Щетинков Евгений Сергеевич

Щетинков Евгений Сергеевич (24 ноябрь 1907 йыл11 март 1976 йыл) — ватан космонавтикаһы башланғысында торған гипертауышлы тура ағымлы һауа-реактив двигателдәр эшләү өлкәһендә совет ғалимы. Халыҡ-ара астронавтика академияһының мөхбир ағзаһы 1967), профессор (1953), техник фәндәр докторы (1949), Мәскәү Физика-техник институтының кафедра мөдире. Реактив хәрәкәтте өйрәнеү төркөмдәрен (ГИРД) һәм Ракета ғилми-тикшеренеү институтын ойоштороусы.. Үҙәк аэрогидродинамика институтының бүлек начальнигы (1968). С. П. Королёвтың арҡаҙашы[1]

Биографияһы

Щетинков Евгений Сергеевич 1907 йылдың 24 ноябрендә Вязьма ҡалаһында тимер юл машинисы ғаиләһендә тыуған. 1924 йылда Минск ҡалаһында мәктәпте тамамлай, һуңынан балта оҫтаһы уҡытыусыһы булып эшләй. 1926 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына уҡырға инә. 1930 йылда Мәскәү авиация институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң НКАП-тың (СССР авиация сәнәғәте халыҡ комиссариаты) 3-сө авиация заводында үҙәк аэрогидродинамика институтында өлкән инженер булып эшләй[1] С. П. Королёв, Ф. А. Зандер һәм М. К. Тихонравов менән бергә Реактив хәрәкәтен өйрәнеү төркөмөнә (ГИРД) һәм Ракета-ғилми-тикшеренеү институтына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була[2]. 19321933 йылдарҙа Евгений Сергеевич ГИРД-ның (Группа изучения реактивного движения -Ракета хәрәкәте өйрәнеү төркөмө) өлкән инженеры булып эшләй; 1934 йылда РНИИ-ның ҡанатлы ракеталар бригадаһы бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара. Королёв етәкселегендә Щетинков бөтә тәүге ракета пландарын (РП-1 алып РП-3 тиклем) булдырыуҙа ҡатнаша[1]

19341936 йылдарҙа ул үҙ аллы 216 ҡанатлы ракета эшләй һәм осошта һынап ҡарай, ул буласаҡ беренсе «Буря» ҡанатлы ракетаһының прототибы була (Р-200, самолёт-пуля) һәм төрлө заманса томагавк (ракета), шул иҫәптән гипертауышлы «Иксов». Шулай уҡ ҡаты яғыулыҡта РПД менән «217» ҡанатлы ракета төҙөй һәм һынап ҡарай. 1936—1937 йылдарҙа, вермахттың билдәле реактив истребителдәре барлыҡҡа килгәнгә тиклем ете йыл элек, Е. С. Щетинков һәм С. П. Королеёв бергәләп осоу тиҙлеге һәм тиҙ күтәрелеүсәнлеге буйынса ул ваҡыттағы рекордлы тактик-техник характеристикалы реактив истребитель-эҙәрлекләүсе проектын эшләй. Был истребитель базаһында («объект 218») СССР-ҙа беренсе истребитель булдырыла ракета планы РП-318-1, һынаусы-осоусы В. П. Фёдоров тарафынан 1940 йылдың 24 феврале һыналған. 1938 йылдан Щетинков тура ағымы булған һауа-реактив двигателдәр (ПВРД) менән шөғөлләнә башлай. 1941 йылда ҙур тиҙлектәге ағымдар өлкәһендәге эштәре өсөн техник фәндәр кандидаты дәрәжәһен ала (яҡлауһыҙ)[2]

1942 йылда ул Реактив ғилми-тикшеренеү институтының (РНИИ) башҡа хеҙмәткәрҙәре менән бергә Билимбайға, эвакуациялана, унда 293-сө заводтың үҙәк клиник дауахаһында эшләй. Ул аэродинамика һәм һауа-реактив двигателдәрҙең яныу камералары буйынса ғилми-тикшеренеү эштәренең киң программаһын етәкләй. 1944 йылда НИИ-3 һәм ошо завод базаһында НИИ-1 ойошторола. Эвакуациянан ҡайтҡас, Е. С. Щетинков унда 25 йыл тиерлек эшләй. 1945—1948 йылдарҙа ул Мәскәү авиация институтында (МАИ) лекциялар уҡый, һәм СССР-ҙа тура ағымы булған һауа-реактив двигателдәр буйынса беренсе курс алып бара. 1952 йылдан 1964 йылға тиклем Щетинков Мәскәү физика-техник институтының кафедра мөдире вазифаһын биләй. 1957 йылда Евгений Сергеевич Щетинков яғыулыҡты яндырыу камераһындағы тауыштан юғары ағымда яндырып тура ағымлы двигатель булдырыу идеяһын тәҡдим итә һәм нигеҙләй — ГПВРД. 1960 йылдарҙа Евгений Сергеевич беренсе континент-ара тауыштан юғары осоу аппараты самолёт — ракета «Буря» өсөн һауа-реактив двигателдәр булдырыу менән етәкселек итә. 1966 йылда уҡ 1-се ғилми-тикшеренеү институтында СССР-ҙың дөйөм машиналар эшләү министрлығы (хәҙерге — М. В. Келдыш исемендәге үҙәк), унда шул ваҡытта эшләгән. С. Щетинков тарфынан шыйыҡ ракета двигателе (ЖРД), тура ағымлы һауа-реактив двигатель (ПВРД) һәм шыйыҡ водородта эшләгән ГПВРД-нан торған ҡатнаш көс ҡулайламаһы менән бер баҫҡыслы һауа-космос карабының беренсе проекты үтәлә. 1968 йылда Үҙәк аэрогидродинамика институтына ҡайта һәм ошо учреждениеның бүлек начальнигы булып эшләй[1].

Щетинков — Европа, Америка һәм Азияның алдынғы аэрокосмос державаларының үҙ заманынан алда булған бөтә донъя концепциялары, аэрокосмос көстәре һәм фәнни-техник программалары менән яңы эксперименталь базаның авторы һәм нигеҙләүсеһе.[3].

Королёв менән мөнәсәбәттәре

Королёв Щетинковты бик яҡшы белгес, әҙәпле һәм юғары дәрәжәлә интеллигент кеше булараҡ белгән. Ул 37-се йылдағы репрессиялар осоронда С. П. Королёвҡа ҡаршы шаһитлыҡ биреүҙән принципиаль баш тартҡан Реактив ғилми-тикшеренеү институтыны хеҙмәткәрҙәренең береһе була. 1940 йылда Королёвты эҙәрлекләгәндә, тәфтиш органдарына Королёвтың эшен һүрәтләгән яңы акт кәрәк була. Щетинков документта үҙенең «Айырым фекерен» яҙа, унда "Королёвтың эшендә булған проблемаларҙы аңлы рәүештә тип иҫәпләргә ярамай"тип күрһәтә. Сергей Павлович Королёвты хурлаған ниндәй ҙә булһа ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйыуҙан ҡырҡа баш тарта. Королёв айырылышҡандан һуң, Щетинков 1952 йылда, Ксения Максимилиановна Винцентиниға өйләнә һәм Наталья Королёваны үҙенең ҡыҙы кеүек ҡабул итә, ярата[4]

Мәскәүҙә Әрмән зыяратының 5/2 участкаһында, С. П. Королёвтың туғандары һәм яҡындары ҡәберҙәре янында ерләнә.

Фәнни ҡаҙаныштары

Е. С. Щетинков күләмле яныуҙың беренсе теорияһы авторы (1964 йыл), беренсеһе ГПВРД (1957 йыл), беренсе һауа-космос самолёты (ВКС) (1964 йыл), яңы эксперименталь база, уның төп тауыштан юғары яныу стендтары (күп һанлы ҡоролмалар M, −1950-1990, НИИТП, ЦИАМ, МАИ һ.б.)[2].

Бынан тыш, ул ГПВРД, (Гиперзвуковой прямоточный воздушно-реактивный двигатель) ВКС-тың (Рәсәй Федерацияһының аэрокосмос көстәре) бөтә донъя концепцияларына һәм Европа, Америка һәм Азияның алдынғы аэрокосмос державаларының гипертауыш технологияларының фәнни-техник программаларына нигеҙ һалыусы тип һанала[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

undefined
  • М. В. Келдыш исемендәге тикшеренеү үҙәге бинаһында мемориаль иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Евгений Сергеевич Щетинков. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2024.
  2. 1 2 3 4 / Симпозиум, посвященный 95-летию со дня рождения профессора Евгения Сергеевича Щетинкова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2024.
  3. Прудников, Королёва, Боев, 2018
  4. Интервью с дочерью Королёва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2024.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар