Северодонецк

Северодонецк — Луганск Халыҡ Республикаһы составындағы ҡала.

2022 йылдың 30 сентябрендә Луганск Халыҡ Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһы араһында төҙөлгән килешеү ЛХР территорияһын, Северодонецк ҡалаһын да индереп, Рәсәй Федерацияһының яңы субъекты тип билдәләй[2].

Украина властары быны инҡар итеп, ЛХР-ҙы Украина составындағы Луганск өлкәһе территорияһы тип иҫәпләүен дауам итә.

Северский Донец йылғаһының һул ярында урынлашҡан.

2016 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса халҡының һаны 107 167 кеше.

Топонимикаһы

Ҡалаға 1950 йылдың ғинуарында бирелгән хәҙерге исеме Төньяҡ Донец (рус. Северский Донец) йылғаһының исеменән алынған. 1950 йылға тиклем ҡала тибындағы ҡасаба Лисхимстрой (Лисичанский химик төҙөлөш) исемен йөрөтә. 1950 йылда ҡасабаға яңы исем биреүҙең дүрт варианты тәҡдим ителә: Светлоград, Комсомольск-на-Донце, Менделеевск һәм Северодонецк. Әммә 1950 йылдың 27 ғинуарында Северодонецк исеме һайлана.

Географияһы

Северодонецк Луганск Халыҡ Республикаһының көнбайышында Донбасс һәм Слобожанщина сигендә урынлашҡан. Северский Донец йылғаһының һул ярында, Боровой йылғаһы ҡушылған урында тора. Лисичанский менән өс күпер: Павлоград, Пролетар һәм Донсодовский күперҙәре тоташтыра.

Ҡала дала зонаһында урынлашҡан һәм ҡомло дюналарҙа һәм йылға тупрағында тора. Ҡала эсендә һәм уның эргәһендәге ерҙәр тигеҙлек, бер аҙ ҡалҡыулыҡтар менән (диңгеҙ кимәленән 50 — 80 м). Северодонецк тирәләй күп һанлы боронғо йылғалар (Клешня, Кривенькое, Зимовное, Песчаное, Туба, Боброво һ. б. күлдәр) ҡырҡып алған аллювиаль тупраҡта һыубаҫар туғайҙарҙа урмандар үҫә. Яҙын һыу кимәле 2 метрҙан 8 метрға тиклем күтәрелә, ҡала яны биләмәләре һыу аҫтында ҡала.

Новодружеск (15 км) Рубежное (4 км)
Кременная (20 км)
Старобельск (62 км)
Лисичанск (4 км) Compass card (de).svg Новоайдар (44 км)
Донецк (162 км) Алчевск (82 км) Луганск (102 км)

Ҡала территорияһы 58 км² тәшкил итә. Уларҙың 20 км2 торлаҡ төҙөлөшө һәм 20 км² сәнәғәт объекттары, ҡалған ерҙе урман биләй. Ҡаланың административ сиктәрендә Сватово Попасная тимер юл магистрале, шулай уҡ Р-66 төбәк автомобиль юлы үтә.

Ҡаланың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн Боровая йылғаһы, ә көньяҡ-көнбайыш өлөшөн Северский Донц һыуҙары йыуа.