Луноход-2
Луноход-2 | |
---|---|
Етештереүсе | Лавочкин исемендәге ғилми-тикшеренеү берекмәһе (баш предприятие), ВНИИТрансмаш |
Бурыстар | Айҙың өҫкө йөҙөн һәм йыһан киңлеген тикшереү |
Старт майҙаны | Байконур Пл. 81/23 |
Ракета-йөрөтөүсе | Протон-К / Блок Д 259-01 |
Осороу | 8 ғинуар 1973 06:55:38 UTC |
Техник характеристика | |
Ауырлығы | 836 кг |
Орбита элементтары | |
Күк есеменәнә ултырыу | 15 4инуар 1973 |
Төшөү координаталары | 25°51′ с. ш. 30°27′ в. д. / 25,850° с. ш. 30,450° в. д.G |
laspace.ru/rus/luna21.ht… | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
«Лунохо́д-2» (8ЕЛ № 204) — совет дистанцион идара ителеүсе үҙйөрөшлө «Луноход» (проект Е-8) аппарат-планетоходтар серияһынан икенсеһе.
Айҙың механик үҙенсәлектәрен өйрәнеү, Айҙы фотоға һәм телевидениеға төшөрөү, ерҙәге лазер алыҫлыҡты үлсәгес менән эксперименттар үткәреү, Ҡояш нурланышын күҙәтеү һәм башҡа тикшеренеүҙәр өсөн тәғәйенләнгән. «Луноход-2»-лә СССР-ҙың дәүләт флагы, В. И. Ленин барельефы менән вымпелдар, СССР-ҙың дәүләт гербы һәм «СССР-ҙың 50 йыллығы» тексы урынлаша[1].
Конструкцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Конструкцияһы яҡтан «Луноход-2» үҙенән алда булған «Луноход-1» аппаратынан бер яҡтан да айырылмай. Уның массаһы — 836 кг. Конструкцияһына, идара итеүҙе еңеләйтер өсөн, кеше күҙе бейеклегендәге телекамера өҫтәлгән. «Луноход-1» кремний ҡояш батареяһынан айырмалы рәүештә, ҡояш батареяһы арсенид-галлий элементтарынан йыйылған. Улар параллель схема буйынса тоташтырыла һәм 1 кВт-ҡа тиклем электр ҡеүәтен тәьмин итә[2].
Ваҡиғалар хроникаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Айға 1973 йылдың 15 ғинуарында «Луна-21» автоматик планета-ара станцияһы тарафынан килтерелә. Ул Асыҡлыҡ диңгеҙенең (ru:Море Ясности) көнсығыш ситендәге Лемонье кратерында, «Аполлон-17» төшкән урындан 172 километр алыҫлыҡта ултыртыла. «Луноход-2» аппаратының навигация системаһы зыян күрә, һәм уның ер өҫтө экипажы тирә-яҡ мөхит һәм Ҡояш буйынса йүнәлеш ала. Шуныһы ҡыуаныслы: «Аполлон-17»-ҙе ултыртыу өсөн төҙөлгән райондың ентекле фотокартаһы осош алдынан рәсми булмаған сығанаҡтар аша совет планета белгестәренә тапшырыла[3].
Навигация системаһы зыян күреүгә ҡарамаҫтан, аппарат үҙенән алдағыһына ҡарағанда ҙурыраҡ араны осоп үтә, сөнки «Луноход-1» менән идара итеү тәжрибәһе иҫәпкә алына һәм бер нисә яңылыҡ индерелә, мәҫәлән, кеше бейеклегендәге өсөнсө видеокамера[4].
Дүрт ай эшләү осоронда «Луноход-2» 42 километр ара үтә (был ара 2015 йылға тиклем рекорд булып ҡала, уны «Оппортьюнити» марсоходы уҙып китә[5]), Ергә 86 панорама һәм яҡынса 80 000 кадр тапшыра[1], әммә уның артабанғы эшенә корпус эсендәге аппаратураның артыҡ йылыныуы ҡамасаулай.
«Луноход-2» яңы ғына барлыҡҡа килгән Ай кратеры эсенә инә, ләкин тупрағы бик йомшаҡ булып сыға, шуға ла луноход урынынан ҡуҙғала алмай, һуңынан, артҡа биреп, өҫкә сыға. Күрәһең, шул ваҡытта артҡа ауыш торған ҡояш батареяһының ҡапҡасы аша кратер тирәһендәге тупраҡтың бер өлөшө эскә инә. Артабан, төндә йылыны һаҡлап ҡалыу өсөн ҡапҡасты япҡас, был тупраҡ луноходтың өҫкө йөҙөнә эләгә һәм йылылыҡ изоляторына әйләнә. Һөҙөмтәлә ай көнөндә аппаратура ҡыҙып китә һәм ул эшләүҙән туҡтай[6].
«Был хәл кратерҙарҙың береһе эсендә бик ауыр шарттарҙа хәрәкәт иткәндә була. Был кратерҙың стенаһында бәләкәй генә икенсе кратер йәшеренгән булған. Был кратерҙан сығыр өсөн оператор аппаратты артҡа йөрөтөргә ҡарар итә. Ә ҡояш панеле артҡа асыҡ торған. Шулай килеп сыға: ҡояш панеленең ҡапҡасы менән ул был күренмәгән кратерҙың стенаһына төкөй, сөнки камералар тик алға ҡарай ғына ҡарап торған. Ай тупрағы ҡояш батареяһына эләгә. Әммә ай саңынан тиҙ генә ҡотолоп булмай. Ҡояш батареяһы туҙанға күмелгәс, ток кәмей, ә радиаторға туҙан эләгеүе арҡаһында йылылыҡ режимы боҙола. Һөҙөмтәлә „Луноход-2“ был кратерҙа тороп ҡала. Уны ҡотҡарырға тырышыу һөҙөмтәһеҙ тамамлана», — тип хәтерләй Олег Генрихович Ивановский[7] (ул 1958—1959 йылдарҙа ОКБ-1 Ев серияһы станцияларының төп конструкторы, 1965 йылдан баш конструктор урынбаҫары, ә 1971—1983 йылдарҙа Лавочкин исемендәге берекмәлә ай темаһы буйынса баш конструктор була).
Вячеслав Георгиевич Довган[8], Рәсәй космонавтика академияһы академигы, профессор, генерал-майор. Ул замандарҙа капитан, һуңынан майор, ай аппараттарының тәүге йөрөтөүселәренең береһе түбәндәгеләрҙе яҙа: «Икенсеһе менән хәл килеп тыуа. Дүрт ай инде ул Ер юлдашында була. 9 майҙа мин идара итә инем. Беҙ кратерға барып төкөгәс, навигация системаһы боҙолдо. Нисек сығырға? Беҙҙең ҡатмарлы хәлдәргә бер тапҡыр ҙа бындай тарығаныбыҙ юҡ ине. Ҡояш батареяларын яптыҡ һәм сығырға мәжбүр булдыҡ. Идара итеү командаһынан япмайынса сығырға бойорҙолар. Беҙ тыңламаныҡ һәм үҙебеҙсә сығып китергә маташтыҡ. Ай тупрағын эләктерҙек. Ә ай туҙаны шундай йәбешеүсән. Етмәһә, ҡояш батареяһы панелен ябырға ҡушалар, йәнәһе, туҙан үҙенән-үҙе ҡойоласаҡ. Ул эске панельгә ҡойолоп төшә, Луноход ҡояш энергияһы менән кәрәкле күләмдә тулыланыуҙан туҡтай һәм яйлап электрһыҙ ҡала. 11 майҙа аппараттанан сигнал килмәй».
Рәсми рәүештә эштәр 1973 йылдың 4 июнендә туҡтатыла. Айҙың сираттағы аппараты (Ҡытайҙың «Юйту»-һы) Айҙа 40 йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә (2013 йылдың 14 декабре) эшләй башлай.
Экспедиция һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Луноход-2» йыһан аппаратын файҙаланыу барышында бер нисә рекорд ҡуйыла: әүҙем эшләү оҙайлығы, үҙйөрөшлө аппарат массаһы һәм үткән арауығы буйынса рекорд[9][10][11]), шулай уҡ хәрәкәт тиҙлеге һәм әүҙем ғәмәлдәрҙең оҙайлығы буйынса[6]. Маршруттың «диңгеҙ» участкаһында икенсел кратерҙарҙың сағыштырмаса һанын баһалана: уларҙың диаметры 0,5 метрҙан алып 2 метрға тиклем, һаны был ҙурлыҡтағы кратерҙарҙың дөйөм һанынан 0,25 % артмай. Яңы кратерҙарҙан реголит ҡатламының тәрәнлеге 1 метрҙан 6 метрға тиклем тип баһалана, был алдағы мәғлүмәттәрҙе раҫлай. Материк алды зонаһында кратерҙар тығыҙлығы диңгеҙ участкаһы менән сағыштырғанда 2 — 3 тапҡырға кәмей, убалы урында реголит ҡатламының ҡалынлығы 10 м тиклем була[12]. «РИФМА-М» приборы ярҙамында «Луна-21»-ҙең ултыртыу урынына тиклемге алыҫлыҡта ай тупрағының химик составының үҙгәреүе тураһында мәғлүмәттәр алына: ултырыу урынынан алыҫ булмаған урында кремний 24±4 %, тимер 6±0,6 %, кальций 8±1 %, алюмин 9±1 % була, Убалы ерҙәргә табан хәрәкәт иткәндә тимерҙең проценты кәмей һәм ултырыу урынынан 5 км алыҫлыҡта 4,9±0,4-кә етә, тимерҙең иң түбән проценты 19 февралдә — 4±0,4, ә алюминдың проценты 11,5±1-гә тиклем күтәрелә[1][13]. Ай өҫтөндәге төрлө объекттарҙың альбедоһы үлсәнә һәм альбедо ҡиммәттәренең үҙгәреүе өҫкө тау тоҡомдарының химик составы үҙгәреү менән бәйле булыуы асыҡлана[14]. Ай өҫтөнөң магнит ҡырын беренсе тикшереү үткәрелгән. Лимоннье ҡултығы районында магнит ҡыры уртаса 20 - 30 γ (гамма (үлсәү берәмеге) тиң булып сыға. Лазер пеленгацияһын һәм "Луноход-2"-гә ҡуйылған "Рубин-1" фото ҡабул итеүсеһен ҡулланып, совет ғалимдары Айҙың 1500 фотоһын ала. Улар буйынса Луноход-2 координаталары юғары теүәллек менән билдәләнә[1][12].
Милексенең алмашыныуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1993 йылдың декабрендә Лавочкин исемендәге ғилми-етештереү берекмәһе Нью-Йорктағы Сотбис аукционында Айҙағы «Луноход-2»-не «Луна-21» яһалма юлдашы менән бергә эшҡыуар Ричард Гэрриотҡа 68 500 долларға һата[15][16], ул 2008 йылдың октябрендә «Союз ТМА-13» карабында йыһан турисы сифатында Халыҡ-ара йыһан станцияһына оса.
«Луноход-2» һүрәттәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Lunokhod 2 traverse-bmp.jpg
«Луноход-2» маршруты LRO-ның алты һүрәтенән торған мозаикаға ҡуйылған
- Tracks of Lunokhod 2.png
Лимоннье кратеры төбөндә «Луноход-2» эҙҙәре. Ҙур булмаған кратерҙа аппарат, магнитометр менән үлсәй һәм маневр яһай. Бәләкәй ҡараңғы түңәрәктәр — ул кире яҡҡа хәрәкәт итеү өсөн урында боролған урындар. Һүрәтте LRO 2014 йылдың майында төшөргән. Һүрәт киңлеге - 470 м.
2010 йылдың мартында Көнбайыш Онтарио университеты профессоры Филипп Стук «Луноход-2»-не LRO (Lunar Reconnaissance Orbiter) төшөргән һүрәттәрҙә таба һәм уның урынлашыу координаталарын билдәләй. Координаталар совет ғалимдары күрһәткәндәргә яҡын булып сыға[19][20][21][22].
«Ай аппаратының эҙҙәре яҡшы күренә. Ә хәҙер, уның экспедицияһы тарихын белеп, уның Айҙағы эшмәкәрлеге тураһында ентекле мәғлүмәт ала алабыҙ. Хәҙер уның магнит ҡырын ҡайҙа үлсәгәнен, тулыраҡ мәғлүмәт туплау өсөн бер юл буйлап алға-артҡа хәрәкәт итеүен күрәбеҙ», — тип әйтелә Көнбайыш Онтарио университетының белдереүендә[23].
Һуңыраҡ Канада ғалимы Филипп Стуктың «Луноход-2»-нең урынын дөрөҫ билдәләмәүе билдәле була. «„Луноход-2“ тип иҫәпләгән ҡараңғы урын — кратер янында аппарат китеп барған һәм ҙур ҡыйынлыҡ менән сығып киткән урын. Унда ул алға-артҡа бик күп хәрәкәт итә һәм борола, һәм боҙолған ер ҡара тап кеүек күренә», — тип проектта селенолог булараҡ ҡатнашҡан Александр Базилевский әйтә[24][25]. Александр Базилевский — Вернадский исемендәге геохимия һәм аналитик химия институтының (ГЕОХИ) сағыштырма планетаология лабораторияһы мөдире[26].
Рәсәй космонавтика академияһы академигы, профессор, генерал-майор Вячеслав Георгиевич Довгань[27]: "«Лунноход-2» лә табылған. Өҫтәүенә, былтыр июнь айында ебәрелгән Америка орбиталь-разведка спутнигы таба. Әйткәндәй, Айҙа беҙҙең һыуҙы билдәләү аппараты ла бар. Юлдаш "Аполлон"дарҙың ултырыу урындарын да, беҙҙең «Луна 17»-не лә, беҙҙең «Луноход 1» һәм «Луноход 2»-не лә фотоға төшөрә. Уларҙы ни өсөн «Луноход-1» фотоһүрәттә сағыу, ә «Луноход-2» ҡара төҫтә тигән һорау ғына ҡыҙыҡһындыра. Әммә улар «Луноход-2»-лә беҙ Ҡояш батареяһы панелен ябып ҡуймағанды онота. Был беҙ киткән көн ине. Шуға күрә ул Ҡояш панеле асыҡ тора һәм көнсығышҡа ҡарай ине", — тип билдәләп үтә.
Аныҡ урыны[28] LRO һүрәттәренән Харьков университеты ғалимдары Вадим Кайдаш һәм Серхий Герасименко тарафынан билдәләнгән. «Луноход-2»-нең Ай өҫтөндәге торошо: 25,84009° с. ш., 30,90191° в. д.[29]. Том Мерфи 2010 йылда «Луноход-1»-ҙең сағылдырыусыһын таба һәм лазер локацияһы буйынса уңышлы тәжрибәләр үткәрелеүе тураһында хәбәр итә, «Луноход-2» координаталарын күрһәтә: 25,8509889° с. ш., 30,9087373° в. д.[30].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Наука и человечество. 1975. Сборник. — М.: Знание, 1974. — С. 342—345. — 85 000 экз.
- ↑ Маров М. Я., Хантресс У. Т. Советские роботы в Солнечной системе: Технологии и открытия. — М: Физматлит, 2013. — 612 с. — ISBN 978-5-9221-1427-1.
- ↑ 25 лет Луноходу-1 . Дата обращения: 4 ғинуар 2019. Архивировано из оригинала 8 ноябрь 2010 года.
- ↑ Арнольд Селиванов. Как Советский Союз снимал высадку на Луну, Лента.ру : Сетевое издание (10 ғинуар 2017). 13 октябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Opportunity Updates, sols 3963-3969 . Дата обращения: 3 апрель 2015. Архивировано 30 август 2015 года.
- ↑ 6,0 6,1 Бурба Г. Большая одиссея Архивная копия от 26 май 2008 на Wayback Machine // Вокруг света. — № 8, 2003. — С. 62.
- ↑ Луноход-1 . Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано 25 июнь 2012 года.
- ↑ Прогулки по Луне. «Экспресс К». № 322 (16708) от 01.05.2009, Виктор ГЕРБЕР, Актобе . Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 2 ноябрь 2014 года.
- ↑ Emily Lakdawalla. Is Opportunity near Lunokhod’s distance record? Not as close as we used to think! (ингл.). The Planetary Society (21 июнь 2013). Дата обращения: 26 июнь 2013. Архивировано 25 июнь 2013 года.
- ↑ Witze, Alexandra Space rovers in record race (ингл.). Nature News (19 июнь 2013). Дата обращения: 26 июнь 2013. Архивировано 27 июнь 2013 года.
- ↑ Karachevtseva I. P., Kozlova N. A., Kokhanov A. A., Zubarev A. E., Nadezhdina I. E. Cartography of the Luna-21 landing site and Lunokhod-2 traverse area based on Lunar Reconnaissance Orbiter Camera images and surface archive TV-panoramas (инг.) // Icarus. — Elsevier. — Vol. 283. — P. 104—121. — DOI:10.1016/j.icarus.2016.05.021. Архивировано 14 ғинуар 2018 года.
- ↑ 12,0 12,1 Гурштейн, 1973, с. 26
- ↑ Гурштейн, 1973, с. 23
- ↑ Липский Ю. Н., Шевченко В. В. Измерения оптических свойств лунных пород в переходной зоне (по результатам наблюдений на «Луноходе-2») // Космохимия Луны и планет. Труды Советско-Американской конференции по космохимии Луны и планет / Академия наук СССР, Национальное управление по аэронавтике и исследованию космического пространства, США; Отв. ред. А. П. Виноградов. — М.: Наука, 1975. — С. 607—610.
- ↑ Джефри Клюгер «Соцлагерь с молотка» Архивная копия от 24 сентябрь 2017 на Wayback Machine // журнал Discover, апрель 1994 (инг.)
- ↑ After 17 Years, a Glimpse of a Lunar Purchase Архивная копия от 17 ғинуар 2018 на Wayback Machine (инг.)
- ↑ M175070494 LROC (NASA/GSFC/Arizona State University)
- ↑ Mark Robinson. Lunokhod 2 Revisited (ингл.). 2012-03-13. School of Earth and Space Exploration. Arizona State University. Дата обращения: 13 октябрь 2018. Архивировано 22 июль 2015 года.
- ↑ Советские учёные никогда не «теряли» «Луноход-2» — академик Маров . РИА Новости (17 март 2010). Дата обращения: 19 март 2010. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ After 17 Years, a Glimpse of a Lunar Purchase Архивная копия от 14 сентябрь 2017 на Wayback Machine // Nytimes.com
- ↑ You, Too Can Find Missing Russian Spacecraft Архивная копия от 23 март 2010 на Wayback Machine // Universe Today, 16.03.2010
- ↑ Учёные нашли на Луне «Луноход-2» Архивная копия от 17 май 2021 на Wayback Machine // Лента.ру, 17.03.2010
- ↑ На Луне найден советский «Луноход-2», пропавший 37 лет назад . Дата обращения: 17 март 2010. Архивировано из оригинала 22 март 2010 года. // Эхо планеты, 17.03.2010
- ↑ В. Губарев. Хроника одного путешествия, или Повесть о первом Луноходе
- ↑ Страна чествует создателей и эксплуатационщиков отечественного аппарата «Луноход-1», который оставил на спутнике Земли первую лунную колею . Дата обращения: 7 ноябрь 2012. Архивировано 19 июнь 2013 года.
- ↑ Канадский астроном неверно определил положение "Лунохода" . РИА Новости (19 март 2010). Дата обращения: 26 ноябрь 2010. Архивировано 1 июнь 2012 года.
- ↑ Интервью В. Г. Довганя на радио «Голос России» 09.06.2010 . Дата обращения: 1 март 2013. Архивировано 14 апрель 2012 года.
- ↑ «Луноход-2» виден, например, на снимке M109039075LE Архивная копия от 20 ғинуар 2012 на Wayback Machine, сделанном LRO 1 октября 2009 года на 1203-м витке, по информации на сайте камеры LRO . Архивировано 10 апрель 2014 года.
- ↑ И. Соболев. LRO — Новые находки на Луне . Новости космонавтики. — «Координаты этой точки на лунной поверхности, по их сведениям, составляют 25.84009° с. ш., 30.90191° в. д. Данные, приведённые на сайте LRО (см. таблицу), несколько отличаются - вероятно, в силу использования разных систем координат.» Дата обращения: 17 май 2011. Архивировано 16 октябрь 2011 года.
- ↑ Finding the lost Lunokhod 1 rover: Icarus, 211, 1103, (2011) . Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано 20 август 2014 года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Научно-технический отчёт. Радиотехнический комплекс автоматических станций «Луна-21» и «Луноход-2». 4 января 1974 года , 128 страниц, рассекречено НИИ-885
- Гурштейн, А. А. «Луноход-2» у лунного материка // Природа. — 1973. — № 10. — С. 17–26.
- Базилевский, А. Т. «Луноходы-1 и -2» в истории лунных исследований : К 50-летию первого запуска планетохода : [арх. 26 ноябрь 2021] // Природа : журн. — 2021. — № 2.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Панорамные изображения лунной поверхности, полученные Луноходом-2. Лаборатория сравнительной планетологии ГЕОХИ РАН
- Панорама лунохода в музее Космонавтики (обзор 360 градусов)
- Интервью Арнольда Сергеевича Селиванова, руководителя разработки телевизионных систем, о подготовке и самой миссии «Лунохода—2» // Лента.ру, 10 января 2017
- Лунные снимки «Лунохода-2»
- Положение «Лунохода-2» на Луне — по данным сайта камеры LRO, координаты: широта 25,83212°, долгота 30,90791°
- Изображение «Лунохода-2» на Луне, сделанное с высоты 24 км .