Мурманский Адольф Андреевич
Мурманский Адольф Андреевич (10 июнь 1924 йыл — 2 сентябрь 2002 йыл) — иҡтисадсы-ғалим, комсомол, партия, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия подполковнигы. 1973 йылдан Башҡорт АССР-ының Статистика идаралығы начальнигы, 1982—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының алтынсы, етенсе һәм һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1968). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1973), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм «Почёт Билдәһе» (1979) ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1999).
Биографияһы
Адольф Андреевич Мурманский 1924 йылдың 10 июнендә Сыуаш АССР-ының[1] Урмар районы Мусирма ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урындағы мәктәптә уҡый[2].
1928 йылда ата-әсәһе менән Пермь өлкәһенә[3], 1941 йылда — Башҡорт АССР-ының Яңауыл ҡасабаһына[4] күсенә. Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген ул бындағы иген ҡабул итеү предприятиеһында машинист булып башлай[2].
1942 йылдың авгусында мобилизация буйынса Ҡыҙыл Армияға саҡырыла, Бөйөк Ватан һуғышы фронтарында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, ҡаты яралана. 1944 йылдың майында демобилизациялана һәм Яңауылға ҡайта, мәктәптә военрук булып эшләй. Артабан ВЛКСМ-дың Яңауыл район комитетының хәрби эштәр буйынса секретары, беренсе секретары була[2].
1949 йылдың сентябренән — ВКП (б)-ның Яңауыл район комитетында ауыл хужалығы һәм ойоштороу бүлеге мөдире. Артабан ике йыл өлкә партия мәктәбендә уҡый.
1951 йылдың ноябренән Мишкә район советы башҡарма комитеты рәйесе[2].
1958 йылдың ноябрендә КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1962 йылдың декабрендә райондарҙы үҙгәртеү барышында ҙурайтылып ойошторолған Бәләбәй районының район советы башҡарма комитеты рәйесе була. 1965 йылдың ғинуарында КПСС-тың Бәләбәй район комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм был вазифала 1973 йылдың октябренәсә эшләй һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ҡарары менән Башҡорт АССР-ының Статистика идаралығы начальнигы итеп тәҡдим ителә[2].
1982—1986 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре.
Төп хеҙмәт эшмәкәрлегенән айырылмай 1960 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. 1962 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенең аспирантураһында уҡый, 1968 йылда «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Фәнни тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен 29 хеҙмәтендә яҡтырта[2].
Хеҙмәт ветераны 2002 йылдың 2 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1971, 1973)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1979)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1999)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Сыуаш Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Муниципальное автономное учреждение культуры «Музейное объединение муниципального района Бижбулякский район Республики Башкортостан». Официальный сайт. Знакомьтесь: наши земляки в мире науки. МУРМАНСКИЙ АДОЛЬФ АНДРЕЕВИЧ — кандидат экономических наук. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 август 2024)
- ↑ Хәҙер Пермь крайы.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Яңауыл ҡалаһы.
Һылтанмалар
- Муниципальное автономное учреждение культуры «Музейное объединение муниципального района Бижбулякский район Республики Башкортостан». Официальный сайт. Знакомьтесь: наши земляки в мире науки. МУРМАНСКИЙ АДОЛЬФ АНДРЕЕВИЧ — кандидат экономических наук. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2024)
- Сайт POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Учётно-послужная картотека офицерского состава. Мурманский Адольф Андреевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2024)