Марзаев Алан Викторович
Алан Викторович Марзаев (1973 йылдың 14 майы, Ардон[d], Төньяҡ Осетия — Алания) — иҡтисадсы-ғалим, дәүләт эшмәкәре. 2022—2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары.
2024 йылдың 30 сентябрендә чиновникҡа ҡарата енәйәт эше асыла, ул Рәсәй Енәйәт Кодексының 290-сы статьяһы 6-сы бүлеге буйынса айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә[1].
Биографияһы
Марзаев Алан Викторович 1973 йылдың 14 майында Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһының Ардон ҡалаһында тыуған[2].
Юғары белемле: Владикавказ ҡалаһындағы Тау дәүләт аграр университетын, Хоҡуҡ һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Төньяҡ Осетия—Алания Республикаһының Дәүләт һалым инспекцияһында башлай, унда касса аппараттарының эшен контролдә тотоу бүлегенең дәүләт һалым инспекторы, контроль бүлегенең дәүләт һалым инспекторы, контроль бүлегенең контроль-касса машиналары бүлексәһе начальнигы вазифаһын башҡарыусы, ситләтелгән һалымдар бүлегенең дәүләт һалым инспекторы булып эшләй.
1997 йылдан Төньяҡ Осетия—Алания Республикаһының Дигорский районы буйынса Дәүләт һалым инспекцияһы, 2000 йылдан Рәсәй Федерацияһы Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Дигорский районы буйынса инспекцияһы етәксеһе.
2002 йылдан Рәсәй Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Төньяҡ Осетия—Алания Республикаһындағы 2-се район-ара инспекцияһы етәксеһе.
2004 йылдан — Федераль һалым хеҙмәтенең Төньяҡ Осетия—Алания Республикаһы буйынса идаралығының һалым органдарын контролдә тотоу бүлеге начальнигы, юридик шәхестәргә һалым һалыу бүлеге начальнигы.
2009 йылдан Федераль һалым хеҙмәтенең Владикавказ буйынса 2-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары, начальнигы; Федераль һалым хеҙмәтенең Федераль һалым хеҙмәтенең Төньяҡ Осетия—Алания Республикаһы буйынса идаралығының һалым органдарын контролдә тотоу бүлеге начальнигы.
2010 йылдан Мәскәү өлкәһе Чехов муниципаль районы хакимиәтенең контроль-ревизия идаралығы начальнигы.
2011 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты Идаралығының Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү буйынса департаменты советнигы, Рәсәй Федерацияһы Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығының Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы менән үҙ-ара эш итеү буйынса департаменты советнигы.
Бер үк ваҡытта 2011—2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының финанс теорияһы кафедраһы доценты
2016 йылдан Федераль һалым хеҙмәтенең Мәскәү өлкәһе буйынса 18-се район-ара инспекцияһы начальнигы.
2017 йылдан Федераль һалым хеҙмәтенең Мәскәү өлкәһе Домодедово ҡалаһы буйынса инспекцияһы начальнигы.
2019 йылдан Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы, Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе.
2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе, транспорт һәм юл хужалығы министры.
2021 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы, Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы.
2022 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Премьер-министр урынбаҫары.
Енәйәт эше
2024 йылдың 30 сентябрендә тәфтиш комитетының Алан Марзаевты ғәйепләүҙәре билдәле була. Уны 37 миллион һум күләмендә ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр.
Марзаев 37 миллион һум ришүәтте юл төҙөлөшө компаниялары етәкселәренән уларҙың коммерция эшмәкәрлеген яҡлау һәм автомобиль юлдары төҙөлөшөнә дәүләт контракттары төҙөүҙе тәьмин итеү өсөн алған. Ришүәт тапшырыуҙа аралашсы булып Башҡортостан Республикаһының транспорт министры вазифаһын биләгән Александр Клебанов торған, тип хәбәр иттеләр хоҡуҡ һаҡлау органдарында[3].
2024 йылдың 7 майында Александр Клебанов ҙур күләмдә ришүәт алыуға бәйле ғәйепләнеп ҡулға алынған, һәм ҡулға алыныуҙан бер нисә сәғәт үткәс, вазифаһынан бушатыла[4].
2024 йылдың 1 октябрендә Мәскәү ҡалаһының Басман район суды Алан Марзаевты ике айға — 30 ноябргә тиклем ҡулға алды[5][6]
«РИА Новости» агентлығы хәбәр итеүенсә, Мәскәү ҡалаһы Басман район судының 2024 йылдың 28 ноябрендәге ултырышы барышында Алан Марзаев ришүәт алыу буйынса асылған енәйәттә үҙенең ғәйебен иңҡар итте[7].
2025 йылдың 10 октябрендә Өфө ҡалаһының Ленин район суды Алан Марзаевҡа ҡарата енәйәт эшен ҡарай башланы[8].
2025 йылдың 18 ноябрендә дәүләт ғәйепләүсеһе судтан Алан Марзаевты 560 миллион һумдан ашыу штраф менән 14 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе, шулай уҡ уға дәүләт органдарында 13 йылға вазифа биләүҙе тыйыуҙы һәм дәүләт килеменә 37 миллион һум күләмендә ришүәт суммаһын, ер участкаһын һәм ике торлаҡ йортто конфискациялауҙы һорай[9].
2025 йылдың 20 ноябрендә Алан Марзаев судта һуңғы һүҙ менән сығыш яһай. Ул үҙ ғәйебен танымай[10].
2025 йылдың 21 ноябрендә Өфөнөң Ленин районы суды Алан Марзаевҡа хөкөм ҡарары сығарҙы: ул ғәйепле тип табылған һәм ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 13 йылға иркенән мәхрүм ителгән, уға алынған ришүәт күләменән 10 тапҡырға артыҡ йәғни 561 миллион 257 мең 76 һум 70 тин күләмендә штраф һалынған. Ғәйепләнеүсе дәүләт хеҙмәтендә эшләүгә 12 йылға тыйыу алған, маҡтаулы исемдәренән һәм наградаларынан мәхрүм ителгән. Марзаев ғәйепте танымай. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән[11]. 2025 йылдың 5 декабрендә ғәйепләнеүсенең адвокаттары беренсе инстанция судына апелляция бирә.
Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 23 ғинуарҙа республиканың Юғары судына Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевтың адвокаттарынан апелляция ялыуҙары килгән. Ултырыш датаһы әлегә билдәләнмәгән[12].
2026 йылдың 19 февралендә Башҡортостандың Юғары суды республика премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа хөкөм ҡарарын көсөндә ҡалдырған. Был хаҡта төбәк судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте хәбәр иткән[13].
Генераль прокуратураның мөлкәтте тартып алыу тураһында дәғүәһе
2025 йылдың 15 декабрендә Мәскәүҙең Мещан суды Генераль прокуратураның Алан Марзаевҡа һәм тағы ла алты гражданға мөлкәтен тартып алыу тураһында дәғүәһен теркәй. Киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, дәғүәлә Төньяҡ Осетиялағы бер нисә бинаны, Кисловодскиҙағы йортто, Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы дачаны, Мәскәүҙәге фатирҙы һәм премиум-класслы автопаркты конфискациялау тураһында һүҙ бара[14].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Иван Вавилов. Следком возбудил дело против и.о. вице-премьера Башкирии Алана Марзаева. ИА «Башинформ» (30 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ Заместителем Премьер-министра Правительства Башкортостана назначен Алан Марзаев. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ В чем обвиняют Алана Марзаева, вице-премьера правительства Башкирии - 30 сентября 2024 (30 сентябрь 2024). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ В Башкирии нашлось дело и для и. о. вице-премьера (30 сентябрь 2024). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ И.о. заместителя премьера Башкирии арестовали по делу о взятке в 37 млн рублей (1 октябрь 2024). 10 октябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Элина Ахметова. Алану Марзаеву избрали меру пресечения. ИА «Башинформ» (1 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ И. о. вице-премьера Башкирии не признал вину в получении взятки. «РИА Новости» (28 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
- ↑ Дарья Субботина. В Уфе начался суд над Аланом Марзаевым. ИА «Башинформ» (10 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ Обвинение запросило 14 лет колонии для и.о. вице-премьера Башкирии Марзаева (20251118T1241). 18 ноябрь 2025 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Дарья Субботина. В суде Уфы Алан Марзаев выступил с последним словом. ИА «Башинформ» (20 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Дарья Субботина. В Уфе Алану Марзаеву вынесли приговор. ИА «Башинформ» (21 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Ксения Калинина. Верховный суд Башкирии рассмотрит апелляцию Алана Марзаева. ИА «Башинформ» (26 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Инсаф Хужабирганов. Верховный суд Башкирии оставил в силе приговор Марзаеву. ИА «Башинформ» (19 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
- ↑ У бывшего вице-премьера Башкирии потребовали изъять имущество (15 декабрь 2025). 23 ғинуар 2026 тикшерелгән. (рус.)
Һылтанмалар
- Экс-министру Башкирии Клебанову предъявили окончательное обвинение. ИА «Башинформ», 27 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2024)
- Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. (рус.)