Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы
Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы (рус. Ражетдинов (Рожетдинов) Зуфар Загафуранович; 14 май 1926 йыл — 15 апрель 2020 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].
Биографияһы
Зөфәр Зәғәфуран улы Рәжетдинов 1927 йылдың 14 майында Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Таймый ауылында тыуған.
Хеҙмәт юлын 1943 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре сифатында башлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яранан һуң икенсе төркөм инвалиды булып ҡала.
Хәрбилек юлын һайлаған егет 1950 йылда Һарытау хәрби училищеһын тамамлай һәм эске ғәскәрҙәр сафында хеҙмәтен дауам итә.
1963—1983 йылдарҙа айырыуса мөһим объекттарҙы һаҡлаусы часть командиры урынбаҫары һәм командиры, эске хеҙмәт полковнигы була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Зөфәр Зәғәфуран улы Рәжетдинов Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн», Жуков миҙалдары бар[4].
Ғаиләһе
Өйләнгән. Ғаиләлә бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Олег атаһы юлын һайлаған: инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, ҡыҙҙары Светлана ла Эске эштәр министрлығында медицина-санитария өлкәһендә эшләй[4]
Вафаты
Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы 2020 йылдың 15 апрелендә вафат булған. Сергиевский зыяратында ерләнгән[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Еңеү көнөн ҡаршылайым тигәндә…
- ↑ 1 2 15 АПРЕЛЯ 2020 ГОДА УШЕЛ ИЗ ЖИЗНИ ВЕТЕРАН ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЫ ЗУФАР ЗАГАФУРАНОВИЧ РОЖЕТДИНОВ(недоступная ссылка)
- ↑ На фронт ушел почти мальчишкой…
- ↑ 1 2 В Башкирии в рамках акции «Лица Победы. Летопись подвига» росгвардейцы посетили фронтовика Зуфара Рожетдинова
Әҙәбиәт
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 май 2021)