Өфө өйәҙе (XVI быуат аҙағы — XVIII быуат башы)

Өфө өйәҙе (рус. Уфимский уезд) — Рәсәй дәүләтенең административ-территориаль берәмеге. 1586 йылда ойошторолған[1]. 1708 йылдың 18 декабрендәге указ нигеҙендә Ҡаҙан губернаһы составына ингән, һуңынан Өфө провинцияһына әйләндерелә[2].

Территорияһы

Өйәҙ сиктәре көнбайышта Волга йылғаһына тиклем барып еткән, төньяҡ-көнбайышта Кама йылғаһының һул ярҙарынан (урыны менән уң яҡ ярҙан) үткән, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта Тубыл йылғаһының үренән Яйыҡтың һәм уның ҡушымтаһы Илектең урта ағымы буйлап барып Ағиҙел һәм Кесе Үҙән йылғаларының түбәнге өлөшөнә тиклем еткән[3].

Тарихы

Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, 1586 йылда[4] Өфө кремле төҙөлә. Өфө ҡала статусын ала[5][6][7], өйәҙ булдырыла. Өйәҙ составына дүрт даруға (юлдар) инә:

Ҡазан даруғаһы;
Нуғай даруғаһы;
Уҫы даруғаһы;
Себер даруғаһы[8].

Идаралығы

Өйәҙ идаралығы төрлө дәүләт органдары ҡарамағында була. Дөйөм идаралыҡ Ҡаҙан һарайы приказына ярашлы атҡарыла. Ҡаҙан һарайы приказы Урыҫ дәүләтенең ул осорҙағы үҙәк органдарының береһе була һәм элекке Ҡазан, Әстерхан һәм Себер ханлыҡтары, бынан тыш Өфө, Ҡаҙан өйәҙҙәре, Түбәнге һәм Урта Волга буйы, Мещера һәм Нижгород өйәҙе (1587 йылға тиклем), Себер (1637 йылға тиклем) ингән бик ҙур территорияла административ, хәрби, суд һәм финанс мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Уның мөһим бурыстарының береһе яһаҡ китаптарын төҙөү һәм урыҫ булмаған халыҡтарҙан яһаҡ йыйыу була[9][10]

Разряд приказына ярашлы воеводалар тәғәйенләнә[11]. Күрше халыҡтар менән мөнәсәбәттәр (Өфө өйәҙе өсөн — ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар, нуғайҙар, Яйыҡ казактары) Илселек приказы менән яйланған[12]. Оло һарай приказы һарай волостары һәм ауылдары менән идара иткән. Урындағы үҙидара Өфө приказ йорто аша тормошҡа ашырылған.

Өфө приказ йорто

Өфө приказ йорто Өфө өйәҙендә һәм Өфөлә административ, хәрби, дипломатик, полиция, суд, финанс һ.б. идаралыҡтар менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә. Урындағы идаралыҡ органы башында воевода тора, уға күп һанлы хеҙмәткәрҙәр буйһона. Штат составына дьяк (дәүләт хеҙмәткәре), подьячийҙар, целовальниктар (вазифалы кешеләр), таможня башлыҡтары, годовальщиктар, тәржемәселәр ингән[13].

1711 йылда, башҡорт ихтилалдары тамамланғандан һуң, Өфө өйәҙе Сенат ҡарамағына тапшырыла. 1719 йылда өйәҙ территорияһы Өфө провинцияһына инә[14].

Өфө городовой воеводалары

Исем-шәрифе Вазифа башҡарыу ваҡыты
Нагой М. А. 1590; 1592; 1594—1602; 1603—1605
Ладыгин Б. В. 1593
Годунов Никита Васильевич 1605/06 — 1607; 1610/11
Власьев Афанасий Иванович 1605/06 — 1612/13
Онучин Михаил Андреевич 1613 йылдың йәйе — 1614 йылдың ғинуары
Каловский Иван Ермолаевич 1614 йылдың ғинуары −1614/15
Хилков Борис Андреевич 1614/15 — 1616 йылдың октябре
кенәз Елецкий Фёдор Александрович 1615
Хлопов Гаврила Васильевич 1616 — 1620 йылдың майы
Прончищев Осип 1620 йылдың майы — 1621 йылдың апреле
Измайлов Григорий Васильевич 1621 йылдың апреле — 1622 йылдың октябре
Коробьин Семён Гаврилович 1622 йылдың октябре — 1623/24
Волынский Семён Иванович 1623/24 — 1625/26
Чичерин Иван Иванович 1626/27 — 1628 йылдың июне
Желябужский Иван Григорьевич 1628 йылдың июне — 1634 йылдың көҙө
Вельяминов Н. Д. 1634 йылдың көҙө — 1636 йылдың көҙө
кенәз Волконский П. Ф. 1636 йылдың көҙө — 1639 йылдың көҙө
Салтыков И. И. 1639 йылдың көҙө — 1640 йылдың декабре
Плещеев Л. А. 1640 йылдың декабре — 1641/42
Бутурлин М. М. 1643 — 1645 йылдың июне
Алябьев Ф. А. 1645 йылдың июне — 1646/47
Пожарский П. Д. 1645 йылдың авгусы — 1646/47
Плещеев Л. А. 1646/47 — 1649 йылдың көҙө
Милославский Ф. Я. 1649 йылдың көҙө — 1652
Францбеков И. А. 1653 — 1655
Нарбеков А. С. 1656
Головин А. И. 1657 — 1658 йылдың майы
Панчуледзев И. С. 1658
Измайлов А. Т. 1659 — 1660/61
Сомов Ф. И. 1660/61 — 1662 йылдың сентябре
Волконский Ф. Ф. 1662 йылдың сентябре — 1663 йылдың октябре
Волконский А. М. 1663 йылдың октябре — 1664 йылдың майы
Сомов Ф. И. 1664 йылдың майы — 1667
Кондырев И. П. 1671 йылдың ғинуары — 1672
Кондырев П. Т. 1673 — 1676 йылдың сентябре
Хитрово В. Я. 1676 йылдың сентябре — 1678 йылдың майы
Скуратов П. Д. 1679 йылдың көҙө — 1680/81
Коркодинов А. М. 1680/81 — 1683
Борятинский Д. А. 1683 феврале — 1684
Кондырев И. П. 1685 йылдың декабре — 1686 йылдың июле
Борятинский И. Ф. 1686 йылдың көҙө — 1688
Толстой И. А. 1689 — 1691 йылдың майы
Стрешнев В. Ф. 1691 йылдың майы — 1694 йылдың сентябре
Головин Д. Н. 1694 йылдың сентябре — 1695 йылдың майы
Юрьев Г. А. 1695 йылдың майы — 1696 майы
Леонтьев В. Ф. 1696 йылдың майы — 1697
Молостов Д. И. 1697
Пушкин И. К. 1697 йылдың октябре — 1700 йылдың апреле
Аничков Б. Ф. 1700 йылдың майы — 1701 йылдың феврале
Зыбин Е. П. 1701 йылдың феврале — 1703
Тухачевский Г. Я. 1703 — 1704
Аничков А. 1704 — 1705
Аристов Л. 1705 — 1708
Есипов Ф. 1708

[15]

Иҫкәрмәләр

  1. История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — М.: Наука, 2009. — Т. I. — С. 17. — 400 с. — ISBN 978-5-02-037010-4 (в пер.).
  2. Тархов С. Изменение административно - территориального деления России в XIII—XX вв. // Логос. — 2005. — № 1 (46). — С. 65—101.
  3. Р. Г. Буканова, Р. Р. Фазылов. Уфимский уезд // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Башкирская энциклопедия: в 7 тт. Уфимский кремль (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2020. Архивировано 23 сентябрь 2020 года.
  5. Уфа // Уланд — Хватцев. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 33). — ISBN 978-5-85270-370-5.
  6. Өфө өйәҙе (XVI быуат аҙағы — XVIII быуат башы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Өфө өйәҙе (XVI быуат аҙағы — XVIII быуат башы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  8. Муравьёв А. В., Самаркин В. В. Историческая география эпохи феодализма: (Западная Европа и Россия в V—XVII веках) : Учеб. пособие для студентов ист. фак. пед. ин-тов. — М.: Просвещение, 1973. — 144 с.
  9. Азнабаев Б. А. Приказ Казанского дворца // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  10. Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. Китап (2006). стр.30
  11. Буканова Р.Г. Разрядный приказ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  12. Буканова Р.Г. Посольский приказ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  13. Буканова Р.Г. Уфимская приказная изба // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  14. Буканова Р.Г. Уфимская провинция // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  15. Уфимские городовые воеводы. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2025.

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә