Ғөбәйҙулла
Ғөбәйҙулла (икенсе исеме Ҡуштүбә) (рус. Губайдуллино (Куштуба)) — бөткән ауыл. 1836—1850 йылдар арауығында барлыҡҡа килгән[1]. 1916—1930 йылдарҙа ауыл сиктәрендә сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторола. 1931 йылдан Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауыл Советы составындағы ауыл[2]. 1969 йылдан һуң ауылдар исемлегенән алына.
Географик урыны
Тарихы
Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фекеренсә, Ғөбәйҙулла ауылы 1836—1850 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. «Баймакский край» китабы авторҙары, ауылға нигеҙ һалыусының йәшәү йылдарынан сығып, ауылдың нигеҙләү даталарын 1778—1883 йылдар тип билдәләй[2]. Ауылға нигеҙ һалыусының исеме билдәле: Ғөбәйҙулла Илсеғолов, уның улдары — Һатыу һәм Дәүләтҡол[1]. Сығышы аныҡ билдәләнмәгән, әммә тикшеренеүсе фаразлауынса, Темәс йәки Әмин ауылдарынан булыуы мөмкин, сөнки яңы ауыл ошо ауылдарҙан 8-10 саҡрымда ғына була[1]. Ғөбәйҙулла ауылының икенсе исеме — Ҡуштүбә. Ауыл өс ҡалҡыулыҡ — Оло Түбә, Урта Түбә һәм Бәләкәй Түбә — араһында ятҡанға күрә, ауылға ошо матур исем бирелгән, тип фаразлана[2].
Октябрь революцияһына тиклем үк, 1916 йылда, ауылда сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторола. Ауыл халҡы башлыса шул артелдә шөғөлләнә. 1920 йылда 39 йортта 221 кеше йәшәһә, 1928 йылда — 188 кеше. 1931 йылда артель үҙ эшен тамамлай һәм крәҫтиәндәр «Ирәндек» исемемле ауыл хужалығы артеленә берләшәләр[2].
1969 йылғы Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше китабында Темәс ауыл Советы составында теркәлгән[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Генеалогия и архивы. Губайдуллино (Куштуба)
- ↑ 1 2 3 4 5 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 января 1969 г.). — Изд. 5. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1969. C.432
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
- Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 января 1969 г.). — Изд. 5. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1969. C.432
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.