Фрилансерҙар көнө
Фрила́нсерҙар көнө — Рәсәйҙә йыл һайын 14 майҙа билдәләнгән байрам, интернет ҡулланып, аныҡ офисҡа бәйләнмәй ситтән тороп эшләгән кешеләр көнө.
Фрилансерҙар көнө илдә һәм тотош донъяла был эшмәкәрлек төрөнөң популярлығын һәм әүҙем үҫешеүен күрһәтеүгә йүнәлтелә.
Һөнәр тураһында
Фрилансер — махсус онлайн-ресурстар, гәзиттәрҙәге иғландар йәки шәхси бәйләнештәр аша үҙ хеҙмәтен тәҡдим иткән азат хеҙмәткәр[1]. Ул журналистикала, юриспруденцияла, программалауҙа, архитектурала, дизайнда, тәржемәлә, фото, видеотөшөрөүҙә һәм эксперт өлкәһендә эшләй ала. Фриланс шулай уҡ төҙөлөштә лә әүҙем ҡулланыла, сөнки подрядсыға ваҡытлыса ғына эшселәр яллау файҙалы. Чтобы успешно работать в отрасли Фриланс өлкәһендә уңышлы эшләү өсөн һөнәри оҫталыҡҡа һәм тәжрибәгә эйә булырға, эштәрҙе үҙ аллы башҡара һәм эшмәкәрлегеңде ойоштора белергә кәрәк.
Фрилансер булыуҙың өҫтөнлөктәре: проекттар һәм клиенттарҙы һайлау, һығылмалы график, донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөнән эшләй алыу, эшкә барыу һәм офиста ултырыуҙан азат булыу. Еткешһеҙлектәре: тотороҡһоҙ килем, клиенттарҙы үҙ аллы эҙләү, үҙмәшғүл булыу зарурлығы һәм үҙеңде дәртләндереү, һалым йөкләмәләренә иҫәп алып барыу[2].
Байрамдың тарихы һәм йолалары
Беренсе тапҡыр өйҙән эшләү АҠШ-та 1970 йылдарҙа барлыҡҡа килә. Интернеттың һәм технологияларҙың үҫеше һөҙөмтәһендә фриланс Рәсәйҙә лә популярлаша. Ул офис мәшәҡәттәренән алыҫыраҡ тороуҙы, етәксенең бойороҡтарын үтәүҙе һәм эшкә барыуҙы хуп күрмәгән кешеләр өсөн шәп. Күпселек, бигерәк тә йәштәр өсөн теләгән ваҡытта өйҙән эшләү рәсми эшкә урынлашып эшләүгә һәм тотороҡло эш хаҡы алыуға ҡарағанда уңайлыраҡ.
2005 йылдың 14 майында беренсе Рәсәй фрилансерҙары биржаһы — FL.ru (элекке Free-lance.ru) ойошторола[3]. Ул дизайнерҙар, программистар, менеджерҙар, оптимизаторҙар һәм копирайтерҙар өсөн саралар ойоштора башлай. Йыл һайын биржа теркәлгән фрилансерҙарҙы төрлө оҫталыҡ дәрестәренә һәм йыйылыштарға саҡыра[4].
Шул уҡ көндө фрилансты үҫтереүгә, шулай уҡ ситтән тороп эшләүҙең ыңғай яҡтарын күрһәтеүгә йүнәлтелгән саралар ҙа уҙа. Блогерҙар һәм коучтар — уҡытыуға, маркетологтар һәм эшҡыуарҙар үҙ тауарҙарына һәм хеҙмәттәренә ташламалар тәҡдим итә[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Бөтә донъя Ҡояш көнө
- FL.ru
- Ситтән тороп эшләү
Иҫкәрмәләр
- ↑ 14 мая день фрилансера в России. Муниципальное бюджетное учреждение "Централизованная библиотечная система" (14 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 май 2024.
- ↑ Ольга Бондаренко. День фрилансера 2024: история и традиции праздника. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 май 2024.
- ↑ Салтанова Светлана Васильевна. День фрилансера. НИУ ВШЭ (13 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 май 2024.
- ↑ День фрилансера отмечают в России сегодня. Сетевое издание «Псковское агентство информации» (14 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 май 2024.
- ↑ 14 мая – День фрилансера в России. МГТУ (30 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 май 2024.
Әҙәбиәт
- Воробьёва Ирина Владимировна. Социально-трудовое положение самозанятых работников // Уровень жизни населения регионов России. — 2023.
- Харченко Вера Сергеевна. Культура фриланса: компоненты и принципы организации // Метеор-Сити. — 2016.
- Таран Ю.Е., Саванович С.В. Проблемы организации и управления работой фрилансеров посредством дистанционного менеджмента в России // Вестник молодёжной науки. — 2016.
- Аширова А.Л. Особенности ценностей и норм современных Российских фрилансеров // Социальные и гуманитарные науки: теория и практика. — 2019.
- Бурлуцкая Мария Георгиевна, Харченко Вера Сергеевна. Фрилансеры: специфика социального статуса, стратегии карьеры и профессионального развития // Журнал социологии и социальной антропологии. — 2013.
