Иосифьян Андроник Гевондович
Андро́ник Гево́ндович Иосифья́н (әрм. Անդրանիկ Ղևոնդի Հովսեփյան, 8 [21] июль 1905, Цмакаох, Кавказ наместниклығы — 13 апрель 1993, Мәскәү) — электротехника өлкәһендә совет ғалимы[2], совет электромеханика мәктәбенә нигеҙ һалыусы[1], совет ракета техникаһына һәм космонавтикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе[3].
Әрмән ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1950). Техник фәндәр докторы (1960), профессор (1941). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Ленин премияһы (1961), Сталин премияһы (1949) һәм СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979). Әрмән ССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1965).
Бөтә Союз электромеханика ғилми-тикшеренеү институтына нигеҙ һалыусы һәм уның директоры, «Метеор» яһалма юлдашының баш конструкторы. С. П. Королёв әйтеүенсә, «бөтә ракеталарҙың баш электригы»[4].
Биографияһы
1905 йылдың (8) 21 июлендә Цмакаох ауылында тыуған[К 1].
17 йәшендә үҙ ирке менән Ҡыҙыл Армияға яҙыла, 20 йәшендә рабфакты тамамлай һәм 1925 йылда Баҡы политехник институтының электромеханика факультетына уҡырға инә. 1941 йылда уның ҡарамағына дошман танкыларын шартлатыу өсөн әҙерләнгән дистанцион идара ителеүсе бәләкәй танкеткалар етештереүсе завод тапшырыла. Директоры профессор А. Г. Иосифьян булған 627-се ғилми-тикшеренеү һәм ойошма-заводы шулай барлыҡҡа килә.
СССР Министрҙар Советының 1946 йылдың 13 майындағы 1017-419-сы һанлы «Ракета ҡоралланыу мәсьәләләре» ҡарары[5] сыҡҡандан һуң, заводҡа яңы бурыстар йөкмәтелә. Ракета гироскоптарын электр менән тәьмин итеү өсөн 500 Гц йышлыҡтағы һәм 40 V көсөргәнешле алмаш ток сығарған ток үҙгәртеүселәрен етештереүҙе яйға һалырға һәм бынан тыш еңел электр моторҙарына, триммерҙарға һәм полярлаштырылған релеларға ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә кәрәк була[6].
Бер нисә йылдан һуң А. Г. Иосифьян ракеталарҙың борт электр ҡорамалдарының баш конструкторы итеп тәғәйенләнә[6], ә 1959 йылда 627-се завод ВНИИЭМ тип үҙгәртелә, ә һуңыраҡ уның Истра филиалы булдырыла.
1953 йылда Иосифяндың инициативаһы менән институтта бәләкәй габаритлы электрон иҫәпләү машинаһы М-3 эшләнә башлай. 1956 йылда С. Н. Мергелян менән бергә Ереван математика машиналары ғилми-тикшеренеү институтына нигеҙ һала.
1955—1965 йылдарҙа — «Электротехника» журналының баш мөхәррире.
Профессор (1941), Әрмән ССР-ы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1945), Әрмән ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1959), техник фәндәр докторы (1960). СССР Фәндәр академияһының космос электротехника һәм электроника буйынса ғилми советы рәйесе, вице-президент, Әрмән ССР-ы Фәндәр академияһының Президиумы ағзаһы (1950—1955, 1971—1975, 1981—1986).
Иосифьян электр машиналарында контактһыҙ эшләргә мөмкинлек биреүсе ысул таба, магнит ағымын тышҡы магнит сымдарына сығарырға тәҡдим итә. Д. В. Свечарник[7][8] менән берлектә дөйөмләштерелгән синхрон электр машинаһы булараҡ контактһыҙ сельсин теорияһын төҙөй[9]. Был ысул контактһыҙ электр машиналарының яңы класын үҫтереүгә ҡеүәтле этәргес бирә[10]. Был эшләнмәләр А. Г. Иосифьян һәм Д. В. Свечарникдың «Сельсины» монографияһында (Мәскәү — Ленинград: Госэнергоиздат, 1941) яҡтыртыла. Контактһыҙ сельсиндар уйлап табыуға патент уларға 1940 йылда бирелә[11].
Каган менән берлектә СССР-ҙа синхрон күҙәтеү системалары буйынса беренсе дәреслек яҙа. Бөтә Союз электромеханика ғилми-тикшеренеү институтына нигеҙ һалыусы[12] һәм беренсе директоры була (1941—1973, 1973 йылдан — институттың ғилми етәксеһе). А. Г. Иосифьян һәм уның етәкселегендәге институт ракеталар һәм космос объекттары өсөн электр ҡорамалдары эшләй.
1993 йылдың 13 апрелендә вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән.
Хәтер
Асыштары
— 1931—1934 йылдарҙа үҙгәреүсән ток коллектор генераторы менән синхрон идара итеү теорияһын эшләй.
— 1936 йылда Иосифьянға һуғышҡа тиклемге иң мөһим уйлап табыуҙарының береһе — контактһыҙ сельсин өсөн 18294-се һанлы автор танытмаһы бирелә. Шул уҡ йылда контактһыҙ сельсин етештереү хоҡуғына АҠШ, Англия, Франция, Германия һәм Италия эйә була. Бөгөнгө көнгә тиклем контактһыҙ сельсин күп кенә машина конструкцияларының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда контактһыҙ сельсиндар артиллерия уты менән идара итеү системаларында, радиолокация ҡоролмаларында, авиацияла һ. б. ҡулланыла[10][13].
— 1940 йылда Сталинға Иосифян лабораторияһында эшләнгән күп ҡораллы магнит системаһы күрһәтелә, был система атыу ваҡытында прецизион төҙләү блогынан идара ителә.
— Һуғыш йылдарында Иосифьян лабораторияһында немец танкыларының Мәскәүгә табан үтеп инеүе осрағына ҡоро ер электр танкеткалары етештерәләр. Мәскәү урамдарындағы алыштарҙа улар кәрәкмәй, әммә Ленинград эргәһендәге Синявинский бейеклегендә немецтарҙың оборонаһын өҙөүҙә электр танкеткалары үҙ ролен уйнай.
— Осоу аппараттарын эшләү һәм йыһанды тикшереү буйынса эштәр башланғандан алып Иосифьян һәм уның етәкселегендәге институт ракеталар өсөн электр ҡорамалдары эшләү менән шөғөлләнә. Беренсеһе — С. П. Королев проекты буйынса эшләнгән билдәле Р-7 ракетаһы, уның ярҙамында тәүҙә орбитаға беренсе юлдаш, ә һуңынан беренсе «Восток» космос карабы ебәрелә.
— Р-16 һынауында ҡатнаша.
— 1966 йылдың 25 июнендә «Космос-122» эксперименталь метеорологик юлдашы орбитаға сығарыла. Ә 1967 йылдың яҙында «Космос-144» һәм «Космос-156» юлдаштарын осороп, оператив метеорологик система булдырыла. «Метеор» тип аталған оҡшаш юлдаштар уны тағы ла тулыландыра. Артабан Иосифьян етәкселегендә «Метеорҙар» базаһында «Метеор-2», «Метеор-Природа» һәм «Болгария-1300» юлдаштары булдырыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
★ Социалистик Хеҙмәт Геройы (17.06.1961) — ракета техникаһы өлгөләрен эшләүҙә һәм йыһан киңлегенә уңышлы осоуҙы тәьмин итеүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн.
★ Дүрт Ленин ордены (12.12.1942, 12.12.1957, 17.06.1961, 30.07.1975).
★ Октябрь Революцияһы ордены (23.07.1985).
★ Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (2.06.1952, 20.04.1956).
★ Миҙалдар.
★ Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949) — электр станоктарын проектлау һәм етештереүҙе үҙләштергән өсөн.
★ СССР Дәүләт премияһы (1979).
★ Ленин премияһы (1961).
★ Әрмән ССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962).
★ РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1965).
Комментарийҙар
- ↑ Хәҙер: Әзербайжан административ-территориаль бүленеше мәғлүмәттәре буйынса, Кельбаджар районында; танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһының административ-территориаль бүленеше мәғлүмәттәре буйынса Мартакерт районында.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Троицкая Т. К 100-летию А. Г. Иосифьяна: Учёный, который крайне нужен сегодня Архивная копия от 30 сентябрь 2016 на Wayback Machine
- ↑ ФЕДЕРАЛЬНОЕ КОСМИЧЕСКОЕ АГЕНТСТВО (РОСКОСМОС)| Иосифьян Андроник Гевондович Архивная копия от 14 октябрь 2011 на Wayback Machine
- ↑ Р-2. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2011. Архивировано 14 июнь 2013 года.
- ↑ Аэрокосмический портал Украины / Андроник Иосифьян — учитель моей жизни. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2019. Архивировано из оригинала 19 ғинуар 2018 года.
- ↑
Текст: Постановление СМ СССР от 13 мая 1946 года № 1017-419сс «Вопросы реактивного вооружения» в Викитеке
- ↑ 1 2 Черток Б. Е.. Глава 4. Становление на родной земле. Три новые технологии — три государственных комитета // Ракеты и люди. — М.: Машиностроение, 1999. — Т. 1. Ракеты и люди.
- ↑ История электротехники
- ↑ Электрические машины малой мощности
- ↑ S. A. Ginzburg, I. Ya. Lekhtman, V. S. Malov. Fundamentals of Automation and Remote Control
- ↑ 1 2 ЦНИИ РТК — Энциклопедия космонавтики 2011 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Иосифьян А. Г., Свечарник Д. В. «Бесконтактный сельсин» (патент, 1940)
- ↑ Журнал «Новости космонавтики». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2011. Архивировано 7 октябрь 2011 года.
- ↑ VIVOS VOCO: П. Л. Капица, «О РОЛИ НАУКИ В ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЕ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2014. Архивировано 24 апрель 2017 года.
Әҙәбиәт
- Голованов Я. К. Королёв: Факты и мифы. — М.: Наука, 1994. — ISBN 5-02-000822-2.
- Черток Б. Е. Ракеты и люди. — М.: Машиностроение, 1999. — ISBN 5-217-02942-0.
- Осташев А. И. Испытание ракетно-космической техники — дело моей жизни: События и факты. — Королёв, 2001.
- Берег Вселенной / под ред. А. С. Болтенко. — Киев: Феникс, 2014. — ISBN 978-966-136-169-9
Һылтанмалар
- Иосифьян Андроник Гевондович. «Герои страны» сайты.
- Ҡалып:Сотрудник НАН РА
- Знаменитые люди Карабаха
- Андраник Иосифьян (1905−1993). Электрикос всех армян
- ЦНИИ РТК — Энциклопедия космонавтики — Инженер
- ДОКУМЕНТАЛЬНЫЕ ФИЛЬМЫ ТЕЛЕСТУДИИ РОСКОСМОСА
- МИРЭА, факультет Кибернетики, Кафедра информационно-управляющих космических комплексов
- Замечательный человек и яркий учёный
- Троицкая Т. К 100-летию А. Г. Иосифьяна: Учёный, который крайне нужен сегодня // Сайт ielectro.ru, 21 февраля 2007 года