Басманов Гавриил Иванович
Гаврии́л Ива́нович Басма́нов (рус. Басманов Гавриил Иванович; 1920 йылдың 18 авгусы, Покровка, Наумовка ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы) — 1945 йылдың 1 марты, Покровка, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар ротаһының элемтәсе-радисы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
1920 йылдың 18 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1]Покровка ауылында тыуған[2]. Милләте урыҫ. Тулы булмаған урта белемле. 1945 йылдан ВКП(б), 1952 йылдан КПСС ағзаһы. 1935—1938 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының «Согласие» колхозында эшләй.
1938 йылда Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
1940—1942 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында суд башҡарыусыһы булып эшләй.
1942 йылдың башында Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан яңынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1942 йылдың мартынан алып Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
Ҡыҙылармеец Г. И. Басманов 1943 йылдың 23—25 сентябрендә Гомель өлкәһе Комарны ауылының төньяғтараҡ беренселәрҙән булып Днепр йылғаһының көнбайыш ярына сыға һәм командование менән бәйләнеш урынлаштыра. Һан яғынан артыҡ булған дошман менән ҡаты һуғыштарҙа үҙен ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә. Разведчиктарҙың ҙур булмаған төркөмө менән немецтарҙың тылына үтеп инеп, командованиеға дошман тураһында мөһим мәғлүмәттәр еткерә. Ҡайтып килешләй разведчиктар бер төркөм вермахт һалдаттарына тап була һәм улар менән алышҡа инә. Г. И. Басманов гранаталар менән 10 немецты юҡ итә, үҙебеҙҙең позицияға яу ҡырынан яралы һалдатты алып сыға.
1943 йылдың 16 октябрендә Гавриил Иванович Басмановҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3927-се) тапшырыла[3].
1944 йылда ауыр яраланғандан һуң Г. И. Басманов хәрби хеҙмәттән китергә мәжбүр була һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта. 1945 йылдың 1 мартында үлеп ҡала[2]. Тыуған яғында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Советтар Союзы Геройы (1943)[3]
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3927)[3]
- Ленин ордены (1943)[3]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (17.08.1943)[3]
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (13.07.1943)[3]
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Гавриил Иванович Басманов исеме Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[4][5];
- Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауыл советы Покровка ауылында Басмановҡа бюст ҡуйылған;[2]
- Покровка һәм Наумовка ауылы мәктәптәре биналарында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған;[2]
- Покровка ауылы урамдарының береһе Герой исемен йөрөтә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы
- ↑ 1 2 3 4 5 И. Ғ. Кәримова. Басманов Гавриил Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Басманов Гавриил Иванович. Министерство обороны Российской Федерации. Портал «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2025. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Булатов Г. На Днепровском плацдарме //Славные сыны Башкирии. Книга 3. Уфа, 1968.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Басманов Гавриил Иванович (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2025)
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Басманов Гавриил Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2025)
- Республиканский Музей Боевой Славы. Басманов Гавриил Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2025)