Биографияһы

Горошек Павел Антонович (төп фамилияһы — Горощик)[2] 1925 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы) Николаевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Белорус[3].

Күрше Покровка ауыл мәктәбендә ете класс тамамлай. 1941 йылдың сентябрендә Стәрлетамаҡтағы фельдшерҙар (рус.)баш. әҙерләү мәктәбенә уҡырға инә, уның икенсе курсынан 1943 йылда Фёдоровка район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла[4] һәм Стәрлетамаҡҡа эвакуацияланған Рига пехота училищеһының пулемётсылар курсына уҡырға ебәрелә.

Рядовой П. А. Горошек 1943 йылдың сентябрь айынан Воронеж фронтында[5] 3-сө гвардия танк армияһының 9-сы механизацияланған корпусы 69-сы механизацияланған бригадаһының 1-се мотоуҡсылар батальоны составында пулемёт расчёты командиры вазифаһында һуғыша. Днепр өсөн алыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың 22 сентябрендә 69-сы бригаданың алғы частары Днепрға етә һәм Украина ССР-ы Черкассы өлкәһенең Канев районы Зарубинцы[6] ауылы эргәһендә йылғаны аша сыға. Алғы төркөмдә рядовой Горошек та була. Иртәнге сәғәт етегә 1-се мотоуҡсылар батальоны тулы составта йылғаның ҡаршы яҡ ярында була. Немецтар яуға күп һанда пехотасыларҙы, танк һәм авиацияны ташлап, плацдармды (рус.)баш. юҡ итергә тырыша. Әммә киске сәғәт етегә дошмандың бөтә атакалары ла кире ҡағыла. Һуғыш барышында батальондың санинструкторы ауыр яралана. Павел Антонович плацдармда берҙән-бер медик булып ҡалған була һәм санитар итеп күсерелә. Алты сәғәт барған хәрби бәрелештә рядовой Горошек 26 яугирға ярҙам күрһәтә, атыш зонаһынан 32 яралы һалдатты сығара. Һуғыш барышында, кәрәк булғанда үҙе ҡулына автомат ала, туғыҙ немец һалдатын юҡ итә[4][2].

undefined

Павел Антонович артабан Букрин плацдармында һәм Григоровка, Кесе Букрин ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылдың октябрендә 69-сы механизацияланған бригада йәшерен шарттарҙа Лютеж плацдармына күсерелә һәм Киевҡа һөжүм итеү операцияһына ҡушыла. Батальондың хәрби табибы талабы буйынса П. А. Горошек санитар булып ҡала. Был вазифала ул Киевты обороналау операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың декабрь аҙағында Павел Антоновичты Һарытау танк училищеһына уҡырға ебәрәләр, уны ул 1945 йылда тамамлай[3].

1943 йылдың 17 ноябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Павел Горошекҡа, Ленин ордены һәм 3269-сы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла«Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[7][4].

undefined

Һуғыштан һуң кесе лейтенант П. А. Горошек тағы бер йыл бронетанк (рус.)баш. һәм механизацияланған ғәскәрҙәр составында хеҙмәт итә, 1946 йылда запасҡа сыға. Минск ҡалаһында йәшәй. 1951 йылда Белорус дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Белорус ССР-ының дәүләт контроле министрлығында, аҙаҡ Белоруссияның Дәүләт именлеге комитетында эшләй. Пенсияға сығыр алдынан БССР-ҙың юстиция министры вазифаһын биләй[8][3].

Ветеран 1994 йылдың 19 октябрендә вафат була[3]. Беларусь Республикаһы Минск ҡалаһының Чижов зыяратында ерләнә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Павел Антонович Горошектың исеме Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы муниципаль (рус.)баш. районы Гончаровка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[9][10];
  • Советтар Союзы Геройы П. А. Горошек хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының медицина училищеһы бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3];
  • Герой исеме Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһындағы Еңеү паркы мемориалында мәңгеләштерелгән;
  • Горошек Павел Антоновичҡа Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районының почётлы гражданы исеме бирелгән[11].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ На момент присвоения звания Героя Советского Союза — красноармеец. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2026)
  2. ↑ 1 2 М. К. Кузьмин. Врачи, медики. Биография Горошека Павла Антоновича. Сайт «Собрание Биографий». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026. (рус.)
  3. ↑ 1 2 3 4 5 6 И. Ғ. Кәримова. Горошек Павел Антонович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (баш.)
  4. ↑ 1 2 3 4 5 Н. В. Уфаркин. Горошек Павел Антонович. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (рус.)
  5. ↑ 1943 йылдың 20 октябренән — 1-се Украина фронты (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2026)
  6. ↑ Ныне затоплено Каневским водохранилищем. (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2026)
  7. ↑ 1 2 3 4 Горошек Павел Антонович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026.
  8. ↑ Л. В. Беляева. Горошек Павел Антонович. Юридический факультет Белорусского государственного университетаОфициальный сайт (23 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (рус.)
  9. ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (рус.)
  10. ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (рус.)
  11. ↑ Почетные граждане: Горошек Павел Антонович. Муниципальный район Фёдоровский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382;
  • Кузьмин М.К. Медики – Герои Советского Союза. 2-е изд., испр. и доп. — М, 1970. — С. 204—207. — 224 с.
  • Сатрапинский Ф. В. Военные медики – Герои Советского Союза / отв. ред. Е. Ф. Селиванов. — Л: Военно-медицинский музей МО СССР, 1975. — С. 54. — 103 с.;
  • Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза: в 5 кн. / сост.: А. Ерошин, С. Саитов. — Уфа: Башкнигоиздат, 1968. — Т. 3. — С. 452. — 496 с..

Һылтанмалар