Епифанов Владимир Николаевич

Владимир Николаевич Епифанов (рус. Епифанов Владимир Николаевич; 1958 йылдың 3 авгусы, Өфө) — совет һәм Рәсәй театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998); Өфө Йәш тамашасы театры режиссёры (2017).

Биографияһы

Владимир Николаевич Епифанов 1958 йылдың 3 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. 1979 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр сәнғәте бүлеген (педагогы — Мельниченко П. Р.) тамамлай. Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген рус академия драма театрында башлай. Амплуаһы — комик герой. Режиссерҙар В. Б. Әхәтов, П. Р. Мельниченко, М. И. Рабинович, В. М. Штейн менән эшләй.

1982-86 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында эшләй[2].

2017 йылдан Өфө Йәш Тамашасылар театры актёры һәм баш режиссёры[3].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

  • Бессеменов («Мещандар», Горький М.);
  • Бригелла («Дыуамал» — Гольдони К.);
  • Звягинцев («Кадриль» — Гуркин В.);
  • Подколесин («Өйләнеү» — Гоголь Н. В.);
  • Подсекальников («Үҙен һәләк итеүсе» — Эрдман Н. Р.);
  • Присыпкин («Бөрсә» — Маяковский В. В.);
  • Берендей батша («Ҡарһылыу» — Островский А. Н.);
  • Шамраев («Аҡсарлаҡ» — Чехов А. П.),
  • Иван Иванович Хостас («Казотта күрәҙәлеге», Д. Пригова).

Маҡтаулы исемдәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1991);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. ↑ ЕПИФАНОВ Владимир Николаевич. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2026.
  3. ↑ 1 2 Владимир Епифанов. Кино-Театр.Ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2026.

Һылтанмалар