Асҡар (Әбйәлил районы)

Асҡар (рус. Аскарово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, район үҙәге, Асҡар ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 8378 кеше[1]. Почта индексы — 453620, ОКАТО коды — 80201810001.

Географик урыны

Асҡар ауылы Таңғатар йылғаһы буйында, Өфө ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 350 километр һәм Магнитогорск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 47 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарихы

Таңғатар йылғаһы буйлап Асҡар (Әбйәлил ауылы) барлыҡҡа килгән. Хәҙерге Бөрйән районындағы шул уҡ исемле ауылдан айырыу өсөн уны 1-се Асҡар тип атағандар. Нигеҙ һалыусыһы Асҡар Бейешев булған, 1834 йылда уға 73 йәш тулған. Уның балалары Мөхәмәткәрим, Мөхәмәтхәким, Килдейәр, 1787 йылда Мөхәмәтйәр (уның балалары Ишйәр, Аллаяр, Алламорат) тыуған. Асҡарҙың өлкән ағаһы Хужа Бейешев (балалары Ишмөхәмәт, Ишәле) билдәле[3]. Ауылдың икенсе исеме Түңгәүер улусы старшинаһы, Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Әбйәлил Яҡшыбаев исеменән килеп сыҡҡан. Уның улдары Әбделмәннән (улдары — Ишҡужа, Мөхәмәтфәйез (уның балалары Абдулла, Уйылдан, Ғитиәтулла) һәм йорт есаулы булып хеҙмәт иткән Абдулмоталлап (1786—1820). Абдулмоталлаптың улдары — Мөхәмәтвәли, Мөхәмәтйосоп, Сәйфелмөлөк. Асҡар Бейешев менән Әбделмәннән Әбйәлилевтең йәшен сағыштырһаҡ, уларҙың бер йәштә булыуын күрербеҙ — икеһе лә 1761 йылда тыуғандар. Әбйәлил атамаһы Асҡарҙан алдараҡ булғаны асыҡлана. Шулай уҡ ауылдың барлыҡҡа килгән ваҡыты XVIII быуаттың 30—40-сы йылдарына тап килә.

V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Асҡарҙа 23 ихата булған, унда 96 ир-ат һәм 59 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. X йәниҫәп мәғлүмәттәре 81 йортта 237 ир-егет һәм 230 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәнен күрһәтә.

1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән Исхаҡ Сәфәрғәлин һәм Сәғәҙәтдин Мөхәмәтрәхимов көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән.

Урал йылғаһы буйында сик буйы хеҙмәтен алып барған башҡорттар һәм мишәрҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында христиан динен ҡабул иткәндәр. Мәҫәлән, Әбйәлил ауылы кешеһе Һобайсолтан Яҡшымбәтов Магнит ҡәлғәһе руханийы йортонда суҡындырылған. Әммә ауылдаштары уны тупаҫ ҡаршы ала, шуға ла ул йәшәү урынын алмаштырырға мәжбүр була.

1865 йылда улустың үҙәген Әхмәт ауылынан Әбйәлил ауылына (1-се Асҡар) күсерелә, унда улус хөкүмәте ойошторола, аҙна һайын баҙар үткәрелә, мәсет эшләй.

Инйәр-ҡатайҙар, ҡыпсаҡтар, ҡарағай-ҡыпсаҡтар һәм тамъян-түңгәүерҙәр урынлашҡан Көньяҡ Уралдың үҙәк өлөшөн этнографтар көнсығыш (Урал аръяғы) өлкәһе менән бик күп уртаҡ һыҙатлы тау өлкәһенә индерә.

Ыласын менән дә, йәнлек баҫтырып та һунар итмәгәндәр. Башлыса эре мөгөҙлө мал үрсетеү менән шөғөлләнгәндәр, әммә ҡышҡы яуым-төшөмдөң көслө булыуы сәбәпле, уларҙың малдары тибендә туҡлана алмаған. Ҡымыҙ һәм ҡорот эшләү киң таралыу ала. Күн һауыт-һаба бында ағастан эшләнгәндәре менән алмаштырыла. Ер өҫтөнә иҙән түшәлгән, ҡабыҡ ҡыйыҡлы һәм йылытыу өсөн сыуалы булған ағас өйҙәр ҡышҡы торлаҡ булып хеҙмәт итә. Ситән йорттар булмаған. Ғәҙәти йәйге торлаҡтары — бүрәнә бурама. Шулай уҡ ҡабыҡ аласыҡ һәм конус формаһындағы ҡыуыштар ҙа булған.

Асҡарҙар — малсылар. 75 йорттоң 55-кә яҡыны ылауға тейәлеп йәйләүгә сыҡҡан. 25 майҙан 1 июнгә тиклем — Маяғашлы, июнь-июль айҙарында — Көрәк, август аҙағына тиклем Наяғаҙы, Ирғәйле йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр.

XIX быуаттың 40-сы йылдары башында 451 кеше йәшәгән 75 йортҡа 530 ат, 300 һыйыр, 200 һарыҡ һәм 40 кәзә тура килә. Игенселек яйлап халыҡтың көнкүрешенә үтеп ингән. 1842 йылда 450 кешенең һәр береһенә 7,3 бот яҙғы иген сәселгән. Ужым игене әлегә билдәле булмаған, 16 бот ҡына сәскәндәр.

Был өлкәлә умартасылыҡ та, солоҡсолоҡ та улустың көнсығышына ҡарағанда сағыштырмаса күберәк таралыу алған[4].

1919—1930 йылдарҙа Асҡар (Әбйәлил) ауылында Тамъян-Түңгәүер улусының үҙәге булған. 1920 йылда Асҡар ауылындағы 284 ихатала 1193 кеше йәшәгән[5].

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1959[6]1968[7]1970[8]1979[9]1989[10]2002[11]2009[12]2010[13]2021[14]
227322923108428352517067743076349208
1000
2000
3000
4000
5000
6000
7000
8000
9000
10 000
1979
2021
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (90,5 %)[15].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1796 917 879
1959 йыл 15 ғинуар 2269 1082 1187
1970 йыл 15 ғинуар 3095 1535 1560
1979 йыл 17 ғинуар 4027 2010 2017
1989 йыл 12 ғинуар 5189 2415 2774
2002 йыл 9 октябрь 7067 3310 3757
2010 йыл 14 октябрь 7634 3583 4051

Асҡар ауылында күп профилле колледж, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбе, гимназия, балалар баҡсалары, сәнғәт мәктәбе, балалар ижад йорто, йәш техниктар станцияһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, «Юрға» ат спорты мәктәбе, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы, табип амбулаторияһы, район китапханаһы, Әбйәлил музейы бар. «Әбйәлил» һәм «Осҡон» гәзиттәре нәшер ителә[2].

Билдәле шәхестәре

Урамдары

Ваҡиғалар

  • «2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ауылы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Асҡар 5 меңдән күберәк кеше йәшәгән ауылдар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[18].

Фоторәсемдәр

Алмастауҙан Асҡар күренеше
Magnify-clip.png
Алмастауҙан Асҡар күренеше

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 1 2 Асҡар (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 4672
  4. Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башки­ рии. С. 412. Государственный архив Оренбургской области (далее — ГА ОО). Ф. 6. Оп. 6. Д. 14045/2.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 32. — ISBN 978-5-295-04683-4. 32 б.
  6. Ҡалып:Население/1959AB
  7. Башкирская АССР : административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430.]
  8. Ҡалып:Население/1970S
  9. Ҡалып:Население/1979N
  10. Ҡалып:Население/1989F
  11. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  12. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  13. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  14. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  15. Итоги Всероссийской переписи населения 2002 года: В 14 т. / Рос. Федерация. Федер.служба гос.статистики. — Офиц.изд. — М.: Статистика России, 2004. — Т.4: Национальный состав и владение языками, гражданство. — 1 электрон.опт.диск (CD-ROM). — (Всероссийская перепись населения 2002 года; Т.4).
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2019)
  17. Улицы
  18. Определены победители конкурса на звание самых благоустроенных поселений России — Официальный сайт Минстроя России, 13 ноября 2015 года 2019 йылдың 21 март көнөндә архивланған. (рус.)

Ошибка Lua в Модуль:Navbar на строке 12: Invalid title Башҡорттар һаны буйынса Рәсәй тораҡ пункттары.

Тема буйынса өҫтәмә