Лим Игорь Николаевич

Лим Игорь Николаевич (3 август 1952 йыл — 1 июнь 2025 йыл) — төҙөүсе-инженер, төҙөлөш тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1994—2003 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы[1], 1995—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002), Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013)[2].

Биографияһы

Игорь Николаевич Лим 1952 йылдың 3 авгусында Тажик ССР-ының Ленинабад[3] ҡалаһында тыуған.

1974 йылда Ҡазан инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған, һөнәре буйынса «инженер-төҙөүсе».

Хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә буйынса шул уҡ йылда Татар АССР-ының Сарман районында урынлашҡан «Джалильнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының төҙөлөш-монтаж идаралығында мастер булып башлай, артабан 1976 йылғаса прораб вазифаһын башҡара.

1976 йылда Нефтекама ҡалаһына күсеп килә һәм 1979 йылға тиклем Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» (БНПС) республика әһәмиәтендәге төҙөлөш тресының 4-се төҙөлөш идаралығында прораб, производство-техник бүлеге (ПТО) начальнигы булып эшләй.

Шул уҡ 1979 йылда бер ни тиклем ваҡыт «Башнефть» берләшмәһе күсмә механизацияланған колоннаһының Нефтекама участкаһында өлкән прораб вазифаһын башҡарғандан һуң, артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген «БНПС» төҙөлөш тресында дауам итә: 1981 йылға тиклем 4-се төҙөлөш идаралығының ПТО етәксеһе була. 1981—1986 йылдарҙа трестың күсмә механизацияланған колоннаһының баш инженеры һәм начальнигы, 1986—1994 йылдарҙа — «Башнефтепромстрой» тресының баш инженеры.

1994 йылдың декабрендә Игорь Лим Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә һәм был яуаплы вазифала 2003 йылдың майына тиклем эшләй. Был осорҙа ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты итеп һайлана.

2003 йылдың майынан 2006 йылдың авгусына тиклем Арлан керамик кирбес заводы директоры, артабан 2008 йылдың майынаса — «Интегралжилстрой» төҙөлөш ойошмаһының генераль директоры, 2013 йылдың мартында хаҡлы ялға сыҡҡансы — «Нефтегазстрой» ойошмаһының производство-техник бүлеге етәксеһе.

Нефтекама ҡалаһын төҙөүгә һәм уның артабан үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Нефтекама ҡала округы Советының 2013 йылдың 27 июнендәге 3—14/09-сы ҡарары менән Игорь Николаевич Лимға «Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].

Хеҙмәт ветераны 2025 йылдың 1 июнендә Нефтекама ҡалаһында вафат булды[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002)
  • Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013)[2].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

• Нефтекамск смотрит в завтра. К 35-летию города. Уфа. Издательство «Слово», 1998 год.