Саңғы ярыштары буйынса Рәсәй чемпионаты
Саңғы ярыштары буйынса Рәсәй чемпионаты — Рәсәй саңғы ярыштары федерацияһы йыл һайын үткәргән саңғы ярыштары.
Тарихы
Советтарға тиклемге осор
Рәсәйҙә саңғы ярыштары тәүге тапҡыр 1910 йылда үтә, артабан Беренсе донъя һуғышы башланғанға тиклем йыл һайын үткәрелә. 1915—1919 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышы арҡаһында үткәрелмәй. 1920 йылдан РСФСР чемпионаты тип атала. Турнирҙа ҡатын-ҡыҙҙар 1921 йылда ҡатнаша башлай.
Рәсәй осоро
Саңғы ярыштары буйынса Рәсәй чемпионаты 1992 йылдан алып йыл һайын үткәрелә.
2007 йылдан, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 50 км һәм ир-егеттәр өсөн 70 километрҙан башҡа, бер ҡалала ойошторола, ә марафон ярыштары ике аҙнанан һуң айырым үткәрелә (2008 йылдан алып даими рәүештә Апатиты һәм Мончегорск ҡалаларында). 2006 йылға тиклем айырым дисциплиналар буйынса миҙалдар йыйылмаһы төрлө ваҡытта һәм төрлө ҡалаларҙа уйнатыла ала, мәҫәлән, 2004/05 йылдар миҙгелендә ярыштарҙың бер өлөшө декабрҙә Рыбинскиҙа, ҡалғандары март — апрелдә Сыктывкарҙа һәм Ухтала үтә.
Коронавирус пандемияһы арҡаһында 2020 йылда чемпионат үткәрелмәй.
Чемпионаттар исемлеге
| Йыл | Үткәрелеү урыны | Дата | Иҫкәрмә |
|---|---|---|---|
| 2005 | 26—28 март | Итоги | |
| 2006 | 26—31 март | Итоги | |
| 2007 | 31 март — 8 апрель | Итоги | |
| 2008 | 22—29 марта | Итоги | |
| 2009 | 27—31 март | Итоги | |
| 2010 | 24—31 март | Итоги | |
| 2011 | 24—30 март | Итоги | |
| 2012 | 21—30 марта | Итоги | |
| 2013 | 28 март — 4 апрель | Итоги | |
| 2014 | 22—30 март | Итоги | |
| 2015 | 20—29 март | Итоги | |
| 2016 | 23 март — 1 апрель | Итоги | |
| 2017 | 24 март — 02 апрель | Итоги | |
| 2018 | 24 март — 1 апрель | Итоги | |
| 2019 | 30 март — 7 апрель | Итоги | |
| 2020 | 28 март — 5 апрель | COVID-19 арҡаһында үткәрелмәй] | |
| 2021 | 27 март — 4 апрель | Итоги | |
| 2022 | 26 март — 3 апрель | Итоги | |
| 2023 | 18 марта — 26 марта | Итоги |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- История соревнований. Федерация лыжных гонок России