Сәтәй-Бөрйән

Сәтәй-Бөрйән (рус. Чятай-Бурзян) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 268 кеше[2]. Почта индексы — 452085, ОКАТО коды — 80244805006.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 268 133 135 49,6 50,4

Географик урыны

Ауыл тарихы

XVIII быуат аҙағында Бөрйән улусы башҡорттары Ил-күл-мең ырыуы ерҙәрендә Сәтәй-Бөрйән ауылына нигеҙ һалалар. Уларҙың сығыш урындары ла билдәле: Йәрмөхәмәт һәм Төрөкмән ауылдары (хәҙерге Баймаҡ районы). Бөрйән — керҙәштәр. Уларҙың тамғалары ^ бөтә дөйөм бөрйән тамғаһына тап килә.[3]

Билдәле ауылдаштар

  • Вәлиәхмәтов Рим Марс улы (1960), социолог, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (1993). Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы (2020).
  • Абдуллин Урал Әхмәт улы (30.10. 1941)- ғалим-физик.Физика- математика фәндәре кандидаты, доцент.[4]
  • Әхмәҙуллин Раил Ғәлиулла улы (20.07 1940)-хеҙмәт алдынғыһы.«Почет Билдәһе» ордены кавалеры.[5]

Тема буйынса өҫтәмә