапшыра һәм 1957 йылда, Ерҙең беренсе яһалма юлдашын осорғандан һуң, Арбуа ҡалаһынан француз шарап етештереүсеһе Анри Мэрҙың, совет консулы менән бәхәсләшеп, Айҙың кире яғын күргән кешегә мең шешә шарап бирергә вәғәҙә итеүе тураһында һөйләй[23]. 1959 йылдың октябрь башында «Луна-3» Айҙың Ерҙән күренмәгән яғын фотоға төшөрә, ә декабрь уртаһында СССР Фәндәр академияһы Франциянан ғәҙәти булмаған йөк — 500 шешә «Арбуа» ҡыҙыл шарабы һәм 500 шешә «Вин Фу» аҡ шарабы ала[24]. Королев: «Месье еңелде! Ике шешә һинеке», — тип өҫтәй[25].
— 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин «Восток» космос карабы эсендә ултырғас һәм уның артында люк ябылғас, люкта урынлашҡан өс датчиктың береһе команда пунктына ҡапҡастың ныҡлы ябылыуы тураһында сигнал бирмәй. Стартҡа тиклем 1 сәғәт 7 минут ҡала[26]. 20 минут эсендә О. Г. Ивановский һәм ОКБ-1 слесарҙары Владимир Иванович Морозов[27][28] һәм Николай Васильевич Селезнев өҫкө платформала 30 гайканы борорға, люк япмаһын сисергә, электр контактлы сигнал баҫымының торошон тикшерергә, тышлыҡты яңынан урынлаштырырға һәм люкты бикләргә һ.б. өлгөрәләр[29]. Гагарин карап эсенән уларҙың эшен шым ғына күҙәтә[30][31], ә осоштан һуң Ивановскийға: «Һин люкты асҡанда үҙеңә ҡараһаң ине, ул саҡта һинең йөҙөңә ҡарарлыҡ түгел ине!» — ти[32][33].
— «Луна-21» космос карабы 1973 йылдың 15 ғинуарында Айға «Луноход-2» үҙйөрөшлө космос карабын алып сыҡҡандан һуң, Мәскәүҙә Ҡояш системаһын тикшереүҙә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса совет-америка кәңәшмәһе башлана. 29 ғинуарҙан 2 февралгә тиклем СССР Фәндәр академияһының Йыһан ғилми-тикшеренеү институтында ғалимдар планеталарҙы космос станциялары ярҙамында өйрәнеү һөҙөмтәләрен һәм бурыстарын тикшерә. Ултырыштар араһындағы тәнәфес ваҡытында Америка ҡатнашыусыларының береһе О. Г. Ивановскийға яҡынлаша һәм һаҡ ҡына уның куртка кеҫәһенә нимәлер һала. Ул резинка менән һығып бәйләнгән бәләкәй генә фотоҡағыҙ төргәге була. Унда «Луноход-2» эш участкаһы һүрәтләнә. Фотоһүрәт совет ғалимдары ҡулында булғандан күпкә ентеклерәк булып сыға. Ул Луноход-2 фотокартаһын эшләү өсөн ҡулланыла, үҙйөрөшлө транспорт сараһының эшен планлаштырыуҙа һиҙелерлек ярҙам итә[34].
— 1986 йылда «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны аҙағында[35] Олег Генрихович эксперттар командаһына ҡаршы уйнай һәм һорауҙа еңеп сыға.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Скончался Олег Ивановский, создатель корабля Гагарина / Портал «Научная Россия», 22 сентября 2014.
- ↑ Мулина О., Саблин Т. Будьте, как мы(недоступная ссылка) // газ. «Граница России: Северо-Восток» (Петропавловск-Камчатский), № 26 (4098), 6 — 12 июля 2011
- ↑ Клычникова М. А., Мелентьев Г. Ф. (сост.) Мытищи. — Мытищи: ИП Мелентьева И. В., 2011. — 176 с. Архивная копия от 2 июль 2014 на Wayback Machine ISBN 978-5-9902796-3-6 — Раздел «Мытищинские космонавты», с. 92 (бум.) / с. 47 (электр.)
- ↑ 1 2 3 Ивановский О. Записки офицера «СМЕРШа». М: Центрполиграф, 2006.
- ↑ 6-й гвардейский кавалерийский корпус. Сайт «Танковый фронт 1939—1945»
- ↑ Тащев А. 6-й гвардейский кавалерийский корпус в боях за освобождение Белгородской области. Архивная копия от 6 октябрь 2014 на Wayback Machine Сайт Белгородского казачьего округа
- ↑ Ивановский О. Г. Наперекор земному притяженью (1988) Архивная копия от 24 сентябрь 2014 на Wayback Machine
- ↑ Газета «Красная Звезда» 17.04.2012
- ↑ Федеральное космическое агентство: Календарь космических дат. М. С. Хомяков род. 21 июля 1921 г. Ведущий конструктор. Гл. инженер ОКБ-1. Лауреат Ленинской премии.
- ↑ Ивановский О. Г. Наперекор земному притяженью (1988) Архивная копия от 24 сентябрь 2014 на Wayback Machine, с. 186
- ↑ Федеральное архивное агентство: РГАНТД, Ф. 24. Оп. 1. Д. 2. Л. 15. Примечание 2 к подписи под фото
- ↑ Игорь Куринной: В историю освоения Космоса надо добавить достоверности Архивная копия от 6 октябрь 2014 на Wayback Machine
- ↑ Из воспоминаний заместителя Главного конструктора ОКБ-1 Е. В. Шабарова о подготовке космических кораблей к первому пилотируемому полёту. РГАНТД. Ф. 99. Ед. хр. 937
- ↑ Федеральное архивное агентство: РГАНТД, Ф. 24. Оп. 1. Д. 2. Л. 15. Примечание 1 к подписи под фото
- ↑ 1 2 3 4 Шевалев И. Юрий Гагарин называл его своим крёстным. Журнал «Авиапанорама», № 1, 2007
- ↑ Космический взлёт Юрия Гагарина. Интервью О. Г. Ивановского // Наука и жизнь, № 4, 2001
- ↑ Настоящий герой нашего времени Архивная копия от 19 октябрь 2011 на Wayback Machine // Сайт НПО им. С. А. Лавочкина: Новости, 18.09.2014
- ↑ Космические аппараты серии «Прогноз» . Дата обращения: 21 сентябрь 2014. Архивировано из оригинала 4 февраль 2015 года.
- ↑ Музей НПО имени С. А. Лавочкина . Дата обращения: 19 сентябрь 2014. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2014 года.
- ↑ Он провожал в полёт Гагарина // Газета «Север столицы», № 5 (183), март 2013, с. 11
- ↑ Российский государственный архив научно-технической документации. Личные фонды и коллекции РГАНТД. Путеводитель. 2003. Архивная копия от 14 декабрь 2014 на Wayback Machine Раздел II. Коллекции по истории отечественной космонавтики. Воспоминания ветеранов ракетно-космической отрасли. Ф. 99, 363 ед. хр., 1983—2001. С. 129
- ↑ Наперекор земному притяжению… К 90-летию конструктора ракетно-космической техники О. Г. Ивановского. Интернет-выставка РГАНТД
- ↑ Необычное пари французского винодела
- ↑ Королёва Н. С. П. Королёв: Отец. — М.: Наука, 2007. — Кн. 3. — С. 31, 33.
- ↑ Ивановский О. Г. Наперекор земному притяженью (1988) Архивная копия от 24 сентябрь 2014 на Wayback Machine, с. 216—217]
- ↑ Хронометраж полёта. Как прошёл первый день космической эры человечества 12 апреля 1961 года. Сайт Центра подготовки космонавтов
- ↑ Герои страны. Морозов Владимир Иванович
- ↑ Космический мемориал: В. И. Морозов Архивная копия от 6 октябрь 2014 на Wayback Machine
- ↑ Воспоминания генерал-майора А. С. Кириллова о запусках с полигона Тюра-Там космических кораблей «Восток» и запуске 12 апреля 1961 г. РГАНТД. Ф. 99. Ед. хр. 447-1
- ↑ Доклад тов. Гагарина Ю. А. от 13 апреля 1961 г. на заседании Государственной комиссии после космического полёта. Сайт РКК «Энергия»
- ↑ Гусева А. О покорении Вселенной — от первого лица. Сайт ОАО «Российские космические системы»: Новости отрасли, 18.01.2012
- ↑ «Иван Иванычи» обогнали Гагарина: Конструктор Олег Ивановский опровергает космические мифы // Российская газета, 12.04.2007
- ↑ Иванов А. (О. Г. Ивановский). Первые ступени: Записки инженера. С. 33, 35 (электронная версия)
- ↑ 25 лет Луноходу-1 (раздел 4. Летать — так летать…) . Дата обращения: 13 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 8 ноябрь 2010 года. // Журнал «Новости космонавтики», 1995, № 24 (113)
- ↑ votvamvsem1. Что? Где? Когда? - Самый лучший выпуск. Финал 1986 года (22 ноябрь 2016). Дата обращения: 22 декабрь 2016.
Сығанаҡтар
Әҙәбиәт
- «Королёв: Факты и мифы» — Я. К. Голованов, М: «Наука», 1994г, — ISBN 5-02-000822-2;
- Ракеты и люди — Б. Е. Черток, М: «Машиностроение», 1999г, — ISBN 5-217-02942-0;
- «Берег Вселенной» — под редакцией Болтенко А. С., г. Киев, 2014 г., издательство «Феникс», ISBN 978-966-136-169-9
- «С. П. Королёв. Энциклопедия жизни и творчества» — под редакцией В. А. Лопота, РКК «Энергия» им. С. П. Королёва, 2014 г. ISBN 978-5-906674-04-3
- «Испытание ракетно-космической техники — дело моей жизни» События и факты — А. И. Осташев, Королёв, 2001 г.[1] ;
- Абрамов, Анатолий Петрович. «Оглядываюсь и не сожалею». — Барнаул, 2022. — 256 с. — ISBN 978-5-00202-034-8.
- 18 ғинуарҙа тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 18 сентябрҙә вафат булғандар
- 2014 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Почёт ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ленин премияһы лауреаттары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Ракета-космос системалары конструкторҙары
- Совет космонавтикаһына нигеҙ һалыусылар
- СССР конструкторҙары
- СССР ғалимдары
- Шәхестәр:СССР космонавтикаһы
- СССР инженерҙары