Луна-1
Луна-1 | |
---|---|
«Луна-1» (Е-1 № 4, «Мечта») планета-ара станцияһы | |
![]() «Луна-1» планета-ара станцияһы күргәҙмәлә | |
Етештереүсе |
![]() |
Оператор | РКК «Энергия»[d][1][2] |
Бурыстар | Айҙы өйрәнеү, уның өҫтөнә СССР вымпелен ҡуйыу |
Юлдаш | Ҡояш |
Старт майҙаны |
![]() |
Ракета-йөрөтөүсе | 8К72 №Б1-6 |
Осороу | 2 ғинуар 1959 16:41:21 UTC |
COSPAR ID | 1959-012A |
SCN | 00112 |
Техник характеристика | |
Ауырлығы | 361 килограмм[3][2] |
Орбита элементтары | |
Орбита төрө | гелиоцентрик |
Ҙур ярымкүсәр | 171 439 159 822,2 метр |
Эксцентриситет | 0,14767 |
Ауышыу | 0,0010° |
орбитала әйләнеү периоды | 450,0 көн |
Апоцентр | 1,315 а. е. |
Перицентр | 0,9766 а. е. |
![]() |
«Луна-1» — Айҙы һәм йыһан киңлеген өйрәнеүсе совет автоматик планета-ара станция. Донъяла икенсе йыһан тиҙлегенә еткән, Ерҙең тартыу көсөн еңгән һәм Ҡояштың яһалма юлдашына әйләнгән беренсе йыһан аппараты.
Тасуирлама
1959 йылдың 2 ғинуарында «Восток-Л» ракета ташыусыһы ебәрелә, ул «Луна-1» космос карабын Айға осоу траекторияһына ҡуя. Был орбитанан старт ҡулланмайынса яҡынайыу траекторияһы була[4] . Ул ваҡыттағы совет матбуғатында был планета-ара станция «беренсе совет йыһан ракетаһы» тип атала[5]. Станция шулай уҡ «Луна-1Д» һәм «Мечта» атамалары менән дә йөрөтөлә.
Ракета вертикаль рәүештә осорола. Осош ваҡытында программа тәьминәте механизмы автоматик рәүештә двигателдең тартыу йүнәлешен үҙгәртә: тиҙлек фазаһы тамамланғас, тиҙлек йүнәлеше офоҡҡа ҡарата тейешле мөйөштә була.
Икенсе йыһан тиҙлегенә өлгәшеү өсөн ракета RD-0105 двигателе һәм өсөнсө баҫҡыс (E блогы) менән йыһазландырыла. Ул Воронежда "Химик автоматлаштырыу конструкторлыҡ бюроһы"нда эшләнә[6][7].
Осоу маҡсаты итеп станцияның Ай өҫтөнә барып етеү бурысы ҡуйыла. Һөҙөмтәләр булмай, сөнки осош циклограммаһында хата китә: өсөнсө баҫҡыстың двигателен һүндереү буйынса команда биргәндә, сигналдың команда пунктынан станцияға тиклем үтеү ваҡыты иҫәпкә алынмай. Ракета ташыусы һәм станцияның бөтә борт ҡорамалдары дөрөҫ эшләй. Ер өҫтө хатаһы бортта тәжрибәләр башҡарыуға йоғонто яһамай.
«Луна-1» осошо барышында алынған фәнни һөҙөмтәләр араһында түбәндәгеләрҙе билдәләп була:
— Борт магнитометры ярҙамында беренсе тапҡыр Ерҙең тышҡы радиация билбауы теркәлә.
— Ион тотҡостар һәм иҫәпләгестәр ярҙамында Ҡояш еленең параметрҙарын үлсәү тормошҡа ашырыла. Планета-ара арауыҡта ионлы газ табыла. Ер өҫтөнән 20 000—25 000 км алыҫлыҡта бер см²-ға уның концентрацияһы яҡынса 700 киҫәксә, ә 100 000—150 000 км арауыҡта яҡынса 300 000—400 киҫәксә тәшкил итә.
— Яһалма комета эшләү тәжрибәһе уңышлы башҡарыла. 3 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты менән 3:56:20 сәғәттә, Ерҙән 119 500 км алыҫлыҡта станциянан натрий пары болото (1 кг) сығарыла; Бушлыҡта таралып, болот бер нисә минут ҡыҙғылт һары төҫтә ялтырап тора һәм Ерҙән Ҡыҙ йондоҙлоғондағы 6-сы дәрәжәле көсһөҙ йондоҙ һымаҡ күҙәтелә. Айҙа һиҙелерлек магнит ҡыры булмауы асыҡлана[8].
— Магнит ҡырын йыһан ракетаһы ярҙамында тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ҡыр көсөргәнешлеге бейеклек артҡан һайын иҫәпләнгәндән тиҙерәк кәмей.
Радио менән идара итеү системаһында эшләүсе 1 ғинуарҙа РУП-А антенналарының яҫылығын күрһәткәндә, урын мөйөшө буйынса 2°-ҡа хаталана, 42 урынына 44° ҡуя. 2° хата арҡаһында «Е» блогының двигателе билдәләнгән ваҡыттан һуңғараҡ һүнә, был ситкә китеүҙең сәбәбе булып тора.
«Луна-1» йыһан аппаратының «Е» блогы менән бергә массаһы 1472 кг була. Файҙалы йөк −361,3 кг. Уның эсенә фәнни һәм үлсәү аппаратураһы, дүрт радиотапшырыусы һәм айырыла торған аппаратта һәм «Е» блогында урынлаштырылған электр менән тәьмин итеү сығанаҡтары инә.
«Луна-1» биш мөйөшлө элементтарҙан эшләнгән сфера формаһындағы вымпелдар алып бара. Икеһендә лә аппараттың ҡайһы дәүләт ҡарамағында булыуын, уны эшләтеп ебәреү айын һәм йылын күрһәткән билдәләре булған.
Двигатель һүнгәндән һуң, фәнни аппаратуралы контейнер айырыла. 1500 км бейеклектә ракетаның Ер үҙәгенә ҡарата тиҙлеге 10 км/с, 100 000 км бейеклектә яҡынса 3,5 км/с була.
«Луна-1»-ҙең траекторияһын иҫәпләү "БЭСМ-2"BESM-2 иҫәпләү-хисаплау машинаһы ярҙамында башҡарыла[9].
4 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты менән 5:57 сәғәттә «Луна-1» Ай өҫтөнән 6000 километр алыҫлыҡта үтә һәм гелиоцентрик орбитаға сыға.
Иң яҡын килгән ваҡытта, әгәр Ерҙең Төньяҡ ярымшарынан ҡараһаң, ракета күк сфераһында Айҙан юғарыраҡ һәм уның уң яғында тора. Был мәлдә Спик һәм Үлсәү йондоҙҙары араһында була. Ай эргәһенән үткәндән һуң, йыһан ракетаһы Ерҙән алыҫлашыуын дауам итә, уның Ер үҙәгенә ҡарата тиҙлеге кәмей барып, секундына 2,1 км-ға яҡынлаша. Айҙың гравитацион ҡыры йыһан аппараты траекторияһын үҙгәртә, әммә үҙенә табан тарта алмай.
1959 йылдың 7—8 ғинуарында һәм унан һуң, ракета яҡынса 1 миллион км һәм унан да күберәк алыҫлыҡта булғанда, Ерҙең ракетаға йоғонтоһо шул тиклем көсһөҙ була, ракетаның хәрәкәте башлыса Ҡояштың гравитация көсө менән билдәләнә. Станция Айға барып етмәһә лә, «Луна-1» донъяла икенсе йыһан тиҙлегенә еткән, Ерҙең тартыу көсөн еңгән һәм Ҡояштың яһалма юлдашына әйләнгән беренсе йыһан аппараты була. Шулай итеп, дөйөм алғанда, осош өлөшләтә уңышлы, үҙ ваҡыты өсөн рекордлы һәм фәнни яҡтан бик емешле, тип баһалана ала.
Башта американдар автоматик планета-ара станцияның барлығына шикләнә, сөнки Джодрелл-Бэнктағы (Чешир, Англия) иң ҙур радиообсерватория ла уны «ишетә» алмай.Әммә реактив хәрәкәт лабораторияһының (JPL) (Пасадина, Калифорния, АҠШ) 26 метр диаметрлы антеннаһы (JPL), йыһан аппараты Ай эргәһенән осоп үткәндән һуң һигеҙ сәғәт үткәс, көсһөҙ сигнал ала һәм «Луна-1»-ҙе таба.
1959 йылдың сентябрь башында, ракета афелияла булғанда, ул Марс орбитаһына яҡынса 15 млн км тиклем яҡынлаша.
Ари Абрамович Штернфельд, станция, әгәр был ваҡыт эсендә планеталарҙың тартыу көсө уның әйләнеү осорон үҙгәртмәһә, Ергә 2109 йылда әйләнеп ҡайтырға тейеш, тип иҫәпләй.
Ҡорамалдар
«Луна-1» түбәндәге фәнни ҡорамалдар: магнитометр; Гейгер иҫәпләгесе; сцинтилляция иҫәпләгесе; микрометеорит детекторы; 183,6 МГц йышлыҡта эшләгән радиотапшырғыс; 19,993 МГц йышлығында эшләгән радиотапшырғыс; хәрәкәт траекторияһын радиоконтролдә тотоу өсөн тәғәйенләнгән ҡабул итеү блогы менән йыһазландырыла.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://space.skyrocket.de/doc_sdat/luna_e1.htm
- ↑ 1 2 Siddiqi A. A. Beyond Earth (ингл.): A Chronicle of Deep Space Exploration, 1958–2016 — NASA, 2018. — P. 11. — ISBN 978-1-62683-043-1
- ↑ https://nssdc.gsfc.nasa.gov/nmc/spacecraft/display.action?id=1959-012A
- ↑ Левантовский В. И. Механика космического полета в элементарном изложении. — 3-е изд. — М.: Наука, 1980. — 512 с.
- ↑ Беспримерный научный подвиг. Материалы газеты «Правда» о трех советских космических ракетах. — М.: Государственное издательство физико-математической литературы, 1959. — 204 с.
- ↑ Воронежцы. Знаменитые биографии в истории края. — Воронеж: Издательский дом "Кварта", 2007. — С. 520. — 412 с. — ISBN 978-5-89609-105-9.
- ↑ История Конструкторского бюро химавтоматики . КБХА. Дата обращения: 10 июнь 2010. Архивировано 26 сентябрь 2011 года.
- ↑ Луна-1. Дата обращения: 2 март 2021. Архивировано 2 август 2020 года.
- ↑ А. Дубровский. Чтим прошлое, работаем на будущее. К 60-летию отечественной вычислительной техники // Наука и жизнь. — 2008. — № 6.
Әҙәбиәт
- The First Man-Made Planet: Russian Rocket Launched into Solar Orbit. // Flight International. — 9 January 1959. — Vol. 75 — No. 2607 — P. 56.