Власов Илья Сергеевич
Биографияһы
Бала сағында Илья Власов дзюдо һәм йөҙөү менән шөғөлләнә, ә волейболға 16 йәшендә генә эләгә, уны волейбол майҙансығында уйын ваҡытында Яңы Уренгой «Факел» командаһының статисы Алексей Королев күреп ҡала. Королев Ильяға Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 1995—1996 йылда тыуған перспективалы малайҙарҙы Йәштәр лигаһы һәм үҫмерҙәр йыйылма командаһында сығыш яһарға әҙерләүҙәре тураһында һөйләй[3]. Илья 2011 йылдың авгусында бер нисә ай дауамында был команда урынлашҡан Анапа эргәһендәге «Витязь» һауыҡтырыу комплексына килә, беренсе күнекмәнән һуң бында ҡалырға ризалыҡ бирә[4].
Тренер Павел Иванов етәкселегендә 2011 йылдың октябрь айында Власов «Факел-95» өсөн Йәштәр лигаһында беренсе тапҡыр сығыш яһай, ноябрь айында биш клубташы менән бергә Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында Островец-Свентокшиск ҡалаһында үткән Көнсығыш-Европа волейбол зона ассоциацияһының чемпионатында еңеүсе була, ә 2012 йылдың февралендә Түбәнге Новгородта Ямал-Ненец автономиялы округы йыйылма командаһы составында үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионатының алтын миҙалын яулай. Йәштәр лигаһында беренсе миҙгелде «Факел» 7-се урында тамамлай, ә Илья бөтә ҡатнашыусылар араһында беренселектә мәрәйҙәр һаны буйынса икенсе була (32 уйында 90).
2012/13 миҙгелендә «Факел» үҫмер спортсылары ҙур алға китешкә өлгәшә — Йәштәр лигаһының беренселегендә команда тик мәскәү «Динамо-Олимп» командаһынан ҡалышып, финишҡа икенсе позицияла килеп етә[5]. Беренселек тамамланыу менән Власов Илья Рәсәй йыйылма үҫмер спортсылар командаһына ҡушыла һәм Александр Кариков командаһы составында Европа чемпионатында еңеүсе була һәм турнирҙың иң яҡшы ҡамаусыһының шәхси призына эйә була.
Илья 2013 йылда «Факел» йәштәр командаһының капитаны булып һайлана. Уның командаһы яңы миҙгелдә тулыһынса өҫтөнлөк итә, ваҡытынан алда чемпион титулын юллай. Икенсе йыл рәттән Йәштәр лигаһының иң яҡшы ҡамаусыһы була, (36 уйында 156 мәрәй), шулай уҡ Власов был юлы Йәштәр лигаһының — 2013/14 финалында иң яҡшы уйынсы призына лайыҡ була[6].
2014 йылдың сентябрендә Нитр һәм Брно ҡалаларында үткән Европа чемпионатында Илья Власов Рәсәй йыйылма командаһы составында алтын миҙал яулай. Турнирҙың иң оҙон буйлы уйынсыһы сиктән тыш һикереүе һәм селтәр буйында күсеү тиҙлеге һәм еңеллеге менән беренселек ойоштороусыларының иғтибарын йәлеп итә. «Ысынлап та, ышаныуы ауыр, сөнки Власов барлығы волейболда өс йыл ғына уйнай», — тип билдәләнә 19 йәшлек команданың төп уйынсыһына арналған Сергей Шляпниковтың мәҡәләһендә[7].
Европаның йәштәр чемпионатындағы еңеүенән һуң дүрт көн үткәс, Илья Власов беренсе «Факел» командаһы составында Санкт-Петербургта Рәсәй Кубогының баштағы этабында тәү башлап сығыш яһай[8]. Ил чемпионатының башынан Суперлигала Илья «Факел» командаһындағы элекке партнерҙары, уйынды тамамлаусылар Дмитрий Волков һәм Егор Клюкин менән бергә старт составында матчҡа тотороҡло сыға, һәм был өсәүҙең уйын сифатын белгестәр юғары баһалай[9][10]. Миҙгелдең һөҙөмтәләре буйынса Илья чемпионаттың иң яҡшы ҡамаусылары исемлегенә инә, ә Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Андрей Воронков уның фамилияһын Донъя лигаһына милли команданың киңәйтелгән заявкаһына индерә[11].
2015 йылдың июнь айында Баҡы ҡалаһындағы Европа уйындарында Илья Власов Рәсәй йыйылма командаһы составында бронза миҙал яулай. Был турнирҙа ул рәсәй командаһында һөҙөмтәләре буйынса Виктор Полетаевтан ҡалыша икенсе була, 8 матчта 32 мәрәй блокта йыя һәм 74 % нәтижәлелектәге һөжүм итеүҙә 67 мәрәй йыя. Икенсе көнө Мәскәүгә ҡайтҡас, Власов студенттар йыйылма командаһы составында (уларҙың һигеҙе уның менән Европа уйындарында ҡатнаша) Кванджа ҡалаһына Универсиадаға юллана. Владимир Хроменковтың командаһы бөтә уйындарҙа ла алтын миҙал яулай, ә Илья Универсиаданың иң яҡшы ҡамаусылары рейтингында 3-сө урынды биләй[12][13].
Власов Ильяның икенсе һәм студенттар йыйылма командалары өсөн сығышын милли команданың тренерҙар штабы һиҙмәй ҡалмай һәм 20 июлдә, Универсиада тамамланып бер аҙна үткәс, йәш ҡамаусы Новогорск ҡалаһында йыйылма команданың йәнә башында торған Владимир Алекно етәкселегендәге күнекмәләргә тотона[14]. 8 сентябрҙә Хамамацу ҡалаһында Донъя кубогы сиктәрендә Власов Рәсәй йыйылма командаһы өсөн тәү башлап рәсми матч үткәрә, унда команда Венесуэла командаһы өҫтөнән еңеү яулай[15]. 2015 йылдың октябрь айында Европа чемпионатында ҡатнаша.
Бер йыллыҡ тәнәфестән һуң, Власов 2017 йылда Сергей Шляпников етәкләгән милли команда составына ҡайта. Донъя лигаһы турнирында Илья старт составында була, әммә ҡамауҙа уңышһыҙ ергә баҫып, Польша йыйылма командаһы менән интерконтиненталь раундта йәрәхәт ала, һәм «Алтауҙың финалында», командаһына ярҙам итә алмай[16]. Йәрәхәте юнәлгәс, шул уҡ йылдың сентябрь айында Рәсәй йыйылма командаһы составында Польшалағы Европа чемпионтаында алтын миҙал яулай. Болгария менән старт матчын үткәреп, тәүге сетта Куркаев Ильяс урынына алмашҡа Словения командаһына ҡаршы сыға. Артабан Рәсәй йыйылма командаһының бөтә матчтарында турнир аҙағына тиклем стартлы алтауҙа сығыш яһай.
Яңы Уренгой «Факел» командаһының составында Илья Власов 4 миҙгел үткәрә, 2017 йылдың апрель айында саҡырыу Кубогының еңеүсеһе була. 2017/18 миҙгеле тамамланыу менән «Факелдан» мәскәү «Динамоһына» күсә[17].
Ҡаҙаныштары
Йыйылма командалар менән
- Европа чемпионы (2017).
- Үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы (2013).
- Үҫмерҙәр араһында EEVZA чемпионаттары еңеүсеһе (2011, 2012, 2013).
- Йәштәр командалары араһында Европа чемпионы (2014).
- Европа уйындарының бронза призеры (2015).
- Универсиада чемпионы (2015).
Карьераһы
- Йәштәр лигаһының чемпионы(2013/14)
- Йәштәр лигаһының көмөш призеры (2012/13)
- Йәштәр лигаһы Кубогының көмөш (2013) һәм бронза (2014) призеры
- Саҡырыу Кубогына эйә булыусы (2016/17) һәм финалсыһы (2015/16)
Шәхси бүләктәре
- Европа чемпионатының үҫмерҙәр араһында иң яҡшы ҡамаусыһы (2013).
- Йәштәр лигаһының иң яҡшы ҡамаусыһы (2012/13, 2013/14).
- Йәштәр лигаһы финалының иң яҡшы уйынсыһы (MVP) (2014).
Иҫкәрмәләр
- ↑ CEV people database (ингл.)
- ↑ Приказ Министерства спорта Российской Федерации № 19-нг от 21 марта 2016 г. «О присвоении спортивного звания „Мастер спорта России международного класса“». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2016. 2017 йылдың 17 март көнөндә архивланған.
- ↑ У самого чёрного моря... «Факел» открыл в Витязево молодёжный проект. «Советский спорт» (25 февраль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2015. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Илья Власов: из дзюдо и плавания к вершинам волейбола. ВК «Факел» (23 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ «Динамо-Олимп» — второй победитель Молодёжной лиги! ВК «Факел» (17 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2015. 2014 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ «Готов выкладываться на двести процентов!» VolleyballNews.ru (16 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2015.
- ↑ From swimming pool to volleyball: Ilia Vlasov shines in Russian team (ингл.). Европейская конфедерация волейбола (4 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Кубок России, день 1. «Факел» — «Искра». ВК «Факел» (10 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2015. 2016 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
- ↑ Мы открылись! «Советский спорт» (25 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2015. 2016 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Павел Борщ: в 19 лет играть в сборной — не рано. «Чемпионат.com» (20 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2015. 2015 йылдың 21 июль көнөндә архивланған.
- ↑ «Хочется победить во всех турнирах». «Чемпионат.com» (27 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2015. 2015 йылдың 22 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Золотые. Молодые. Наши. ВК «Факел» (12 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2015. 2015 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Players Ranking by Skills (ингл.). Официальный сайт XXVIII летней Универсиады. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2015. 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.(инг.). Официальный сайт XXVIII летней Универсиады. 12 июль 2015 тикшерелгән.
- ↑ Алекно вызвал в сборную 19 волейболистов для подготовки к Кубку мира-2015. «Р-Спорт» (17 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: сентябрь 2015.
- ↑ Возвращение Тетюхина: победа над Венесуэлой и человек в чёрной маске. «Спорт-Экспресс» (8 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: сентябрь 2015.
- ↑ Куркаев: Власов поскользнулся на мокром следе от футболки Волкова. «Чемпионат.com» (16 июнь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2017.
- ↑ Центральный блокирующий Илья Власов продолжит карьеру в столичном «Динамо». ВК «Динамо» Москва (30 апрель 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2018.
Һылтанмалар
- Страница на сайте Международной федерации волейбола (инг.)(инг.)
- Страница на сайте «Факела» 2018 йылдың 1 май көнөндә архивланған.
- Статистика на сайте агентства «Волей Сервис»
- «Моё поколение заявит о себе после Рио». «Спорт-Экспресс» (1 декабрь 2015).