Көнгәк (гәзит)
«Көнгәк» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Мәләүез ҡалаһының һәм Мәләүез районының ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тормошон яҡтырта. Мәләүез ҡалаһында 2002 йылдың ғинуарынан алып аҙнаһына 3 тапҡыр башҡорт телендә сыға. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм ««Көнгәк» редакция-нәшриәт комплексы» дәүләт-унитар предприятиеһы.
Ҡаҙаныштары
- Башҡортостандың ете баҫмаһы, шул иҫәптән «Көнгәк» гәзите лә, социаль әһәмиәтле киң мәғлүмәт сараһы исемлегенә инде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 23 октябрь[1].
Сығанаҡтар
- Энциклопедия Башкортостана (рус.)
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.