Ҡорманайбаш

Ҡорманайбаш (рус. Курманайбаш) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 194 кеше[2]. Почта индексы — 452090, ОКАТО коды — 80244850004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 194 93 101 47,9 52,1

Географик урыны

Ауыл тарихы

1802 - 1803 йылдарҙа ерҙәрҙе Генераль ыҙанлауҙан һуң, шунда уҡ Илекәй-Мең улусы аҫабалығында Ҡорманайбаш (Үрге Ишле) ауылы барлыҡҡа килә.
•Ул - Яңы Ишле ауылынан бүленеп сыҡҡан ауыл. Тәүге тапҡыр ул 1816 йылда теркәлә,был ваҡытта ауылда 30 ир-егет иҫәпләнә, ә 1834 йылғы мәғлүмәттә -70 кеше.
1917 йылда 102 йортта 570 типтәр йәшәгән, 3 йортта - 11 башҡорт, 1920 йылда 550 типтәр теркәлгән.[3]
Халҡы: 1906 й. – 381 кеше; 1920 – 551; 1939 – 404; 1959 – 327; 1989 – 175; 2002 – 209; 2010 – 194 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡырғыҙ‑Миәкә урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Хәҙерге исеме гидронимға бәйле. 1834 й. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1906 йылда мәсет булыуы теркәлгән.[4]

Урамдары

Исемдәре:[5]

• Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))

• Королев урамы (рус.  Королева (улица))

Билдәле шәхестәре

  • Мөлөкөв Хәлим Мансур улы (20.01.1943)-Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.[6] 415-се б.

Тема буйынса өҫтәмә