Ваганов Геннадий Викторович
Ваганов Геннадий Викторович (25 ноябрь 1936 йыл) — СССР саңғысыһы, Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаты призёры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1965) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1960), спорттың саңғы төрҙәре буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).
Карьераһы
Геннадий Викторович Ваганов 1936 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Дыуан ауылында тыуа.
П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай (1967).
«Урожай» ирекле спорт йәмғиәте тәрбиләнеүсеһе, тренеры Н. Е. Веремей була.
Скво-Вэллиҙа 1960 йылғы Олимпия уйындарында эстафетала бронза миҙал яулай; 15 һәм 30 километрға уҙыштарҙа дүртенсе урынды ала; 50 километрлы дистанцияла етенсе була.
Инсбрукта 1964 йылғы Олимпия уйындарында ла эстафетала бронза миҙалға лайыҡ була, 15 километрға уҙышта — 14-се, 30 километрға уҙышта 19-сы килә.
Законпанела 1962 йылғы донъя чемпионатында эстафетала бронза яулай, 15 километрҙа — 9-сы, 50 километрҙа 10-сы урынды ала.
СССР чемпионаттарында 8 тапҡыр еңә: 15 километрға уҙыштарҙа — өс тапҡыр һәм эстафеталарҙа — биш тапҡыр.
1960 йылда Ваганов «Почёт Билдәһе» ордены менән наградлана. Спорт карьераһын тамамлағас, саңғы буйынса тренер булып эшләй, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исеменә лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Ваганов Геннадий Викторович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Геннадий Ваганов — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы(инг.) сайтында олимпия статистикаһы