Тамъян-Таймаҫ

Тамъян-Таймаҫ (рус. Тамьян-Таймас) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 602 кеше[2]. Почта индексы — 452077, ОКАТО коды — 80244810006.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Географик урыны

Ауыл тарихы

• Тамъяндар — меңлеләр керҙәштәре, сығыштары менән Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Быҙаулыҡ өйәҙҙәренән иҫәпләнәләр. Улар 1762 йылдың 1 майындағы Илекәй-Мең улусы аҫабалары менән килешеү буйынса, Тамъян- Таймаҫ һәм Ереклекүл ауылдарына нигеҙ һалалар.
• Тамъян-Таймаҫ исеме тураһында шуны әйтергә була: Тамъян — этноним, Таймаҫ — антропоним. Ауылға тәүге төпләнеүсе Тамъян улусы старшинаһы Таймаҫ Ҡотлин була. Уның улдары һәм ейәндәре: Көсөк (17431827), улдары: Әбделтимер, Әбделфәиз, Ильяс) һәм Әмир (17461825) Таймаҫовтар, Әмирҙең ейәне — Райман Биктимеров.

• Халҡының бер өлөшө (9 ир-ат) был ауылға Минзәлә өйәҙенең Һарыһаҙ-Таҡырмән ауылынан күсеп килә. 1816 йылда был ауылда аҫаба башҡорттар (60 йән), яһаҡлы татарҙар (89 йән), типтәрҙәр (12 ир-ат) 1 йәшәгән.

1795 йылда — 150, 1816 йылда — 238, 1834 йылда — 350, 1859 йылда — 522, 1870 йылда — 537, 1917 йылда — 827, 1920 йылда 868 башҡорт иҫәпкә алынған.

1843 йылда 350 кешегә 1080 бот яҙғы иген сәселә.[3]

Урам исемдәре

• Йылға урамы, рус. Заречная (улица)
• Коммунистик урамы, рус. Коммунистическая (улица)
• Туғай урамы, рус. Луговая (улица)
• М.Ғафури урамы, рус. М.Гафури (улица)
• Йәштәр урамы, рус. Молодежная (улица)
• Совет урамы, рус. Советская (улица)
•Үҙәк урамы, рус. Центральная (улица)[4]

Билдәле шәхестәре

  • Кәримов Сәмиғулла Зиннәтулла улы (02.01.1945)-техник фәндәр кандидаты.[5] 395-се б.

Тема буйынса өҫтәмә