1960 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында саңғы ярыштары

1960 йылда Скво-Вэллиҙағы ҡышҡы Олимпия уйындарында саңғы ярыштарында (рус. Лыжные гонки на зимних Олимпийских играх 1960) 6 олимпия миҙалы тупланмаһы уйнатыла — ир-егеттәр араһында 4 (15 саҡрым, 30 саҡрым, 50 саҡрым һәм эстафета 4х10 саҡрым) һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2 (10 саҡрым һәм эстафета 3х5 саҡрым). Ярыштар программаһы 1956 йылда Кортина-д’Ампеццола үткән Олимпия уйындары менән бер үк була.

Ярыштар 19 — 27 февралдә Скво-Вэллиҙан 65 километр алыҫлыҡта Маккинни Крик тигән урында, Тахо күленең уң ярында үтә. Ярыштарҙа 19 илдән 112 спортсы (88 ир-егет һәм 24 ҡатын-ҡыҙ) ҡатнаша. Дөйөм миҙал зачетында саңғы уҙышында швед саңғысылары иң яҡшылары булып тора, улар 2 алтын, 2 көмөш һәм 1 бронза миҙал яулай. Дөйөм миҙалдар һаны буйынса 6 миҙал яулай, әммә уларҙың береһе генә алтын миҙал була.

Совет саңғысы ҡатын-ҡыҙҙары шәхси уҙышта тәүге 4 урынды ала, әммә шуға ҡарамаҫтан, эстафетала Швеция йыйылма командаһынан ҡалыша.

Миҙал яулаусылар

Дөйөм иҫәп

(Үҙ категорияһында иң күп миҙалдар яулаусылар ҡалын менән билдәләнгән)

Дөйөм миҙалдар иҫәбе Olympic flag.svg
Урын Ил Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Швеция 1960 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Швеция 2 2 1 5
2 Финляндия 1960 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Финляндия 2 1 2 5
3 СССР 1960 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында СССР 1 2 3 6
4 Норвегия 1960 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында Норвегия 1 1 0 2

Һылтанмалар