Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы

Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы Мәһәҙиева (рус. Магадеева, Бибикамал Магадеевна1914 йылдың 1 марты, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы1990 йылдың 22 феврале, Сибай, Башҡортостан Республикаhы) — совет театр актёры. 1939—1969 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964).

Биографияһы

Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы Мәһәҙиева 1914 йылдың 1 мартында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Әбйәлил ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Асҡар ауылы) тыуған[2].

1939 йылда Башҡортостан театр-художество училищеһын (М.Ә.Мәһәҙиев һәм С.М.Мифтахов курсы) тамамлаған.

1933—1935 йылдарҙа — Әбйәлил колхоз-совхоз театры, 1939—1969 йылдарҙа Сибай драма театры артрисаһы[2].

1990 йылдың 22 февралендә Сибай ҡалаһында вафат булған[2].

Ижади эшмәкәрлеге

Актриса киҫкен характерлы үҙенсәлекле образдар тыуҙыра. Х.К. Ибраһимовтың «Башмағым»ында Сәрүәр һәм Йыһан, Сәғит Мифтаховтың «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт»ендә Үлмәҫбикә, Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Ғайнан Әмири менән Вәлиәхмәт Ғәлимовтың шул уҡ исемле инсценировкаһында — Ғилми, Ибраһим Абдуллиндың «Бажалар»ында Тайфа, Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ында Уңғанбикә һәм башҡа ролдәрҙе башҡара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Кирәй Мәргән, Рәшит Ниғмәти һәм башҡа авторҙарҙың пьесаларында ир-егет ролдәрен уйнай[2].

Лев Лебединский һәм Ғата Сөләймәнов Бибикамал Мәһәҙиева башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙарын һәм ул ҡумыҙҙа уйнаған башҡорт халыҡ көйҙәрен яҙып ала, уларҙың бер өлөшө «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» йыйынтығында һәм «Ҡурай» китабында (1985) баҫылып сыға.

1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964).

Хәтер

  • 2014 йылда актрисаның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Әбйәлил районында башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың республика конкурсы үткәрелде[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 4 Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026.
  3. В Абзелиловском районе проходит республиканский конкурс исполнителей башкирских песен. Газета «Республика Башкортостан», официцальный сайт. 4 апреля 2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2024)

Һылтанмалар