Алтынбаев Рәнис Рәйес улы
Алтынбаев Рәнис Рәйес улы | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 18 август 1976 (48 йәш) |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылы |
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | мәҙәниәт өлкәһе һәм дәүләт органы хеҙмәткәре, әҙәбиәт белгесе-ғалим, ҡурайсы-педагог, йырсы, йәмәғәтсе. |
Наградалары һәм премиялары |
Алтынбаев Рәнис Рәйес улы (рус. Алтынбаев Ранис Раисович; 18 август 1976 йыл) — мәҙәниәт өлкәһе һәм дәүләт органы хеҙмәткәре, әҙәбиәт белгесе-ғалим, ҡурайсы-педагог, йырсы, йәмәғәтсе. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары, 2022 йылдан — «Торатау» конгресс-холының директор урынбаҫары. Филология фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2024). Белорет районының почётлы гражданы (2021).
Биографияһы
Рәнис Рәйес улы Алтынбаев 1976 йылдың 18 авгусында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр эшселәр ҡасабаһында[1] тыуған[2].
1994—1995 уҡыу йылында шул уҡ райондың Шығай ауылы мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй[3].
1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына[4]уҡырға инә һәм уны «ҡурай класы уҡытыусыһы» һәм «халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе» һөнәрҙәре буйынса 2000 йылда тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәгендә әйҙәүсе белгес булып дауам итә, һуңынан үҙәктең милләт һәм төбәк—ара бәйләнештәр бүлеге етәксеһе була.
2007 йылдан Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры[3].
2008 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын «юрист» һөнәре буйынса тамамлай[2].
2011 йылдың июненән Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм 2022 йылдың 15 февраленә тиклем ошо вазифала эшләй. Артабан Өфөләге «Торатау» конгресс-холының директор урынбаҫары[5].
2019 йылдың мартында Рәнис Алтынбаевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[6].
2024 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә.
Ғилми эшмәкәрлеге
2013 йылда Ҡазан ҡалаһында ҡатай башҡорттары ижадын өйрәнеүгә арналаған «Фольклор башкир-катайцев (эпическое, лирическое и обрядовое творчество)» тигән темаға диссертация[7] яҡлай һәм «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.
Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре
- Рәнис Алтынбаев. Ҡатай башҡорттары фольклоры. «Ағиҙел» журналы, 2012, № 8.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2024 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе[8].
- 2010 йылда III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты була.
- 2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша.
Ижади эшмәкәрлеге
Шағир, йырҙар ижад итеүсе һәм һәүәҫкәр йырсы булараҡ, һуңғы йылдарҙа төрлө быуын тамашасылары араһында киң билдәлелек яулай бара.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Салауат Юлаев ордены (2024)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019)
- «2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙемлеге өсөн» билгеһе (2003)
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамоталары
- Белорет районының почётлы гражданы (2021).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 2004 йылдың 17 декабренән Инйәр ауылы.
- ↑ 1 2 Муниципальный район Белорецкий район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Алтынбаев Ранис Раисович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 август 2024)
- ↑ 1 2 Справочно-информационный портал «Кто есть кто в РБ» > Карточка персоны > Алтынбаев Ранис Раисович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 август 2024)
- ↑ 2003 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы
- ↑ Единый Реестр объектов нематериального этнокультурного достояния народов Республики Башкортостан. Алтынбаев Ранис Раисович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 август 2024)
- ↑ Радий Хәбиров һөнәри байрамда иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 26 март 2019 йыл (Тикшерелеү көнө: 26 март 2019)
- ↑ disserCat — электронная библиотека диссертаций. Фольклор башкир-катайцев: эпическое, лирическое и обрядовое творчество — тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 10.01.09, кандидат филологических наук Алтынбаев, Ранис Раисович
- ↑ Новый состав Общественного совета при минкульте Башкирии приступил к работе. ИА «Башинформ», 6 июня 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 август 2024)
Һылтанмалар
- Справочно-информационный портал «Кто есть кто в РБ» > Карточка персоны > Алтынбаев Ранис Раисович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 август 2024)
- Муниципальный район Белорецкий район Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 август 2024)
- Центральная городская библиотека. Знаменитые люди города Белорецка и Белорецкого района (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 август 2024)
- Единый Реестр объектов нематериального этнокультурного достояния народов Республики Башкортостан. Алтынбаев Ранис Раисович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 август 2024)
- РУВИКИ: Алфавит буйынса тикшерелгән мәҡәлә
- 18 августа тыуғандар
- 1976 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Белорет районында тыуғандар
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Филология фәндәре кандидаттары
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Ҡурайсылар
- Илмәштәр
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре