Бикбулатова Гөлнара Фәрит ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 14 май 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (61 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һөнәр төрө сәйәсмән, юрист
Тыуған урыны

Бикбулатова Гөлнара Фәрит ҡыҙы (14 май 1964 йыл) — хоҡуҡ белгесе. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Гөлнара Фәрит ҡыҙы Бикбулатова 1964 йылдың 14 майында Хәйбулла районының Юлдыбай ауылында билдәле йырсы Фәрит Бикбулатов ғаиләһендә тыуа.

Һуңынан улар Өфө ҡалаһына күсенә. Юғары белемде Гөлнара Фәрит ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетында ала. Дипломлы белгес хеҙмәт юлын 1981 йылда баш ҡалаһының Киров районы судында суд ултырышы секретары булып башлай. 19821984 йылдарҙа Совет районы судында шул уҡ вазифала эшләй. 19841990 йылдар — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты кафедраһы лаборанты. 1991 йыл — Киров районы прокуратураһының канцелярия мөдире. 19911995 йылдар — Башҡорт дәүләт университеты кафедраһы ассистенты. 19951997 йылдар — Башҡортостандың янғынға ҡаршы СРСУ-һы ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кадрҙар-юридик бүлеге начальнигы. Һуңынан 2005 йылға тиклем прокурорҙарҙың арбитраж процесында ҡатнашыуын тәьмин итеү буйынса бүлек прокуроры ярҙамсыһы. 2007 йылғаса — Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының федераль ҡануниәтте башҡарыуын күҙәтеү буйынса идаралыҡтың бүлек мөдире. 20072018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары. 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • РФ генераль прокуроры бойороғона ярашлы сәғәт менән бүләкләнә (2005)[1]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
  • Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының маҡтаулы хеҙмәткәре
  • «Лайыҡлы хеҙмәте өсөн» Рәсәй Федерацияһы генераль прокурорының күкрәккә таға торған билдәһе (2008)
  • Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәте директоры бойороғо менән "Ҡаҙаныштары өсөн" миҙалы менән бүләкләнә (2009).
  1. [1] 2017 йылдың 29 май көнөндә архивланған.