Челомей Владимир Николаевич
Влади́мир Никола́евич Челоме́й (17 (30) июнь 1914 — 8 декабрь 1984 йыл) — СССР ракета-космос техникаһы конструкторы, механика һәм процестар идаралығы өлкәһендәге ғалим, СССР Фәндәр Академияһы академигы (1962). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959, 1963). Ленин премияһы һәм өс СССР дәүләт премияһы лауреаты. Ғәмәлдә 1961-1964 йылдарҙа баш конструкторҙар советын етәкләй.
Биографияһы
1914 йылдың 30 июнендә Рәсәй империяһы (хәҙерге Польша) Привислинский крайы Седльце губерна ҡалаһында халыҡ мәктәбе уҡытыусылары ғаиләһендә тыуған.
1937 йылда Киев авиация институтын тамамлай, һәм уҡытыусы булып эшләй.
1941 йылда Мәскәүҙә Авиация моторҙары төҙөү үҙәк институтында (Центральный институт авиационного моторостроения — ЦИАМ) эшләй башлай.
1944 йылда унан алда Поликарпов Николай Николаевич етәкләгән Тәжрибә конструктор бюроһы — ОКБ-51 директоры итеп тәғәйенләнә. Бөгөнгө көндә Мәскәү өлкәһе Реутов ҡалаһындағы «Машиналар төҙөү фәнни-етештереү берекмәһе (НПО)».
1952 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты профессоры, 1962 йылда — АН СССР Фәндәр Академияһы академигы.
1974 йылдан — СССР Юғары Советы депутаты.
1984 йылдың 8 декабрендә йөрәк өйәнәгенән кинәт вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән[2].
Ҡаҙаныштары
Ракета, йыһан һәм авиация техникаһының бер нисә двигателен һәм башҡа мөһим объекттарын төҙөүҙә ҡатнаша. Уның етәкселегендә ракета-ташыусылар, Ерҙең яһалма юлдаштары «Протон» һәм «Полёт» («Протон» әле лә әүҙем ҡулланыла), «Алмаз» космик программаһы сериялы орбиталь станциялар, идара ителеүсе Тәьмин итеү транспорт карабы (ТКС) һ.б. уйлап табыла.
Совет "ядро ҡалҡаны"н төҙөүселәрҙең береһе булған. Әммә ғалимдың иң ҙур проекттарының береһе — берләштерелгән оборона-һөжүм итеү океан-ҡоро ер-йыһан комплексы — тормошҡа ашырылмай ҡалған — Рәсәй оборона сәнәғәтендә талап ителмәгән.
Машиналарҙың конструкцияһы һәм динамикаһы, тирбәлеүҙәр теорияһы, һығылмалы системаларҙың динамик тотороҡлолоғо, сервомеханизмдар теорияһы буйынса төп фәнни хеҙмәттәре. Академик В. Н. Челомей 1986 йылда (үлгәндән һуң) О. Н. Кудрин һәм А. В. Квасников менән берлектә «Явление аномально высокого прироста тяги в газовом эжекционном процессе с пульсирующей активной струей» асышының авторҙашы тип таныла. Асыш СССР асыштары Дәүләт реестрында 314-се һан аҫтында теркәлгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (26.06.1959; 28.04.1963)
- 5 Ленин ордены (16.09.1945; 26.06.1959; 29.06.1964; 28.06.1974; 29.06.1984)
- Октябрь Революцияһы ордены (26.04.1971)
- медали
- Ленин премияһы (1959)
- өс СССР Дәүләт премияһы (1967, 1974, 1982)
Хәтер
Файл:Памятник Челомею (Байконур).JPG
Байконур ҡалаһында, уның исемен йөрөткән мәктәп ихатаһында В. Н. Челомей бюсы
В. Н. Челомей исемендәге миҙал
«Роскосмос» дәүләт корпорацияһы башҡа ведомство миҙалдары менән бер рәттән
- В. Н. Челомей исемендәге миҙал булдырҙы
Был миҙал менән дәүләт корпорацияһы, шулай уҡ ракета-космос сәнәғәтенең башҡа учреждениелары хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә.
- ракета-йыһан техникаһы өлгөләрен эшләгәндә ҡатмарлы техник проблемаларҙы хәл итеүгә шәхси ижади өлөш индергән һәм етештереү эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәр өсөн;
- инновацион эшкәртмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡаны, шулай уҡ математика һәм механика өлкәһендәге теоретик тикшеренеүҙәр менән бәйле проекттарҙа юғары һөҙөмтәләре өсөн[3].
Ғалим исеме менән аталған объекттар
В. Н. Челомей исеме менән аталған:
- Мәскәүҙә Академик Челомей урамы
- Реутов ҡалаһында Академик Челомей урамы һәм майҙаны
- Ҡырым астрофизик обсерваторияһы асҡан Астероид 8608.
- Чебоксар ҡалаһындағы урам
- VQ-BCN борт һанлы «Аэрофлот» самолёты Airbus A320-240[4]
- Байконур ҡалаһында урынлашҡан «В. Н. Челомей исемендәге халыҡ-ара космик мәктәп» лицейы
- Академик Челомей исемен Латвия Диңгеҙ Пароходлығының рефрижератор судноһы йөрөткән.
Һәйкәлдәре һәм мемориаль таҡталары
В. Н. Челомей иҫтәлегенә ҡуйылған:
- Реутов ҡалаһында: Академик Челомей майҙанында һәйкәл[5], доска на улице его имени,[6] бюст в центральном сквере «НПО машиностроения».
- Мәскәү ҡалаһында Лефортов яр буйында Бауман урамында, Аллея Космонавтар Аллеяһында Владимир Челомей һәйкәле, Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты бинаһында мемориаль таҡта («Махсус машиналар төҙөлөшө» корпусында, «Аэрокосмик системалар» СМ2-се кафедраһында), Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына ингән ерҙә, Новодевичье зыяратындағы ҡәберлегендә бюсы.
- Байконур ҡалаһында: Академик В. Н. Челомей исемендәге халыҡ-ара космик мәктәп ихатаһында бюсы[7].
- Полтава ҡалаһында: 10-сы һанлы мәктәп бинаһында мемориаль таҡта[8].
- Киев ҡалаһында: Игорь Сикорский исемендәге Киев политехник институтының дан аллеяһында бюсы һәм Киев граждандар авиацияһы инженерҙары институты (хәҙер — Милли авиация университеты) бинаһы фасадында бронза мемориаль таҡта.
Фильмдарҙа кәүҙәләнеше
- Млечин Леонид Михайлович. Советский космос: Четыре короля (2012).
- Звёздные войны Владимира Челомея. ВГТРК, 2014.
Ғаиләһе
Иҫкәрмәләр
- ↑ Vladimir Nikolayevich Chelomey // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Могила В. Н. Челомея на Новодевичьем кладбище. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2014. Архивировано 8 июль 2014 года.
- ↑ О медали им. В. Н. Челомея госкорпорации «РосКосмос» 2020 йылдың 30 август көнөндә архивланған. на портале учреждения
- ↑ Новость на сайте «Аэрофлота». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2017. Архивировано 31 август 2017 года.
- ↑ В Реутове открыли памятник академику В. Н. Челомею. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2014. Архивировано 22 декабрь 2015 года.
- ↑ На улице Академика Челомея в Реутове открыли мемориальную доску. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2021. Архивировано 9 июнь 2021 года.
- ↑ «Международная космическая школа им. В. Н. Челомея». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2022. Архивировано 7 февраль 2022 года.
- ↑ Яндекс. Фотки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2014. Архивировано 14 июль 2014 года.
- ↑ Бодрихин, 2014, «Семья»
- ↑ Талызина Евгения Владимировна (01.08.1957 — 27.02.2017). Официальный сайт ВПК «НПО машиностроения». 27 февраля 2017 2017 йылдың 26 июнь көнөндә архивланған..
Әҙәбиәт
- Бодрихин Н. Г. Челомей. — М.: Молодая гвардия, 2014. — 490 с. — (Жизнь замечательных людей, вып. 1476). — ISBN 978-5-235-03718-2.
- Челомей, Владимир Николаевич // Биографический словарь деятелей естествознания и техники: В 2 томах / Отв. ред. А. А. Зворыкин; Ред. кол.: Н. Н. Аничков, И. П. Бардин, А. А. Благонравов и др.; Институт истории естествознания и техники Академии наук СССР. — М.: Гос. науч. изд-во «Большая Советская Энциклопедия», 1959. — Т. 2 (М—Я); Дополнения и изменения. — С. 441. — 468 с. — 30 000 экз. (в пер.)
- Афанасьев И. Леонардо XX века. К столетию со дня рождения Владимира Челомея // Новости космонавтики. — М., 2014. — Т. 24, вып. 377, № 06. — С. 1—5. — ISSN 1561-1078.
- Берег Вселенной. // Под ред. Болтенко А. С. — Киев: Феникс, 2014. — ISBN 978-966-136-169-9
- Задонцев В. А. Академик В. Н. Челомей — Генеральный конструктор ракетно-космических систем
- Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения / Министерство обороны РФ; Гл. ред.: И. Д. Сергеев, В. Н. Яковлев, Н. Е. Соловцов. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 с. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.. — С.581.
Һылтанмалар
- Челомей Владимир Николаевич. «Герои страны» сайты.
- Веб-сайт ФГУП «НПО Машиностроения»
- История ОКБ В. Н. Челомея
- М. Згуровский. Засекреченный конструктор
- Окара О. И. Догонять — значит отставать! 2016 йылдың 7 май көнөндә архивланған.
- Видео: Биография конструктора
- О знаменитом конструкторе авиационной и ракетной техники В. Н. Челомее