Бикҡол (Миәкә районы)

Биҡҡол (рус. Биккулово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 200 кеше[2]. Почта индексы — 452086, ОКАТО коды — 80244805001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 200 102 98 51,0 49,0

Географик урыны

Ауыл тарихы

Бикҡол ауылы Илекәй-Мең улусына ҡарай. Уның нигеҙ һалыныу ваҡыты тураһында сығанаҡта былай тиелгән: "Ерҙе Генераль ыҙанлауҙан һуң яңынан булдырылған", йәғни 1804 - 1815 йылдар араһында. Тәүге тапҡыр ул 1816 йылда теркәлгән, унда 55 ир-ат булған. 1834 йылда - 163, 1850 йылда - 230, 1859 йылда 272 башҡорт иҫәпкә алынған. 1870 йылда - 286, 1920 йылда 576 башҡорт була. Бикҡол, Яңы Көнҡаҫ ауылдарында йәшәүселәрҙең бер өлөшө 1846 йылда "Илсеғол буйындағы аҫаба ергә күсенергә рөхсәт алып, ауылын Бикҡол тип йөрөтәләр". Ревизия материалдарында тәүге төпләнеүсенең улдарының һәм ейәндәренең исемдәре һынландырыла: 1786-1820 йылдарҙа Әйүп Бикҡолов йәшәгән. Уның улы - 1834 йылда 26 йәшлек була. Йомағужа (уның улдары - 9 йәшлек Иштәүләт һәм 2 йәшлек Ғәлимөхәмәт). Тәүге төпләнеүсенең икенсе улы 1816 йылда 42 йәшлек икәнлеге билдәле.[3]

Урамдары

• Йылға аръяғы урамы рус. Заречная (улица)
• Йәштәр урамы рус.  Молодежная(улица)
• Үҙәк урамы рус. Центральная (улица)
• Шишмә урамы рус. Родниковая (улица)
• Мәктәп урамы рус. Школьная(улица)[4]

Билдәле шәхестәре

• Әхмәтшина Фәниә Ниғмәтйән ҡыҙы (11.03.1945)- Башҡортостандың атҡаҙанған экономисы.[5]

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә