Крюков Сергей Сергеевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Сергей Сергеевич Крюков
Файл:Крюков Сергей Сергеевич.jpg
Тыуған көнө 10 август 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Баҡсаһарай,
Рәсәй империяһы
Вафат көнө 1 август 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (86 йәш)
Вафат урыны Мәскәү, Рәсәй
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ғилми даирәһе Ракета техникаһ
Эшләгән урыны ОКБ-1, С. А. Лавочкин исемендәге ғилми-тикшеренеү берекмәһе
Альма-матер МВТУ
Ғилми дәрәжәһе техник фәндәр докторы
Ғилми исеме профессор, ч.-к РАРАН
Ғилми етәксеһе С. А. Лавочкин исемендәге ғилми-тикшеренеү берекмәһе
Ниндәй өлкәлә танылған Р-7 ракетаһын проектлаусы,
С. П. Королёватың урынбаҫары
Награда һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1961
Ленин ордены — 1956 Ленин ордены — 1961 Октябрь Революцияһы ордены — 1971
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
SU Medal Thirty Years of Victory in the Great Patriotic War 1941-1945 ribbon.svg
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Ленин премияһы — 1957 СССР Дәүләт премияһы — 1976

Серге́й Серге́евич Крю́ков (10 август 1918 — 1 август 2005) — урыҫ совет инженеры, СССР космос программаһында эшләгән ракета-космос техникаһының күренекле конструкторы, беренсе ҡитға-ара Р-7 баллистик ракетаһын проектлаусы.

Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетының Сталинград механика институтын тамамлай.

1946 йылда шәхсән С. П. Королёв тарафынан ОКБ-1-гә ҡабул ителә һәм шунда уҡ Германияға ебәрелә. Әйҙәүсе проектлаусы, һуңынан бүлек мөдире, баш конструктор урынбаҫары була. ОКБ-1-ҙә эшләнгән ракеталарҙың барыһы ла С. С. Крюковтың туранан-тура ҡатнашлығында проектлана. Ракета-йыһан техникаһының яңы өлгөләрен булдырған өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була, Ленин премияһы лауреаты була.

1970 йылда Г. Н. Бабакин Крюковты С. А. Лавочкин исемендәге конструкторлыҡ бюроһына үҙенең беренсе урынбаҫары итеп саҡыра; бер йылдан Крюков баш конструктор вазифаһына раҫлана. Бабакиндың иң яҡшы эшләнмәләрен тормошҡа ашырып, яңы йүнәлештәрҙе дауам итеп, С. С. Крюков яңы планета-ара автоматик станциялар, фәнни һәм оборона маҡсатында юлдаш системаларын булдырыу менән етәкселек итә. СССР Дәүләт премияһы лауреаты, техник фәндәр докторы.

1977 йыл аҙағында генераль конструктор В. П. Глушко тарафынан «Энергия» ғилми-тикшеренеү ойошмаһының беренсе урынбаҫары итеп саҡырыла; «Энергия-Буран» комплексын эшләүҙә туранан-тура ҡатнаша.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крюков Сергей Сергеевич 1918 йылда Таврия губернаһының Баҡсаһарай ҡалаһында хеҙмәткәр С. Ф. Крюков ғаиләһендә тыуған. 1926 йылдың июнендә атаһы 42-се йәшендә ҡапыл вафат була; 28 йәшлек Вера Мироновна иренән ике айға оҙағыраҡ йәшәй. Һигеҙ йәшлек Серёжа ике туған апаһы ҡарамағында ҡала. Ул вафат булғас, инәһе тәрбиәһендә була. Ул да үлгәс, етем балалар йортона бирелә, ҡаса, берәҙәк булып йөрөй.

1930—1936 йылдар — Мценск балалар йортонда тәрбиәләнә, малайҙы тағы ла бер инәһе табып ала; ФЗО,ШКМ-да уҡырға тырыша. Ленинградҡа күсә; Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына уҡырға инә алмай. Сталинградҡа китә.

1936—1940 йылдарҙа Сталинград механика институтында (СМИ) уҡый. 1940 йылда, киске уҡыуға күскәс, С. С. Крюков хеҙмәт эшмәкәрлеген «Баррикада» заводының көбәк цехы мастеры булып башлай.

Икенсе донъя һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942 йылдың авгусында студенттарҙы эвакуациялайҙар. Сергей Крюков Сталинскиға (хәҙер Новокузнецк) 526-сы заводҡа килә; Ул тағы ла көбәк цехы мастеры. Ике йылдан талибә Раиса Владимироваға өйләнә.

Тағы ике йылдан һуң, 1946 йылдың февралендә, Климовскиҙа 711-се заводҡа эшкә алына; Мәскәү юғары техник университетына уҡырға инә. Апрель айында ҒТИ-88-гә инженер булып эшкә алына. Ҡулға төшөрөлгән немец ракеталары тураһындағы документацияны өйрәнеү өсөн Германияға ебәрелә. Мәскәү янындағы Калининград ҡалаһына немец белгестәре менән ҡайта. 1947 йылдың ғинуарында С. П. Королев етәкләгән ҒТИ-88-ҙең 3-сө бүлегенә күсерелә. Бер айҙан инженер-конструктор вазифаһынан өлкән инженер дәрәжәһенә күтәрелә. Шул уҡ йылдың апрелендә С. С. Крюков Мәскәү дәүләт техник университетында ракета темаһына диплом яҡлай (һөнәре — «артиллерия системалары һәм ҡоролмалар», квалификацияһы — «инженер-механик»)[1] һәм сентябрҙә бүлектең төркөм начальнигы итеп тәғәйенләнә. Фау-2 нигеҙендә эшләнгән тәүге ватан ракеталарын һынауҙа ҡатнаша. Бынан тыш, Крюков немецтарҙың Henschel Hs 117 Schmetterling ракетаһының совет версияһы (Р-102) өҫтөндә эшләй. 1951 йылда был ракета өҫтөндә бөтә эштәр уның киләсәге булмауы һәм етди етешһеҙлектәре арҡаһында тамамлана.

Р-7 ракетаһын булдырыу өҫтөндә эш һәм артабанғы эштәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1950 йылдың апрелендә С. П. Королёв етәкселегендә СКБ-88-ҙең бер нисә бүлеге базаһында 1-се махсус конструкторлыҡ бюроһы (ОКБ-1) ойошторола. 1951 йылдың июнендә Крюков ОКБ-1-ҙең 3-сө проект бүлеге секторы начальнигы итеп тәғәйенләнә, 2 йылдан һуң 3-сө бүлек начальнигы урынбаҫары була. Шул саҡта уҡ Р-7 булараҡ билдәлелек аласаҡ беренсе континент-ара баллистик ракетаһын төҙөү буйынса тикшеренеүҙәр башлана. С. С. Крюков эше менән бер үк ваҡытта Мәскәү юғары техник университеты эргәһендәге Юғары инженер курстарын тамамлай, проектты «бик яҡшы» билдәләренә яҡлай.

1956 йылда Р-7-ның тәүге вариантын йөк күтәреү һәләтлеге етерлек булмау сәбәпле үҙгәртеп эшләргә тура килә (кәрәкле 6 тонна урынына — 3 тонна). Шул уҡ йылда Крюков 3-сө бүлек мөдире вазифаһын биләй. Р-5 һәм Р-5М[1] алыҫ араға осоусы ракеталарын проектлаған өсөн («хөкүмәттең айырым бурысын үтәгәне өсөн») Ленин ордены менән бүләкләнә. Р-7 беренсе тапҡыр 1957 йылдың 17 майында осорола.

1958 йылдың декабрендә С. С. Крюковҡа юғары аттестация комиссияһының ябыҡ ҡарары менән техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһе бирелә (кандидатлыҡ диссертацияһын яҡламайынса), бер йылдан ул Р-7 проектын эшләгән өсөн Ленин премияһына лайыҡ була[1]. 1961 йылда Крюковҡа яңы ракета техникаһы өлгөләрен булдырған һәм кешенең йыһанға осоуын тәьмин иткән өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә; шул осорҙа уҡ С. С. Крюков С. П. Королев тәҡдиме менән ОКБ-1-ҙең баш конструкторы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

С. П. Королевтың вафат булғас һәм артабан предприятие үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, С. С. Крюков Үҙәк конструкторлыҡ бюроһының баш конструктор урынбаҫары вазифаһынан 3-сө бүлек етәксеһе вазифаһына китеү тураһында ғариза бирә. Артабан 111-се бүлек менән етәкселек итә.

Үҙәк конструкторлыҡ бюроһында эшләгәндән һуң С. С. Крюков Лавочкин исемндәге заводҡа баш конструкторҙың беренсе урынбаҫары итеп күсерелә. Георгий Бабакиндың вафатынан һуң 1971 йылдың июнендә генераль машиналар эшләү министры бойороғо буйынса баш конструктор — Лавочкин исемендәге заводтың генераль директорының беренсе урынбаҫары (1974 йылдан — Лавочкин исемендәге ғилми-тикшеренеү һәм етештереү берекмәһе) — итеп тәғәйенләнә.

1971 йылда Октябрь Революцияһы ордены, ә 1976 йылдың ноябрендә йыһан аппараттары өсөн автоматик ҡорамалдар эшләгәне өсөн СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була.

1977 йылдың декабрендә Министр бойороғо буйынса «Энергия» ғилми-етештереү ойошмаһының генераль конструкторының беренсе урынбаҫары вазифаһына күсерелә; 1982 йылдың февралендә 64 йәшендә «үҙ ирке менән», һаулығы һәм йәше буйынса отставкаға китеү тураһында ғариза бирә. 012-се бүлеккә өлкән ғилми хеҙмәткәре итеп күсерелә.

Марс-79[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1973 йылда яңы — «5М» проекты тәҡдим ителә. Ул ауыр «Протон» ракетаһына нигеҙләнә. Әммә был ракетаның йыһанға осош өсөн йөк күтәреү һәләте етмәү сәбәпле, ике тапҡыр эшләтеп ебәреү схемаһы ойошторорға ҡарар ителә. Тәүҙә орбиталь модуль, һуңынан ултыртыу модуле осорға тейеш була. Улар Ер тирәһендәге орбитала тоташа һәм ҡыҙыл планетаға бәйләнештә оса. Марс орбитаһында орбиталь аппарат фотоға төшөрә, ултыртыу аппаратын ултыртыу өсөн урын һайлай. Ултырғандан һуң грунт өлгөләре алына (яҡынса 500 грамм), осоу ракетаһының старт аппаратына урынлаштырыла, һәм ул Марстан осоп китә. Ултыртыу аппараты артабанғы ғилми тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн ҡала. Орбита һәм старт аппараттары Ергә табан оса. Ер орбитаһында төшөүсе транспорт сараһы айырыла һәм Ергә йүнәлеш ала. Ике йыһан аппаратын һәм ике төшөү аппаратын осороу 1979 йылдың ноябренә планлаштырыла һәм өс йылдан һуң Ергә ҡайтырға тейеш була. 5M проекты буйынса ҡоролманың ауырлығы 8700 кг тәшкил итә.

Һуңғы йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1992 йылда, СССР тарҡалғандан һуң, Крюков бүлектең ғилми консультанты итеп тәғәйенләнә һәм, 4 йыл эшләгәндән һуң, 1996 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән пенсияға китә. 2005 йылдың 1 авгусында, 87 йәше тулыуға бер аҙна ҡалғас, оҙайлы ауырыуҙан һуң С. С. Крюков вафат була. Останкино зыяратында ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961);

— Ике Ленин ордены (1956, 1961);

Октябрь Революцияһы ордены (1971);

Ленин премияһы (1960);

СССР Дәүләт премияһы (1976)[3];

— «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы (1970);

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1945);

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы (1975);

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы (1985).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крюков Сергей Сергеевич — Сергей Павлович Королевтың хеҙмәттәштәре араһында иң аҙ билдәле кеше. Уның исеме менән урамдар ҙа, фәнни йә сәнәғәт предприятиелары ла, йыһан объекттары ла аталмаған. Хатта билдәле эшмәкәрҙәр һәм ракета-космос сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре араһында ла Крюковты телгә алырға тырышмайҙар. Үҙенең аҙ һанлы бер нисә интервьюһы араһынан береһен 2002 йылда «Онотолған еңеүҙәр серҙәре» циклы өсөн бирә.

Крюков Сергей Сергеевичҡа «Империя Королёва» (2007 йыл) циклынан «Крюков проекты» (10-сы серия) документаль фильмы арналған.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Крюковтың бала саҡ йылдары беренсе совет тауышлы фильмы «ru:Путевка в жизнь» төп геройы тормошона бик оҡшаш.

1990 йылдар аҙағында Крюков Р-7 ракетаһы тураһында түбәндәгеләрҙе әйтә: «…. Ул (R-7 „ете“ ракетаһы) иң отошлоһы түгел, сөнки бөтә двигателдәр ҙә стартта эшләй башлай, әммә, бөтә минустарына ҡарамаҫтан, ул юғары, бик ышаныслы…»

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Р-7 ракетаһы — донъяла беренсе континент-ара баллистик ракета.

Королёв Сергей Павлович — Р-7 ракетаһының баш конструкторы.

— «Марс-79» — Крюковтың Марс тупрағын килтереү проекты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Песляк А. М. Рождение специалиста: К 100-летию выдающегося конструктора Сергея Сергеевича Крюкова Архивная копия от 28 октябрь 2018 на Wayback Machine. — Независимое военное обозрение. 10.08.2018.
  2. Московские могилы. Крюков С.С. www.moscow-tombs.ru. Дата обращения: 5 апрель 2021. Архивировано 28 ғинуар 2020 года.
  3. См. Крюков, Сергей Сергеевич на сайте «Герои страны».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Крюков Сергей Сергеевич. «Герои страны» сайты.
  • Сергей Сергеевич Крюков: о товарище, руководителе, личности… — Калуга: «ФЭСТПРИНТ», 2008. — 176 с.
  • Крюков С. С. Избранные работы. — М: Изд-во МГТУ им. Баумана, 2008. — 191 с.
  • Крюков С. С. Блеск и затмение лунной программы. — «Наука и жизнь», № 4, 1994.
  • Крюков С, Дорофеев Б., Долгопятов Р. Из истории проектирования и испытаний ракеты Н-1. — «Авиация и космонавтика», № 9, 1992.
  • http://www.federalspace.ru/main.php?id=205
  • http://80.vstu.ru/category/famous-graduates/kryukov-sergey-sergeevich-0