Йәнәби-Урсай
Ауыл | |||
Йәнәби-Урсай | |||
---|---|---|---|
53°37′25″ с. ш. 54°30′51″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Миәкә районы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 452098 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 244 820 001 | ||
ОКТМО коды | 80 644 420 101 | ||
ГКГН номеры | 0523693 | ||
|
Йәнәби-Урсай (рус. Енебей-Урсаево) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 285 кеше[2]. Почта индексы — 452098, ОКАТО коды — 80244820001.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 648 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 340 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 345 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 357 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 364 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 285 | 141 | 144 | 49,5 | 50,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (99 %) йәшәй[3].
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә): 27 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 47 км
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәнәби-Урсай ауылы — Илекәй-Мең улусы башҡорттарының төп торамаһы. Тәүге төпләнеүсе аҫаба башҡорт Урсай Боҫҡонов булыуы билдәле, ул 1738 йылдан алып Миәкә ауылы тәржемәсеһе Роман Уразлиндан Дим йылғаһы буйлап ер ала. Илекәй-меңдәр 1743 йылғы килешеү буйынса — Кесе Табын улусы Маҡар ауылы (һуңынан Стәрлетамаҡ өйәҙе) башҡорттарын, икенсе төркөмдө 1800 йылда ҡабул итә. 1770 йылдың 25 мартындағы килешеү буйынса аҫаба башҡорттар типтәрҙәрҙе ҡабул итә.
Ауылды Урсай, унан һуң Йәнәби-Урсай тип йөрөткәндәр. Ике атама ла — антропонимдан, ләкин уларҙың беренсеһен дәлилләй алмайбыҙ.
1795 йылда бында башҡорттар (10 йортта 45 кеше), типтәрҙәр (2 йортта 8 кеше) йәшәй, 1816 йылда 174 аҫаба башҡорт, 68 керҙәш башҡорт, 6 типтәр, 6 дәүләт крәҫтиәне, 1859 йылда — 380 кеше, 1870 йылда — 495 башҡорт, 4 татар, 1917 йылда Яңы Урсайҙа (Йәнәбиҙә) — 648 башҡорт,9 типтәр, 1920 йылда — 684 башҡорт иҫәпләнгән.[4]
Йәнәби-Урсай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.1987 йылда Төхфәт Йәнәбигә бюст ҡуйылған.[5]
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дуҫлыҡ (урамы), (рус. Дружбы (улица))
- Тыныслыҡ (урамы), (рус. Мира (улица))
- Яр буйы (урамы), (рус. Набережная (улица))
- Йылға (урамы), (рус. Речная (улица))
- Баҫыу (урамы), (рус. Полевая (улица))
- Ҡояшлы (урамы), (рус. Солнечная (улица))
- Т.Йәнәби (урамы), (рус. Т.Янаби (улица))
- Үҙәк (урамы), (рус. Центральная (улица))
- Мәктәп (урамы), (рус. Школьная (улица))[6]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Төхфәт Йәнәби — башҡорт совет журналисы, шағир һәм яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
- Ҡунафин Фәрхәт Ҡаныбәк улы (1954- 2004)-журналист, яҙыусы.[7]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Материалы поземельной переписи 1917 года по: д. Ново-Урсаево (Янабей), Белебеевский уезд, Гайныямаковская волость; фонд Р-473, опись 1, дело 805 2021 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.436
- ↑ Йәнәби-Урсай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
- ↑ Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 399-сы б..