1. Обладает-ли организационными способностями …. обладает.
2. Обладает-ли агитационно пропагандистскими способностями (как агитатор, лектор и литератор) …. обладает по всем вопросам.
3. Теоретическая подготовка …. хорошая.
4. Были-ли случаи отказа от партработы и не подвергался-ли партийным взысканиям? …. нет.
5. Каков как Начальник-Администратор? …. Хороший.
6. Каковы его отношения к комсоставу и обратно. Пользуется-ли авторитетом среди комсостава? …. Удовлетворительное, пользуется авторитетом.
7. Пользуется-ли авторитетом среди красноармейцев? … среди красноармейцев вращается мало.
8. Как проявлял себя в боях? …. неизвестно.
9. Обладает-ли инициативой, энергичен-ли и твёрд-ли характером? …. Инициатива есть, энергичен, характером твёрд, так как во время кронмятежа в тюрьме и вёл себя как подобает коммунару.
10. Бывают-ли случаи вспыльчивасти, резкости или грубого отношения с подчинёнными? …. Случаи вспыльчивости бывают вследствие молодых лет, остального нет.
11. Какие имеет ещё положительные или отрицательные черты? …. Дисциплинированный.
12. Нуждается-ли в пополнении образования и в какой области? …. Нет.
13. Соответствует-ли занимаемой должности и по каким соображениям? …. Соответствует по выше перечисленным причинам.
14. В какой области работы и на какой должности может быть более рационально использован …. на административно-хозяйственной, специальную: как специалиста-артиллериста.
15. Особые замечания …. Нет. Заключение комиссии: оставить на занимаемой должности…»[8]
1933 йылда СССР-ҙа ракета техникаһы өлкәһендә бер нисә ғилми коллектив эшләй. Эш мәнфәғәттәре берҙәм ғилми-тикшеренеү базаһын булдырыу талап итә. Белгестәрҙең тәҡдимдәре ҡабул ителә һәм ҡораллы Ҡыҙыл Армия начальнигы М. Н. Тухачевский ҙа хуплай. Һөҙөмтәлә 1933 йылдың 21 сентябрендә Мәскәүҙә Газ- динамик лабораторияла һәм реактив хәрәкәтте өйрәнеү төркөмөндә (МосГИРД") Наркомвоенмор системаһында донъяла тәүге Реактив ғилми-тикшеренеү институты (РНИИ), 1937 йылда — 3-сө ғилми-тикшеренеү институты булдырыла. Газ-динамика лабораторияһы начальнигы И. Т. Клеймёнов институт директоры итеп тәғәйенләнә, уның урынбаҫары — ГИРД башлығы С. П. Королёв[15], 1934 йылдың 11 ғинуарында уның урынына Г. Э. Лангемак тәғәйенләнә[16].
1933 йылдың 21 сентябрендә Газ-динамик лаборатория һәм МосГИРД нигеҙендә Реактив ғилми-тикшеренеү институты ойошторолғандан һуң, Г. Э. Лангемак Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтының (РНИИ) Ленинград бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1934 йылдың ғинуарында Мәскәүгә күскәндән һуң Г. Э. Лангемак Ауыр сәнәғәт хәрби комиссариатының (НКТП) Реактив Ғилми-тикшеренеү институты (1937 йылдан алып Оборона сәнәғәте халыҡ комиссариатының (НКОП) 3-сө Ғилми-тикшеренеү институты директорының ғилми бүлек буйынса урынбаҫары (баш инженеры) вазифаһына тәғәйенләнә. Ул был вазифала 1937 йылдың ноябренә тиклем эшләй. 1935 йылдың сентябрендә Лангемакка «1-се ранг хәрби инженеры» персональ хәрби званиеһы бирелә.
Институтта эшләү осоронда Георгий Лангемак, артабан "Катюша» реактив миномётына нигеҙ итеп алынған РС-82 миллиметр һәм РС-132 миллиметр реактив снарядтарҙы етештереүҙе ғәмәлдә тамамлай тиерлек. 1933 йылда Газ-динамика лабораторияһында Б. С. Петропавловский, Г. Э. Лангемак һәм В. А. Артемьев конструкцияһындағы төтөнһөҙ дарыла төрлө калибрлы ракета снарядтарҙың туғыҙ төрөнөң ерҙән, диңгеҙ судноларынан һәм самолёттарҙан рәсми полигон һынауҙары үткәрелә.
Был осорҙа Г. Э. Лангемак, К. Э. Циолковский менән хатлашҡанда, ракеталарҙы хәрби маҡсатта ҡулланмау, уларҙы космонавтикала файҙаланыу мөмкинлеге тураһында фекер йөрөтә. «Космонавтика» термины рус теленә тап Г. Э. Лангемакты индергән[2].
1937 йылда Лангемака һәм Оборона сәнәғәте халыҡ комиссариатының (НКОП) 3-сө ғилми-тикшеренеү институты директоры И. Т. Клеймёновты яңы ҡорал төрҙәрен эшләгән өсөн хөкүмәт наградаларына тәҡдим итәләр. 1937 йылда институт буйынса приказ менән ул уңышлы реактив снарядтарҙы һынауҙары өсөн премия ала.
1937 йылда Тухачевскийҙың «тарфдаштары» булараҡ Реактив ғилми-тикшеренеү институты «таҙартыуға» (сталин репрессияһы) дусар ителә. Институт етәкселеге ҡулға алына[17]. 1937 йылдың 2 ноябрендә Г. Э. Лангемакты (А 810-сы ордер) Мәскәү ҡалаһы Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты органдары, элек Эске эштәр Халыҡ Комиссариатында булған мәғлүмәттәр нигеҙендә (Федераль именлек хеҙмәте архивындағы Р3284-се (14654) һанлы тәфтиш эше), немец шпионы булараҡ ҡулға ала. 1937 йылдың 31 декабрендә билдәләнгән ғәйепләү һығымтаһы 1937 йылдың 15 декабрендә үткән берҙән-бер һорау алыу протоколына (беренсе экземплярының датаһы юҡ) нигеҙләнә. Ул институттан алынған материалдар нигеҙендә, ҡулға алынғандан һуң Лангемак урынын биләгән А. Г. Костиковтың әүҙем ҡатнашлығында, төҙөлгән.
Г. Э. Лангемактың тәфтишсеһе Эске эштәр Халыҡ Комиссариатының 28 йәшлек кесе лейтенанты Шестаков Михаил Николаевич була.
[18] (в дальнейшем также вёл дело С. П. Королёва), коллега лейтенанта НКВД Соломона Эммануиловича Луховицкого[19] (артабан С. П. Королёв эшен дә алып барған), (И. Т. Клеймёновтың эшен алып барған) Эске эштәр ХК лейтенанты Соломон Эммануилович Луховицкийҙың хеҙмәттәше. Шестаковҡа Лангемак, үҙен ғәйепле тип таныуҙан баш тартыуы арҡаһында, ныҡ «мәшәҡәттәр» тыуҙыра. Ҡулға алыныуының ун икенсе көнөнә генә, 1937 йылдың 14 ноябрендә, Лангемак Н. И. Ежовҡа ғаризаһына ҡул ҡуя.
«Үҙемдең бер кемгә лә зыян килтермәүемдән баш тартырға һәм тәфтиш идаралығына үҙемдең контрреволюцион эшмәкәрлегем хаҡында күрһәтмә бирергә хәл иттем»
1938 йылдың 11 ғинуарында СССР Юғары судының күсмә сессияһы ябыҡ суд ултырышында армия хәрби юрисы В. В. Ульрих һәм ике ағза: дивизия хәрби юрисы И. Т. Голяков һәм 1-се ранг хәрби юрисы А. Г. Суслин составында Георгий Эрихович Лангемактың эше ҡарала.
РСФСР Енәйәт кодексының 58-7, 58-8 һәм 58-11 статьяларында ҡаралған енәйәттәрҙә, «ҡоралландырыуҙа яңы өлгөләрҙе булдырмау өлкәһендә зыян килтергән» һәм "Советҡа ҡаршы террор ойошмаһы"нда ҡатнашҡан өсөн, Георгий Эрихович Лангемакты, бөтә шәхси мөлкәтен тартып алып, атыуға хөкөм ителә. Шул уҡ көндө хөкөм ҡарары үтәлә. Георгий Лангемак исемлек буйынса 28-се булып атып үлтерелә (В. В. Ульрихтың 1938 йылдың 11 ғинуарындағы 00514/1 һанлы НКВД Именлек хеҙмәте Мәскәү ҡала идаралығы В. М. Блохин исеменә хаты һәм коменданттың 1938 йылдың 11 ғинуарында төҙөгән акты)[8].
СССР Юғары Судының 1955 йылдың 19 ноябрендәге Билдәләмәһенә ярашлы (1955 йылдың 21 ноябре, № 4н-011852/55), СССР Юғары Судының юстиция полковнигы Лебедков һәм ағзалары: юстиция подполковниктары Романов һәм Шалагинов рәйеслегендәге Хәрби коллегияһы үҙенең ултырышында: «1938 йылдың 11 ғинуарында Георгий Эрихович Лангемакка ҡарата асылған РСФСР Енәйәти-процессуаль кодексының 4-се статьяһы 5-се пункты буйынса ғәйепләүҙәрҙе, яңы асылған сәбәптәр арҡаһында бөтөрөргә, енәйәти составы булмағанлыҡтан, эште енәйәти хөкөм тәртибендә туҡтатырға…» Г. Э. Лангемак тулыһынса аҡлана.
1995 йылда М. Б. Миндлин етәкселегендәге сәйәси репрессия ҡорбандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса комиссия[22] Г. Э. Лангемакты — Дон крематорийы янындағы 1-се «талап ителмәгән мәйеттәр» ҡәберлеге зыяратының 220-се ҡәбере — Г. Э. Лангемак ҡәбере табыла.
Георгий Эрихович Лангемактың исеме 1991 йылда ғына рәсми танылыу алды. СССР Президенты М. С. Горбачёвтың 1991 йылдың 21 июнендәге Указы менән И. Т. Клеймёновҡа, Г. Э. Лангемакҡа, В. Н. Лужинға, Б. С. Петропавловскийға, Б. М. Слонимерға һәм Н. И. Тихомировҡа үлгәндән һуң Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[23].
Г. Э. Лангемак, В. П. Глушко. Ракеты, их устройство и применение. — М., Л.: ОНТИ, Гл. ред. авиационной лит., 1935. — 118 с.
Патенты и заявки на изобретения (более 40), в том числе (в период с 13 апреля 1930 по 28 мая 1933) поданные совместно с В. А. Артемьевым (1), Б. С. Петропавловским (8), В. И. Дудаковым (1) и Я. С. Рудиным (1).
Langemak, G. E. and Glushko, V. P. «The Missile, Its Device and Use», 1935.
↑Свидетельство № 5870 от 20.02.1916 / ГАОО Ф. 45. Оп. 5. Ед. хр. 7394. Л. 4.
↑«Формулярный список о службе учителя немецкого языка Елизаветградской гимназии Статского Советника Эриха Лангемака от 06.06.1905.» Копия. / ГАОО. Ф. 45. Оп. 4. Ед. хр. 151. ЛЛ. 21, 21об., 22, 22 об., 23, 23 об., 24.
↑«Формулярный список о службе учителя немецкого языка Елизаветградской гимназии Статского Советника Эриха Лангемака от 06.06.1905.» Копия. / ГАОО. Ф. 45. Оп. 4. Ед. хр. 151. ЛЛ. 21, 21об., 22, 22 об., 23, 23 об., 24.
↑Кондуитный лист ученика Елисаветградской классической гимназии Лангемака Георгия / ГАКО (г. Кировоград). Ф. 59. Оп. 1. Ед. хр. 26. Лл. 13, 13 об, 14.
↑ 12345678Лангемак Георгий Эрихович Автор Александр Глушко. На основании документов из архивов ЦГАВМФ, ФСБ, Самарского филиала РГАНТД и личного архива А. В. Глушко.
↑Список обучающихся Школы прапорщиков по Адмиралтейству от 27.02.1917 / РГА МВФ. Ф. 438. Оп. 1. Ед. хр. 2. Лл. 280, 281, 282, 283, 284.
↑ 12Полный послужной список прапорщика по Адмиралтейству Георгия Эриховича Лангемак. Составлен 22.02.1917 / РГА МВФ. Ф. 438. Оп. 1. Ед. хр. 4. Лл. 1, 1 об., 2 об.
↑Список по старшинству баллов обучающихся Школы прапорщиков по Адмиралтейству, прослушавших полный курс / РГА МВФ. Ф. 438. Оп. 1. Ед. хр. 2. Лл. 237, 237 об., 238, 238 об., 239.
↑К. А. Томилин.Лангемак Георгий Эрихович (билдәһеҙ). Социальная история отечественной науки. Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года. 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған.