Луганск өлкәһе
Луганск өлкәһе (укр. Луганська область), йәки Луганщина[1] (укр. Луганщина) — 2022 йылға тиклем Украинаның административ-территориаль берәмеге. Илдең көнсығыш сигендә, башлыса Северский Донец йылғаһының урта ағымы бассейнында урынлашҡан. Луганск Халыҡ Республикаһын Рәсәй Федерацияһы составына ҡабул итеү тураһында Договорға ҡул ҡуйғандан һуң, Украинаның луганск өлкәһе де-юре ғына ғәмәлдә[2].
Көнбайыштан Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Украинаның Харьков өлкәһе, төньяҡта, көнсығышта һәм төньяҡта — Рәсәйҙең Белгород, Воронеж һәм Ростов өлкәләре менән сиктәш. Өлкәнең төньяғы Слобожанщина этнографик төбәгенә, көньяғы — Донбассҡа ҡарай.
Өлкә майҙаны 26,7 мең км² (Украинала 10-сы урын), халҡы 2021 йылда 2,1 млн кеше (7-се урын) була. Административ үҙәге һәм эре ҡалаһы — Луганск, башҡа эре ҡалалары — Алчевск, Северодонецк, Лисичанск.
Өлкә 1938 йылда Украина ССР-нан Сталин өлкәһе айырылып сығыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1958 йылға тиклем һәм 1970—1990 йылдарҙа Ворошиловград өлкәһе (укр. Ворошиловградська область) тип атала.
2014 йылдың апрелендә, халыҡтың ҡаршылыҡ акциялары һөҙөмтәһендә өлкә территорияһында Луганск Халыҡ Республикаһы (ЛХР) иғлан ителә. Донбасстағы ҡораллы низағ ваҡытында ЛХР, Луганск ҡалаһын да индереп, өлкәнең яҡынса өс өлөшөн контролгә ала. Украина властары ойошторған өлкә хәрби-граждан хакимиәте Северодонецкиҙа була.
2022 йылда, референдумдан һуң, Луганск Халыҡ Республикаһы (элекке Украинаның Луганск өлкәһенең админитсратив сиктәрендә) субъект хоҡуғында Рәсәй Федерацияһы составына инә.
Административ ҡоролошо
18 район:
- Антрацит районы
- Беловодск районы
- Белокуракино районы
- Краснодон районы
- Кременная районы
- Лутугино районы
- Марковка районы
- Меловое районы
- Новоайдар районы
- Новопсков районы
- Первальск районы
- Попасная районы
- Сватово районы
- Свердловск районы
- Славяносербск районы
- Станица Луганская районы
- Старобильск районы
- Троицкое районы
14 ҡала округы:
- Алчевск
- Антрацит
- Брянка
- Кировск
- Красный Луч
- Краснодон
- Лисичанск
- Луганск
- Первомайск
- Ровеньки
- Рубежное
- Свердловск
- Северодонецк
- Стаханов
Һылтанмалар
- Сайт (укр.) (рус.)
- ↑ ГРАМОТА.РУ – справочно-информационный интернет-портал «Русский язык» | Словари | Проверка слова. gramota.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июль 2022.
- ↑ Договор между Российской Федерацией и Луганской Народной Республикой о принятии в Российскую Федерацию Луганской Народной Республики и образовании в составе Российской Федерации нового субъекта. Официальный интернет-портал правовой информации (3 октябрь 2022).