Әхмәр (Баймаҡ районы)

Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 616 кеше[2]. Почта индексы — 453647, ОКАТО коды — 80206834003.

Тарихы

1795 йылда документтарҙа теркәлгән. Ауылға Бәхтегәрәй (Әпек) ауылынан төйәкләнгән нигеҙ һалыусылар Әхмәр һәм Биктаһир исемдәрен йөрөтә. Халыҡ араһында Әпек, Ялан Әпеге тип йөрөткәндәр. XVIII быуаттың аҙағында ауыл бик ҙур була. 320 кеше йәшәй, әммә 40 йылдан халыҡ һаны кәмей, ә 25 йылдан ҡабаттан 100 кешегә (5-се ревизия мәғлүмәттәре буйынса) арта. Әхмәрҙең улдары Әбделхалиҡ, Рафиҡ һәм Ибраһим ошонда уҡ йәшәгән. 1816 йылда Бәхтегәрәй (Әпек) ауылынан 27 ғаилә күсеп килә, улар араһында 52-йәшлек Иманғол Әпеков (уның улдары — Яхъя, Мәсәх, Әлмөхәмәт, Усман, Усмандың улы — Мөхәмәтрахим). 1920 йылда Әхмәр ауылы Әпек тип теркәлгән[3].

1812 йылғы Ватан һуғышында Йәрмөхәмәт Ишемғолов, Әбделхалиҡ Әхмәров, Сәлих Ғабдүсев 15-се башҡорт полкы составында ҡатнашҡаны билдәле.

1957 йылдан алып — «Сибай» совхозының Ирәндек бүлексәһе, 1965 йылдан — «Ирәндек» совхозы, 1996 йылдан «Ирәндек» КПП-һы составында була[4].

5-се ревизияла ауыл Биктаһир тип теркәлгән, Әхмәр йәйә эсендә күрһәтелгән[3].

Төп шөғөлдәре — малсылыҡ. Йәйҙәрен йәйләүҙә үткәргәндәр. 60 йортта 318 кеше йәшәгән, уларҙың 344 йылҡы малы, 175 һыйыры, 30 һарыҡы, 55 кәзәһе булған. 1842 йылда барыһы 156 бот ярауай иген сәскәндәр[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 543 277 266 51,0 49,0

Географик урыны

Төйәләҫ йылғаһы буйында урынлашҡан[4].

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 66 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (1-се Төрөкмән): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 25 км

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. 1 2 Ахмерово (Биктагирово, Апиково)
  4. 1 2 3 4 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.

Сығанаҡтар

  • Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.

Тема буйынса өҫтәмә