Козлов Дмитрий Ильич
Дмитрий Ильич Козлов | |
---|---|
Файл:Козлов Дмитрий Ильич.jpg | |
Тыуған көнө | 1 октябрь 1919[1] |
Тыуған урыны | Тихорецкая станицаһы |
Вафат көнө | 7 март 2009[2] (89 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил |
![]() ![]() |
Ғилми даирәһе | ракета төҙөү |
Эшләгән урыны | «ЦСКБ-Прогресс» |
Альма-матер | Ленинград хәрби-механика институты Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты |
Ғилми дәрәжәһе | техник фәндәр докторы |
Ғилми исеме |
профессор; член-корреспондент АН СССР; РФА мөхбир ағзалары |
Награда һәм премиялары | |
Автограф |
![]() |
![]() |
Дми́трий Ильи́ч Козло́в (1 октябрь 1919, Тихорецк станцияһы — 7 март 2009, Һамар) — совет һәм Рәсәй ракета-космос техникаһы конструкторы.
Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, Үҙәк махсуслаштырылған конструкторлыҡ бюроһының генераль конструкторы (ЦСКБ-Прогресс), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1991; 1984 йылдан СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты).
Биографияһы
Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дмитрий Ильич Козлов 1919 йылдың 1 октябрендә Тихорецк станицаһында (хәҙерге Краснодар крайының Тихорецкий ҡалаһы) эшсе ғаиләһендә тыуған[4].
Граждандар һуғышынан һуң атаһын тимер юл транспортында партия эше буйынса үрләтәләр. Улар йыш күсенәләр, шуның арҡаһында Д. И. Козловҡа Владикавказ, Грозный, Новороссийск ҡалалары мәктәптәрендә уҡырға тура килә, һәм урта мәктәпте ул 1937 йылда Пятигорскиҙа тамамлай. Матрос булырға хыяллана, әммә Хәрби-диңгеҙ академияһына насар күреүе арҡаһында ҡабул ителмәй[4].
Ленинград хәрби-механик институтының артиллерия факультетына 1937 йылда уҡырға инә[5].
Һуғыш йылдарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Дмитрий Козлов 1941 йылдың 1 июлендә үҙ теләге менән Ленинград халыҡ ополчениеһына яҙыла[6]. Луга янындағы алыштарҙа ҡатнаша, 1941 йылдың 10 авгусында яралана. Һауығып сыҡҡас Волхов фронтының 2-се армияһы 165-се айырым төҙөлөш батальонында хеҙмәт итә[4]. 1943 йылдың ноябрендә кесе лейтенанттар курсын тамамлай. 1943 йылдың аҙағынан Ораниенбаум плацдармында 71-се айырым хәрби-диңгеҙ уҡсылар бригадаһының взвод командиры була. Ленинград—Новгород операцияһында ҡатнаша (1944 йылдың ғинуар-феврале),1944 йылдың 25 ғинуарында икенсе тапҡыр ҡаты яралана[4]. 1944 йылдың майынан ҡабаттан фронтҡа китә Ленинград фронтының 21-се армияһы 90-сы уҡсылар дивизияһы 173-сө уҡсылар полкының уҡсылар взводы командиры итеп тәғәйенләнә[4]. Выборг операцияһында ҡатнаша, Выборгтан төньяҡтараҡ барған алыштарҙа 1944 йылдың 12 июлендә өсөнсө тапҡыр ҡаты яралана (һул ҡулын юғалта). 1944 йылдың сентябрендә инвалидлыҡ арҡаһында демобилизациялана[4]. Институтта уҡыуын дауам итә һәм уны 1945 йылдың декабрендә тамамлай.
Ракета төҙөүҙә эшләүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1946 йылда, ҡулға төшөрөлгән ракета техникаһын өйрәнеү буйынса техник комиссия ағзаһы булып эшләгәндән һуң, Дмитрий Ильич М. И. Калинин исемендәге 88-се завод конструкторлыҡ бюроһында (ҒТИ-88, 1951 йылда ОКБ-1 тип үҙгәртеп ҡорола) С. П. Королёв етәкселегендә эшләй.
1950 йылдарҙа тәүҙә Р-5 ракетаһының, ә һуңғараҡ Р-7 ракетаһының төп конструкторы була. Нәҡ ошо ракета ҡитға-ара баллистик ракеталар эшләүҙә СССР-ҙың өҫтөнлөгөн күрһәтә һәм ғәмәли космонавтика булдырыуға нигеҙ һалырға мөмкинлек бирә. 1958 йылдан Дмитрий Ильич 1-се самолет төҙөү заводында (Куйбышев ҡалаһы) Р-7 ракеталарын сериялы етештереүҙе йәйелдереү менән етәкселек итә. Был заводта конструкторлыҡ бюроһы ойоштора, был бюро һуңыраҡ ракета-космос техникаһын булдырыу буйынса иң алдынғыларҙың береһенә әүерелә.
1961 йылда Д. И. Козловҡа ракета техникаһын булдырыуҙағы ҡаҙаныштары һәм донъяла кешене беренсе тапҡыр йыһан киңлегенә осоуға булышлыҡ иткәне өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә (СССР Юғары Советы Президиумының 1961 йылдың 17 июнендәге указы, баҫылмай)[7].
1961 йылдан Д. И. Козлов ОКБ-1 баш конструкторы урынбаҫары (1966 йылдан — беренсе урынбаҫар), 3-сө филиалдың баш конструкторы һәм етәксеһе, 1967 йылдан эксперименталь машиналар эшләү Үҙәк конструкторлыҡ бюроһының (ЦКБЕМ) баш конструктор урынбаҫары, ЦКБЕМ Куйбышев бүлексәһе етәксеһе һәм баш конструкторы,1974 йылдан — Үҙәк махсуслаштырылған конструкторлыҡ бюроһының (ЦСКБ) начальнигы һәм баш конструкторы, ә 1983 йылдан — ЦСКБ-ның етәксеһе һәм генераль конструкторы була.
1996 йылдың апрелендә ЦСКБ-Прогресс ракета-космос үҙәге булдырылғандан һуң, Д. И. Козлов уның генераль директоры һәм генераль конструкторы итеп тәғәйенләнә.
1960 йылдар башынан СССР Фәндәр академияһының сәнәғәт конструкторлыҡ бюролары һәм институттары менән берлектә Д. И. Козлов етәкселегендәге проектлау бюроһы — стратегик ҡоралдарҙы сикләү буйынса халыҡ-ара килешеүҙәрҙе үтәүҙе күҙәтеү өсөн космос аппараттарын булдырыу, Ерҙең тәбиғәт ресурстарын һәм тирә-яҡ мөхитте контролдә тотоуҙы тикшереү («Фрам», «Ресурс-Ф»), космос техникаһы һәм материалдар фәне («Фотон»), космос медицинаһы һәм биологияһы («Бион») һәм «Восток», «Молния», «Союз» ракеталарын эшләү буйынса төп конструкторлыҡ бюроһы.
1960 йылдар уртаһында Козловтың конструкторлыҡ бюроһы «Звезда» маневрлы хәрби космос карабын эшләй. Проект хуплана, хөкүмәт беренсе һынау осошон 1968 йыл аҙағына билдәләй. Әммә С. П. Королевты алмаштырған ОКБ-1-ҙең яңы етәксеһе В. П. Мишин, «Союз» 7К-ВИ/ОИС космос карабының тағы бер хәрби версияһын төҙөргә вәғәҙә биреп, «Звезда» программаһын ғәмәлдән сығарыуға өлгәшә, ләкин "ай уҙышы"на сығымдар күп булыу сәбәпле төҙөлмәй[8][9].
Д. И. Козловтың «ЦСКБ-Прогресс»-та эшләү осоронда төрлө маҡсатлы 1700-ҙән ашыу Р-7 ракетаһы һәм бер меңгә яҡын йыһан аппараты эшләнә, етештерелә һәм осорола. Д. И. Козлов — ҡатмарлы пилотһыҙ йыһан комплекстарын һәм уларҙы ойоштороу системаларын төҙөү һәм проектлау буйынса теоретик һәм эксперименталь тикшеренеүҙәргә арналған 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уйлап табыу авторы. Д. И. Козлов төрлө ҡатмарлылыҡтағы проблемаларҙы хәл итеүгә һәләтле ижади коллектив булдыра. Дмитрий Ильич үҙенең уҡытыусыһы С. П. Королевтың ойоштороу эшмәкәрлеге традицияларын һаҡлай һәм үҫтерә. Юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙе предприятие уңышының төп факторҙарының береһе тип һанай. Ул күп йылдар дауамында илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе булған Һамар дәүләт аэрокосмос университетының «Осоусы аппараттар» кафедраһын етәкләй.
Дмитрий Ильич Козлов 2009 йылдың 7 мартында вафат була. Һамар ҡалаһы зыяратында ерләнгәнref>В Самаре умер соратник Сергея Королёва . Дата обращения: 5 сентябрь 2009. Архивировано 1 октябрь 2009 года.</ref>
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дмитрий Ильич өйләнә, улы Владимир — «ЦСКБ-Прогресс» генераль директоры урынбаҫары, ҡыҙы Ольга — шахмат һәм шашка клубы директоры[10].
Ғалми, академик, маҡтаулы исемдәре, ғилми дәрәжәләре
- Профессор
- Техник фәндәр докторы
- Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты
- Халыҡ-ара космонавтика академияһы ағзаһы
- К. Е. Циолковский исемендәге Рәсәй космонавтика академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы
- Рәсәй Федерацияһы Технология фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы
- Рәсәй инженер академияһының почетлы ағзаһы
- Рәсәй Федерацияһының Навигация һәм юл хәрәкәтен контролдә тотоу академияһының почетлы ағзаһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы һәм СССР:
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1943)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944 йылдың 4 июле)[11]
- Ленин ордены (1956, 1959)
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961, 1979)
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- Беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985 йылдың 6 апреле)[12][13]
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- Жуков миҙалы (1994)
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1994 йылдың 11 ноябре)[14]
Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәте бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты — ракета-космос техникаһын формалаштырыуға һәм үҫтереүгә индергән ҙур шәхси өлөшө өсөн (30 сентябрь 1999 йыл)[15]
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (29 сентябрь 1999 йыл) — ракета-космос техникаһын булдырыуға һәм үҫтереүгә ҙур шәхси өлөш индергәне, күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн һәм тыуған көнөнән 80 йыллыҡ юбилейы айҡанлы[16]
Премиялары:
- Ленин премияһы (1957)
- СССР Дәүләт премияһы (1976, 1983)
- Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы (1994)
Хәтер
- 2009 йылдың 3 июнендә Һамар муниципаль музейына Козлов исеме бирелә[17]. 2010 йылдың 24 февралендә музей алдындағы Хеҙмәт Даны майҙаны Козлов майҙаны тип үҙгәртелә[18][19].
- 2010 йылдан алып Һамар авиация һәм сәнәғәт машиналары эшләү техникумы уның исемен йөрөтә[20].
- 1981 йылда Краснодар крайының Тихорецк ҡалаһының Октябрь урамында Д. И. Козловҡа бюсы ҡуйыла (скульпторы — Г. Франгулян).
- 2019 йылдаҺамар музейы алдында һәйкәл ҡуйыла.
- Һамарҙа Д. И. Козлов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://tass.ru/encyclopedia/person/kozlov-dmitriy-ilich (урыҫ)
- ↑ http://www.gazeta.ru/news/lenta/2009/03/07/n_1338582.shtml (урыҫ)
- ↑ https://tass.ru/encyclopedia/person/kozlov-dmitriy-ilich
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Антон Бочаров. Козлов, Дмитрий Ильич . «Герои страны» сайты.
- ↑ Козлов, Дмитрий Ильич . Энциклопедия ТАСС. Дата обращения: 21 август 2022. Архивировано 21 август 2022 года.
- ↑ Волховский пересыльный пункт . Дата обращения: 12 март 2018. Архивировано 12 март 2018 года.
- ↑ Герои страны . Дата обращения: 14 июль 2013. Архивировано 12 март 2018 года.
- ↑ Антон ПЕРВУШИН. ИСТРЕБИТЕЛИ ВЫХОДЯТ НА ОРБИТУ . Дата обращения: 29 август 2012. Архивировано 20 сентябрь 2012 года.
- ↑ М. Жердев. Как советские боевые орбитальные станции собирались отстреливаться от спутников-убийц . Дата обращения: 29 август 2012. Архивировано 25 апрель 2011 года.
- ↑ Козлов Дмитрий Ильич . Дата обращения: 5 сентябрь 2009. Архивировано 27 июнь 2010 года.
- ↑ Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 31652581
- ↑ Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 1523528576
- ↑ Указ ПВС СССР от 06.04.1985
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 ноября 1994 года № 2081 «О награждении государственными наградами Российской Федерации.» Дата обращения: 14 июль 2013. Архивировано из оригинала 26 август 2014 года.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 30 сентября 1999 года № 369-рп «О поощрении Козлова Д. И.» Дата обращения: 14 июль 2013. Архивировано 16 март 2016 года.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 29 сентября 1999 года № 1527-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Козлова Д. И.» Дата обращения: 14 октябрь 2022. Архивировано 14 октябрь 2022 года.
- ↑ Музею Самара Космическая присвоено имя конструктора Дмитрия Козлова . Дата обращения: 28 февраль 2010. Архивировано 13 апрель 2014 года.
- ↑ В Самаре появилась площадь имени Дмитрия Козлова . Дата обращения: 28 февраль 2010. Архивировано 13 апрель 2014 года.
- ↑ В Самаре появилась площадь Козлова . Дата обращения: 28 февраль 2010. Архивировано 27 февраль 2011 года.
- ↑ ГБОУ СПО СТАПМ им. Д. И. Козлова . Дата обращения: 28 март 2014. Архивировано 28 март 2014 года.
Һылтанмалар
- Козлов Дмитрий Ильич . Память народа. Дата обращения: 18 сентябрь 2022.
- Козлов Дмитрий Ильич . «Герои страны» сайты.
- В. Дребков. Козлов Дмитрий Ильич // «Новости космонавтики» № 20, 1994.
- Козлов Дмитрий Ильич на сайте ЦСКБ-Прогресс
- Козлов Дмитрий Ильич на сайте администрации г. Самара
- Козлов Дмитрий Ильич на сайте ЦНИИ робототехники и технической кибернетики
- Самара прощается с Д. И. Козловым. Видео // Телестудия Роскосмоса (недоступная ссылка)
- Генерал космической верфи // astronaut.ru
- Отец апокалипсиса. Самые масштабные проекты советского конструктора Козлова // РИА Новости, 1.10.2019
Әҙәбиәт
- Ракеты и люди — Б. Е. Черток, М: «Машиностроение», 1999г, — ISBN 5-217-02942-0;
- Осташев А. И. «Сергей Павлович Королёв — гений XX века». Прижизненные личные воспоминания об академике С. П. Королёве — 2010 г. М.: ГОУ ВПО МГУЛ. ISBN 978-5-8135-0510-2.
- «С. П. Королёв. Энциклопедия жизни и творчества» — под редакцией В. А. Лопота, РКК «Энергия» им. С. П. Королёва, 2014 г. ISBN 978-5-906674-04-3
- Ерофеев В. В., Чубачкин Е. А. Конструктор космической верфи: Самара космическая. Дмитрий Ильич Козлов и его соратники. — Самара: Офорт, 2007. — 307 с. — ISBN 978-5-473-00267-6.
- 1 октябрҙә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- В Тихорецке тыуғандар
- 7 мартта вафат булғандар
- 2009 йылда вафат булғандар
- Һамарҙа вафат булғандар
- Техник фәндәр докторҙары
- СССР Фәндәр академияһының мөхбир-ағзалары
- РФА мөхбир ағзалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Ленин премияһы лауреаттары
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Ракета-космос системалары конструкторҙары
- Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденттары
- СССР конструкторҙары
- Рәсәй конструкторҙары
- Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Шәхестәр:Рәсәй космонавтикаһы
- Совет космонавтикаһына нигеҙ һалыусылар
- СССР инженерҙары
- Рәсәй инженерҙары