Гришин Иван Трифонович
Иван Трифонович Гри́шин (1919 йылдың 3 авгусы, Новониколаевка[d] — 1944 йылдың 15 ноябре, Апатин[d])) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, пехота батальонының командир урынбаҫары, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Иван Трифонович Гришин 1919 йылдың 13 авгусында Новониколаевка ауылында (хәҙер Украинаның Херсон өлкәһе Ивановский районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә алты класс тамамлай, колхозда эшләй.
1941 йылда Гришин Өфө пехота училищеһын тамамлай. Шул йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышына алына. 1944 йылдың ноябренә капитан Иван Гришин 3-сө Украина фронты 57-се армияһы 74-се уҡсылар дивизияһы 78-се уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары була. Югославияны азат итеүҙә батырлыҡ күрһәтә[1].
1944 йылдың 11 ноябрендә Гришин үҙенең полкында беренсе булып бер төркөм яугирҙар менән Апатин ҡалаһы янында Дунай аша сыға һәм йылғаның уң ярындағы плацдарм яулай. Был артабан батальондың юғалтыуһыҙ йылға аша сығыуын тәьмин итә. Плацдармдағы ҡаты алыштарҙа Гришин яралана, әммә һуғыш яланынан китмәй, төркөм менән етәкселек итеүен дауам итә. Һуғыштан һуң медсанбатҡа эвакуациялана, 1944 йылдың 15 ноябрендә вафат була[2]. Апатин ҡалаһында ерләнгән[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» капитан Иван Гришинға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Шулай уҡ Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945), үлгәндән һуң[3][4];
- Ленин ордены;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (04.08.1943)[5];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (31.12.1944), үлгәндән һуң[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Гришин Иван Трифонович. «Герои страны» сайты.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3515, л. 31)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 26/12, л. 43, 198, 199)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 26, л. 19)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1403, л. 2, 29, 30)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3515, л. 2, 31, 32)
Сығанаҡтар
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Лукаш И. М. Солдаты славы не искали — Днепропетровск: Промінь, 1984.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.