Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы
Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы (рус. Абдрахманова Лена Абдулбариевна; 1971 йылдың 10 июне, Аҙнағол, Башҡорт АССР-ы) — педагог, журналист. 2002 йылдан Мәләүез районының «Көнгәк» гәзите корректоры, тәржемәсеһе, 2006 йылдан алып — бүлек мөдире. 2006 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2021), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).
Биографияһы
Лена Абдулбарый ҡыҙы Абдрахманова 1971 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР‑ының Күгәрсен районы Аҙнағол ауылында тыуған[2].
1995 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. 1996 йылдан алып Мәләүез ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй[2].
2002 йылдан «Көнгәк» гәзите корректоры, тәржемәсеһе, 2006 йылдан алып — бүлек мөдире[2].
«Нисек йәшәйһең, башҡорт ауылы?» (2010) мәҡәләләр циклы, шулай уҡ социаль тематикаға арналған публицистик хеҙмәттәр авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2021)[3];
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010)[2];
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2022)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 15 апреля 2021 г. N УГ-191 «О присвоении почетного звания "Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан». Система Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
- ↑ Лена Хайруллина. Урындағы үҙидара — халыҡҡа яҡын етәкселек (башҡ.). «Көнгәк» гәзите сайты (22 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.