Шәрип (Әбйәлил районы)

Шәрип (рус. Шарипово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 241 кеше[2]. Почта индексы — 453627, ОКАТО коды — 80201843002.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 241 114 127 47,3 52,7

Географик урыны

undefined
  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 63 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Хәмит): 17 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 110 км

Тарихы

Ауыл һоҡланғыс тәбиғәте менән дан тота. Уны тирә-яҡлап мәғрүр тауҙар,йылғалар, бейек ҡарағайҙар, ҡарағастар уратып алған. Элек ауыл урынында үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы урман булған. Уға тәү башлап нигеҙ һалыусы Шәрип исемле бай булған. Фаразлауҙарға ҡарағанда, ул ауыл урынына 1700 йылда килә. Башта ул утар һалып сыға. Ул бик бай була: 200-ҙән ашыу йылҡыһы, 100-ҙәрләгән ваҡ малы була. Сығышы менән Шәрип бабай Буранғол ауылынан. Эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып был яҡтарға килеп төпләнә. Яйлап ауыл ҙурая һәм Шәрип исемен йөрөтә башлай.

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә