Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы
Рәмзиә Ислам ҡыҙы Хисамова (рус. Рамзия Исламовна Хисамова; 1947 йылдың 18 авгусы, Иҫке Хәлил, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй театр актёры. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
Биографияһы
1947 йылдың 18 авгусында Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуған.
1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (педагогы И. Йомағолов), ә 1999 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогтары Ф. К. Ҡасимова, А. К. Лощенков) тамамлай.
1966 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай, 1971—1975 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһында Гәлиәскәр Камал исемендәге татар академия театрында эшләп ала һәм, кире Өфөгә ҡайтып, ижадын дауам итә.
Амплуаһы — драматик геройҙар, әбейҙәр ролдәре. Шиғырҙар яҙа. Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында Марат Әбүзәровтың «Ыҙан» («Межа»; 1996), Башҡорт драма театрында Илшат Йомағоловтың «Сәсәндәр»; автор менән берлектә, 2005) спектаклдәрен сәхнәгә ҡуя.
Ролдәре
Спектаклдәрҙә
Нәркәс («Нәркәс» пьесаһы, Илшат Йомағолов; 1967), Зөбәржәт һәм Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!» — «Не бросай огонь, Прометей!»; икеһе лә — Мостай Кәримдеке), Хәҙисә («Ҡыҙыл паша» — «Красный паша» Нәжиб Асанбаев), Һәҙиә («Һәҙиә», Ғәзим Шафиҡов), Юлбикә («Башҡорт туйы»), Әнисә («Гармунсы дуҫ» — «Друг мой, гармонист», Назар Нәжми), Саша («Ивановтың фажиғәһе» — «Иванов», А. П. Чехов), Дадун («Борсолма, әсәй!» шул уҡ исемдәге роман буйынса, Н. В. Думбадзе), Сәсәк («Ҡол Ғәли», Н. Фәттәх), Артыҡбикә («Ағиҙел» шул уҡ исемдәге повесть буйынса, Мирсәй Әмир) һәм башҡалар.
Кино һәм телефильмдәрҙә
- Зөлхизә («Халҡым һағышы» — «Песни моего народа», «Баштелефильм», 1969)
- Аҫылбикә («Кинйә» — «Кинзя», «Баштелефильм», 1988).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1980)
Ғаиләһе
- Ире — Илшат Йомағолов (1932—2007), актёр, драматург. РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған артисы.
- Улы — Айсыуаҡ Йомағолов[1], Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, режиссёр[2]; 2010 йылда Башҡортостан Республикаһының кинематографистар Союзы етәксеһе итеп һайлана.
- Ҡыҙы — Айһылыу Йомағолова, Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2024)[3].
Һылтанмалар
- Труппа: Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2013. 2013 йылдың 19 декабрь көнөндә архивланған.
- Универсаль энциклопедия «Башҡортостан» 2013 йылдың 6 декабрь көнөндә архивланған.
- http://theatreinform.ru/bd/Actor/Details.php?A_Code=1915 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- http://www.tatpressa.ru/enc/hisamova-ramziya-islamovna-188/
- http://www.allrussia.ru/country/101026131213.html 2013 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Айсыуак Юмагулов хочет поймать свой ветер МедиаКорСеть. Мөрәжәғәт итеү датаһы: декабрь 2013. 2013 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ Юмагулов Айсыуак Ильшатович. bashdram.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
- ↑ Ҡалып:Https://bashdram.ru/truppa/yumagulova-ajsylu-ilshatovna/