Ҡушый (ауыл)

Ҡушый рус. КушеевоБашҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Дәүләт ауыл советына ҡараған ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 374 кеше булған[2]. Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201822003.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1968[3]2002[4]2009[4]2010[5]
302324399374
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар (98 %) тәшкил итә[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 374 176 198 47,1 52,9

Тарихы

Ҡушый ауылы (Ҡуянсыҡ) 18161820 йылдар араһында барлыҡҡа килгән. 1834 йылда бында 21 йортта 121, 1859 йылда 140, 1920 йылда 323 кеше йәшәгән. Ауылға беренсе булып старшина Ҡушый Ғәбиҙуллин (1761—1820) нигеҙ һалған. Уның Ғәлиәкбәр исемле улы булған. Ҡушыйҙың ҡустылары Аҡйетәр менән Ҡустығол да ошо ауылға килеп төпләнгән.

Ауылдың икенсе исеме Ҡуянсыҡ уның Исхаҡ менән Буранғол ауылдары менән бәйләнеш булыуына ишаралай. Көһәмешевтарҙың һәм Иҫәрғоловтарҙың өс-дүрт ғаиләһенең Исхаҡ ауылына күсеүе ошо хаҡта һөйләй.

Ауылда 1812 йыл геройы, ике көмөш миҙал кавалеры Ҡунаҡҡужа Аҫылғужин йәшәгән. Уның ағаһы Яҡуп 1805—1807 йылдарҙа Франция менән Рәсәй һәм Польша ерендәге алыштарҙа ҡатнаша.

Халыҡ нигеҙҙә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ауыл халҡы Ҡағы, Мәйгәште, Ҡырҡтытау яғында йәйләгән. 40-сы йылдарҙа халыҡтың 100 аты, 50 һыйыры, 100 һарығы, 70 кәзәһе, 30 дисәтина һөрөнтө ере була[7].

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Еңеүҙең 70 йыллығы (урамы (рус. 70 лет Победы (улица))
  • Вәлиәхмәт Сөләймәнов (урамы (рус. Валиахмета Сулейманова (улица))
  • Ҡунаҡҡужа Аҫылғужин (урамы (рус. Кунаккужи Асылгужина (улица))
  • Урман урамы (рус. Лесная (улица))
  • Йәштәр (урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Юл буйы (урамы (рус. Придорожная (улица))
  • Сәнәғәт (урамы (рус. Производственная (улица))
  • Дала (урам (рус. Степная (улица))
  • Таһир Ғабдуллин (урамы (рус. Тагира Габдуллина (улица))
  • Таһир Кусимов(урамы (рус. Тагира Кусимова (улица))
  • Мәктәп (урамы (рус. Школьная (улица))
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная (улица))[8]

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  7. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 39-40
  8. Улицы

Әҙәбиәт

Һылтанмалар