Луна-27
«Луна-27» — Роскосмос һәм Европа космос ассоциацияһының (EКA) Ерҙең тәбиғи юлдашын үҙләштереү буйынса берлектәге проекты[2][3] һәм Рәсәй Ай программаһының беренсе этабының бер өлөшө. Был йыһан аппаратының башҡа исемдәре: «Луна-Ресурс-1 ПА» (Ултыртыу аппараты)[4].
Ул Айҙағы боҙ өлгөһөн тәрәндән алыу һәм анализлау өсөн ауыр төшөү аппарат. Шулай уҡ, Роскосмос һәм Һиндостан космос тикшеренеүҙәре ойошмаһы араһында 2007 йылдың 12 ноябрендәге агентлыҡ-ара килешеү сиктәрендә, «Луна-27» йыһан аппараты составына һинд мини-луноходы индерелгән. ләкин Һиндостандың ҡатнашыуы мәсьәләһе тулыһынса хәл ителмәгән[5]. «Луна-Ресурс-1» миссияһы ике өлөштән тора: орбиталь («Луна-26») һәм ултырыу («Луна-27»).
Миссия тарихы
— 2016 йылдың 12 июлендә EКA һәм Leonardo-Finmeccanica компанияһы «Луна-27» өсөн быраулау ҡоролмаһы төҙөү тураһында килешеү төҙөйҙәр. Ул «ЭкзоМарс» миссияһы өсөн ҡоролма нигеҙендә төҙөлә һәм, Айҙың көньяҡ полюсында 2 метр тәрәнлеккә тишеп, ай тупрағы алыу ҡоролмаһы буласаҡ. Аппарат −170 °C температурала файҙаланыласаҡ[6].
— 2018 йылдың 1 майында Рәсәй Фәндәр академияһының Йыһан советы Европа быраулау ҡоролмаһын һәм юғары аныҡлыҡтағы һәм хәүефһеҙ ултырыу системаһын Рәсәй аналогтарына алмаштырырға тәҡдим итә. Лавочкин исемендәге берекмә вәкилдәре әйтеүенсә, Европа белгестәре, Айға йыһан аппаратын ултыртыу өсөн грунт йыйыу ҡоролмаһын һәм навигация системаһын эшләп сығарырға тейеш булғандар, ләкин ҡоролмаларҙың ауырлығы тейешленән артып киткән. Шуға күрә лә Рәсәй аналогтарын эшләү кәрәк була. Ҡарар Роскосмос тарафынан хуплана[7].
— 2019 йылдың 29 авгусында ЕКА башлығы Йохан-Дитрих Вернер киң мәғлүмәт сараларына «ЭкзоМарс» миссияһының икенсе этабы өсөн Марс быраулау ҡоролмаһы нигеҙендә эшләнгән быраулау ҡоролмаһы өлгөһө әҙер һәм тәүге һынауҙарҙы үтте, тип хәбәр итә. Әммә быраулау ҡоролмаһын Рәсәйгә килтереү ваҡыты әлегә аныҡ билдәләнмәгән, һөйләшеүҙәр алып барыла[8].
— 2020 йылдың 14 апрелендә «Лавочкин» исемендәге берекмәнең генераль директоры Владимир Колмыков киң мәғлүмәт сараларына әлеге ваҡытта «Луна-27» документацияһы әҙерләү стадияһында, тип белдерә[9].
— 2021 йылдың 20 октябрендә Роскосмос етәксеһе Дмитрий Рогозин «Луна-27»-не 2025 йылда «Союз-2.1б» урынына «Ангара-А5» сығарасаҡ, тип белдерә[10].
— 2022 йылдың 13 апрелендә ЕКА Украиналағы хәрби хәрәкәттәр менән бәйле проектта ҡатнашыуҙы туҡтатыу тураһында иғлан итә[11][12].
— 2022 йылдың 29 апрелендә «Роскосмос» етәксеһе Дмитрий Рогозин киң мәғлүмәт сараларына «Луна-27» аппаратының миссияһы, әлеге мәлдә Роскосмостың төп финанс һәм етештереү ресурстарын орбиталь төркөмдө арттырыуға тотоноуын иҫәпкә алып, төҙәтелеүе ихтимал, тип белдерә[13].
— 2022 йылдың 30 июнендә Рәсәй Фәндәр академияһының Йыһан ғилми-тикшеренеү институты һәм Лавочкин исемендәге ғилми-тикшеренеү берекмәһе ғалимдары, инженерҙары «Русский космос» журналында баҫылған мәҡәләлә «Луна-27» төҙөү буйынса эштәр әлеге ваҡытта проект документацияһын әҙерләү стадияһында, тип хәбәр итә[14].
— 2 ноябрҙә Роскосмос Лавочкин исемендәге берекмһе менән «Луна-27» ултырыу станцияһын төҙөү буйынса килешеү төҙөй (шифр «Луна-Ресурс-1» (ПА-2021)). Эш барышында проектлау буйынса эш документацияһы, автономлы һынауҙар өсөн йыһан аппараттары состав өлөшөнөң тәжрибә өлгөләре, хәрәкәтләндереү ҡоролмалары, осоу өлгөләре, ултыртыу һәм тупраҡ йыйыу ҡоролмаларын, шулай уҡ манипуляторҙы әҙерләү һәм һынау ойоштороласаҡ. Станцияны төҙөүгә 7 2 млрд һум самаһы аҡса сарыф ителәсәк, тип баһалана[15][16].
— 2023 йылдың 19 июлендә Рәсәй Фәндәр академияһының Йыһан тикшеренеүҙәре институтының ядро планетаологияһы кафедраһы мөдире Игорь Митрофанов киң мәғлүмәт сараларына әлеге ваҡытта «Луна-27» автоматик станцияһының ҡайһы бер компоненттарын ватан аналогтарына алмаштырыу буйынса эштәр алып барылыуы, бырау булдырыу проект документацияһы әҙерләү стадияһында булыуы хаҡында белдерә[17][18].
— 2023 йылдың авгусында Роскосмос башлығы Юрий Борисов «Луна-27»-не эшләтеп ебәреү 2028 йылға планлаштырыла, тип белдерә[19].
— 2023 йылдың декабрендә Рәсәй Фәндәр академияһы Роскосмосҡа миссияның тамамланыуын гарантиялау маҡсатында ике космос карабын — «Луна-27А» һәм «Луна-27Б» төҙөргә тәҡдим итә.[20].
Ултырыу урыны
«Луна-27»-нең теүәл ултырыу урыны «Луна-26» орбиталь станцияһы мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнәсәк[21].
Яңы ай ярышы аппараттарының күпселеге кеүек үк, «Луна-27»-не Айҙың көньяҡ полюсына ултыртыу планлаштырыла. Рәсәй Фәндәр академияһының Космос ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе, ай программаһының беренсе этабының ғилми директоры академик Лев Зеленый фекеренсә, был Америка LRO (Lanar Reconaissance Orbiter) йыһан карабындағы Рәсәй LEND приборының Көньяҡ ҡотопта һыу боҙҙары күберәк булыуы тураһында мәғлүмәттәре менән бәйле[22].
Әммә, Лев Зелёный фекеренсә, хәҙер боҙҙоң дөйөм күләме түгел, ә уның составын өйрәнеү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырырға тейеш. Шулай уҡ ул: «Әлбиттә, был осраҡта Төньяҡ һәм Көньяҡ полюстар араһында һиҙелерлек айырма юҡ, әммә Төньяҡ һәм Көньяҡ полюстарҙағы үлсәүҙәрҙе сағыштырыу бик күп мәғлүмәт бирәсәк», — тип аңлата. Тап шуның өсөн дә 2023 йылдың декабрь аҙағында академик Лев Зеленый ике ҡулайлама төҙөргә тәҡдим итә һәм киң мәғлүмәт сараларына «Луна-27» серияһының күҙалланған ултырыу урындары тураһында хәбәр итә[22]:
— «Луна-27А» — Айҙың Көньяҡ полюсы.
— «Луна-27Б» — Төньяҡ полюс йәки поляр өлкәлә Айҙың кире яғы.
Төп бурыстар
«Луна-27» космос карабын Ай өҫтөнә килтереү маҡсаттары:
— Айҙың Көньяҡ полюсы районында контакт тикшеренеүҙәре үткәреү (тупраҡты анализлау);
— Ай өҫтөнә ҡуйылған нейтрон детектор ярҙамында һыу боҙҙарын эҙләү;
— Ай өҫтөндә магнит аномалияларын өйрәнеү.
— йыһан аппараты эргәһендәге 2 — 3 урындан 2 метрға тиклем тәрәнлектән алынған һәм өҫкө ҡатлам реголитының минералогик, химик, элемент һәм изотоп составын тикшереү;
— Ай өҫтө тупрағының физик (механик, йылылыҡ һ. б.) үҙенсәлектәрен өйрәнеү;
— Айҙың эске төҙөлөшөн һәм уның глобаль хәрәкәтен сейсмология һәм күк механикаһы ысулдары буйынса өйрәнеү.
Фәнни эксперименттарҙан тыш, миссия сиктәрендә юғары аныҡлыҡ һәм хәүефһеҙ ултыртыуҙы тәьмин итеү саралары һәм методикалары эшләнәсәк. Улар артабан Ай базаһының маҡсатлы комплекстарын килтереү өсөн ҡулланыласаҡ[23].
Аппарат составы
Иҫкәрмәләр
- ↑ В «Роскосмосе» назвали дату начала работ по созданию лунной базы. РБК (14 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2020. Архивировано 31 май 2020 года.
- ↑ Роскосмос готовится к колонизации Луны (недоступная ссылка — история). «Агентство по инновациям и развитию» (20 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2016.
- ↑ archive.today
- ↑ Совет главных конструкторов по «Лунным программам». ФГУП "НПО им. С.А. Лавочкина" (8 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2016. Архивировано 24 июнь 2016 года.
- ↑ Индия не обращалась с просьбой исключить ее минировер из состава российской лунной станции. ТАСС (21 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2016. Архивировано 30 июнь 2016 года.
- ↑ Бурильную установку для российской лунной станции "Луна-Ресурс" создадут в Европе. ТАСС (12 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2019. Архивировано 29 август 2019 года.
- ↑ Бур и систему навигации для российской миссии "Луна-27" импортозаместят. РИА Новости (11 май 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2018. Архивировано 13 май 2018 года.
- ↑ Глава ЕКА заявил, что сроков доставки в РФ установки для забора лунного грунта пока нет. ТАСС (29 август 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 август 2019. Архивировано 29 август 2019 года.
- ↑ Россия планирует "застолбить" место для лунной базы в 2025 году. РИА Новости (14 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2020. Архивировано 14 апрель 2020 года.
- ↑ "Луну-27" запустят на ракете-носителе "Ангара" с космодрома Восточный. ТАСС (20 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 октябрь 2021. Архивировано 21 октябрь 2021 года.
- ↑ N° 16–2022: Redirecting ESA programmes in response to geopolitical crisis. European Space Agency (13 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июль 2022. Архивировано 13 апрель 2022 года.
- ↑ Европейское космическое агентство прекратило сотрудничество с Россией по лунной программе. Meduza (13 апрель 2022). Архивировано 21 апрель 2022 года.
- ↑ Рогозин: в приоритете у Роскосмоса стоит обеспечение гособоронзаказа. ТАСС (29 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2022. Архивировано 29 апрель 2022 года.
- ↑ В Роскосмосе сообщили, что проект "Луна-26" находится в стадии изготовления макета. ТАСС (30 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2022. Архивировано 30 июнь 2022 года.
- ↑ "Роскосмос" заключил контракты на создание станций "Луна-26" и "Луна-27". РИА Новости (3 ноябрь 2022).
- ↑ Роскосмос подписал госконтракты на создание двух лунных миссий. ТАСС (3 ноябрь 2022).
- ↑ Ученый сообщил об активном ходе работ по импортозамещению комплектующих "Луны-27". 21 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Специалисты ведут работы по импортозамещению комплектующих станции "Луна-27" - Российская газета (19 июль 2023). 21 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Борисов назвал сроки запуска миссий "Луна-26", "Луна-27" и "Луна-28". 21 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Роскосмос рассматривает предложение РАН о создании двух аппаратов "Луна-27". 21 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Роскосмос рассматривает предложение РАН о создании двух аппаратов "Луна-27". 21 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 "Луна-27б" может отправиться на Северный полюс Луны или на ее обратную сторону. 21 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Космический аппарат «Луна-Ресурс-ПА». «НПО им. С. А. Лавочкина» (20 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2016. Архивировано 11 май 2016 года.
- ↑ Алексей Андреев. И на Марсе может здорово трясти Архивная копия от 11 апрель 2021 на Wayback Machine, 20 Мая 2019
- ↑ Прибор СЕЙСМО-ЛР Архивная копия от 31 ғинуар 2015 на Wayback Machine // Сейсмические исследования Луны
- ↑ Бурильную установку для российской лунной станции "Луна-Ресурс" создадут в Европе. ТАСС (12 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2016. Архивировано 13 сентябрь 2016 года.
- ↑ Луна-27 «Ресурс». «Космическая лента» (27 август 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2016. Архивировано 19 май 2016 года.
- ↑ ЕКА поставит систему посадки для российской станции «Луна-27» (19 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2017. Архивировано 13 август 2017 года.