1964 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында саңғы ярыштары
1964 йылда Инсбрукта үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында саңғы ярыштарында (рус. Лыжные гонки на зимних Олимпийских играх 1964) 7 комплект награда уйнатыла: 4 миҙал ир — егеттәр араһында (15 км, 30 км, 50 км һәм 4×10 км — эстафета) һәм 3 ҡатын-ҡыҙҙар араһында (5 км, 10 км һәм 3×5 км — эстафета). Ярыштар программаһына 5 км-ға ҡатын-ҡыҙҙар ярышы өҫтәлә. Эстафетанан башҡа бөтә ярыштарҙа ҡатнашыусыларға айырым старт бирелә.
Ярыштар 30 ғинуарҙан 8 февралгә тиклем Инсбруктан 17 саҡрым алыҫлыҡта Зеефельдта үтә. Уҙыштарҙың старты һәм финишы Олимпиада өсөн махсус төҙөлгән «Ланлауфцентрум» стадионында үтә. Ярышта 24 илдән йәмғеһе 151 спортсы (113 ир-егет һәм 38 ҡатын-ҡыҙ) ҡатнаша.
Саңғы ярыштарында дөйөм миҙал зачетында 3 алтын, 1 көмөш һәм 4 бронза миҙал яулаған совет саңғысылары иң яҡшыһы була, айырыуса совет ҡатын-ҡыҙҙары айырылып тора, улар мөмкин булған 7 миҙалдың 6-һын яулай.
Совет саңғысыһы Клавдия Боярских бер Олимпиадала өс алтын миҙал яулаған беренсе саңғысы була.
Миҙал яулаусылар
Ирҙәр
Ҡатын-ҡыҙҙар
| Дисциплина | Алтын | Көмөш | Бронза |
| 5 км тулыраҡ |
СССР |
Финляндия |
СССР |
| 10 км тулыраҡ |
СССР |
СССР |
СССР |
| Эстафета 3×5 км тулыраҡ |
Алевтина Колчина Евдокия Мекшило Клавдия Боярских |
Барбро Мартинссон Бритт Страндберг Тойни Густафссон |
Сенья Пусула Тойни Пёусти Мирья Лехтонен |
Дөйөм иҫәп
Һылтанмалар
- Лыжные гонки на зимней Олимпиаде 1964 года Архивная копия от 8 апрель 2009 на Wayback Machine (инг.)