Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы
Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы Ғәлимов (рус. Валиахмет Гирфанутдинович Галимов; 1908 йылдың 12 июне, Сатламышево[d], Ивановское волосы[d], Зөя өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы, Ҡыштым, Екатеринбург өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы — 1994 йылдың 15 феврале, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет театр актёры, режиссёр һәм драматург. 1938 йылдан СССР Театр эшмəкəрҙəре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1949), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1944) артисы. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1967, 1971) кавалеры.
Биографияһы
1909 йылдың 14 декабрендә Пермь губернаһының Екатеринбург өйәҙе Ҡыштым заводы ҡасабаһында (хəҙер Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһы) тыуған.
1930 йылда Өфө ҡалаһындағы Башҡорт сəнғəт техникумын (Вәли Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мəһəҙиев, Хажи Бохарский курстары) тамамлай.
1930—1931 йылдарҙа Өфөлə Эшсе йəштəр театрына етəкселек итə.
1931 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә күсә, 1931—1942 һәм 1949—1956 йылдарҙа актёр, 1942—1948 йылдарҙа художество етəксеһе һəм 1956 йылдан алып алып баш режиссёры.
Бер үк ваҡытта 1940—1970‑се йылдарҙа Өфө сəнғəт училищеһы уҡытыусыһы.
1971—1982 йылдарҙа Ҡазан кинохроника студияһының Өфө бүлегендə кинофильмдарҙы башҡорт теленə тəржемə итеү буйынса режиссёр.
1938 йылдан СССР Театр эшмəкəрҙəре союзы ағзаһы.
1994 йылдың 15 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Ижади эшмәкәрлеге
Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы үҙ ижадында К. С. Станиславский системаһына һəм милли театр традицияларына таяна, трагик һəм комик ролдəрҙе бер үк кимəлдə уңышлы башҡара. Режиссёр булараҡ, 1940—1960 йылдарҙа башҡорт театры үҫешенең төп йүнəлештəрен билдəлəй.
- Сәхнәгә ҡуйған спектаклдәре
- «Сит кеше балаһы» (дебют, 1934, В. В. Шкваркин),
- «Ҡара йөҙҙəр» (М.Ғафуриҙың шул уҡ исемле повесы буйынса, Ғ.Əмири һəм Ғәлимов инсценировкаһы),
- «Батырҙар» (А. А. Фадеевтың «Йəш гвардия» романы буйынса үҙенең инсценировкаһы),
- «Иҙеүкəй менəн Мораҙым» (М. А. Буранғолов),
- «Ябырылыу» (Л. М. Леонов),
- «Ҡаһым түрə, йəки 1812 йыл» (Б.Бикбай),
- «Мария Тюдор» (В.Гюго) һ.б.
- Спектаклдәрҙә ролдәре
- Баҙарғол («Башҡорт туйы»; дебют, 1928)
- Ялған Дмитрий («Борис Годунов», А. С. Пушкин)
- Незнамов («Ғəйепһеҙ ғəйеплелəр», А. Н. Островский)
- Фердинанд («Мəкер һəм мөхəббəт», Ф.Шиллер)
- Хлестаков («Тикшереүсе», Н. В. Гоголь).
- Толик («Долги наши», Я. Э. Володарский; дебют, 1974), һәм башҡалар
- Мулла («Салауат Юлаев» к/ф, 1941).
Уҡыусылары
Уҡыусылары араһында Ғ.Ғ.Ғилəжев, Р. Ф. Йыһанов, Р.М.Əйүпов, З.А.Əхмəрова.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1944);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1940);
- Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1967, 1971).
Хәтер
- Өфө ҡалаһында Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы йəшəгəн йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Һылтанмалар
- Ғәлимов Вәлиәхмәт Ғирфанетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2023)